Йәмғиәт
12 Июль 2021, 08:00

Дүрт көн ял итәбеҙ

Эш биреүселәр был көндә хеҙмәт хаҡын һаҡлап ҡалырға тейеш.

Дүрт көн ял итәбеҙДүрт көн ял итәбеҙ
Дүрт көн ял итәбеҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә 19 июлде республикала ял көнө тип иғлан итте.

“20 июлдә Башҡортостан Ҡорбан байрамын билдәләй. Коронавирусҡа бәйле эпидемиологик хәлгә бәйле беҙ төбәк халҡына дүрт көн ял итеү мөмкинлеге бирәбеҙ. Эш биреүселәр был көндә хеҙмәт хаҡын һаҡлап ҡалырға тейеш”, – тине ул.

Төбәк Башлығы әйтеүенсә, һәр ойошма урында эшләгән хеҙмәткәрҙәр һанын эске бойороҡ менән үҙаллы билдәләй.

 

Фото: ДТРК.

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас