Йәмғиәт
12 Июль 2021, 10:00

"Донъялар рәтләнеп китер тип ышанғанлыҡтан..."

Күгәрсен районынан Клавдия Инчинаны 90 йәше тулыу айҡанлы бик күптәр ҡотланы.

"Донъялар рәтләнеп китер тип ышанғанлыҡтан...""Донъялар рәтләнеп китер тип ышанғанлыҡтан..."
"Донъялар рәтләнеп китер тип ышанғанлыҡтан..."

Ошо көндәрҙә Күгәрсен районынан Клавдия Инчина күркәм ғүмер байрамын билдәләне. 90 йәше тулыу айҡанлы уны бик күптәр ҡотланы.

Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев хеҙмәт алдынғыһының өйөнә килеп, изге теләктәрен еткерҙе, бүләк тапшырҙы, иҫтәлеккә фотоға төштө.

"Ғүмерҙең үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды, ваҡыт тигәнең шул хәтлем тиҙ уҙа, – ти Клавдия Инчина. – Барыһын да үҙ иңебеҙҙә күтәрҙек, һуғышты ла, аслыҡты ла. Ана шул киләсәккә ышаныс менән ҡарау, донъялар рәтләнеп китер тип йәшәү арҡаһында ғына бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡтыҡ".

Клавдия Тимофеевна һәр таң тыныс атһын, һуғыш сыҡмаһын тип теләй.

90 йәшен түңәрәкләгән инәйҙән оҙон ғүмерлелектең серен һорамаһаҡ, яҙыҡ булыр. Оҙаҡ йәшәү хаҡында ул бына нимә ти:

"Ваҡыт менән бер ҡасан да иҫәпләшмәнек, иртә таңдан ҡараңғы кискә тиклем тир түктек. Моғайын да, һәр саҡ хәрәкәттә булғаным өсөн генә ошо йәшкә еткәнмендер".

Беҙ ҙә Клавдия Тимофеевнаны тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ, инәйгә тыныс ҡартлыҡ, һаулыҡ теләйбеҙ.

 

Фото: Күгәрсен районы хакимиәте.  

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас