Йәмғиәт
12 Июля 2021, 11:30

Инвалидтарҙың мәнфәғәте лә ҡайғыртыла

Күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт, подъездарҙы һәм ихаталарҙы комплекслы төҙөкләндереү нисек бара?

Инвалидтарҙың мәнфәғәте лә ҡайғыртылаИнвалидтарҙың мәнфәғәте лә ҡайғыртыла
Инвалидтарҙың мәнфәғәте лә ҡайғыртыла

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев оператив кәңәшмәлә күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт, подъездарҙы һәм ихаталарҙы комплекслы төҙөкләндереү барышы тураһында хәбәр итте.

Быйыл Күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауҙың республика программаһына ярашлы 798 йортта ремонт планлаштырылған. Әле 148 йортта был эш тамамланған, 372-һендә бара, 278-ен төҙөкләндереү башланмаған. Алан Марзаев әйтеүенсә, 1 декабргә тулыһынса тамамлау күҙаллана. Быйыл шулай уҡ Өфөләге 40 йортта һауа шарттарына ҡарап, өйҙәге температураны көйләү буйынса 78 махсус прибор ҡуйыла.   

Башҡортостандағы өс муниципалитетта 306 подъезды ремонтлау планлаштырыла. Бөгөн 158-ендә эш тамамланған, баш ҡалалағы 148 подъезда дауам итә. Шулай уҡ Өфөлә коляскалағы инвалидтар йәшәгән алты йортта пандустар ҡуйыла. Подъездарҙы төҙөкләндереү программаһы 1 сентябргә тиклем тулыһынса үтәлергә тейеш. Министрлыҡ был эшкә көн һайын мониторинг үткәрә.

Ихата биләмәләрен төҙөкләндереүгә килгәндә, Алан Марзаев әйтеүенсә, 21 ҡалала 140 ихата төҙөкләндерелә. Эш графиктан алда бара. Әле Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Баймаҡ ихаталарының береһендә эш тулыһынса аҙағына еткерелгән, йәнә алты ҡалала тамамланып килә. Башҡа биләмәләрҙә, Ағиҙел һәм Дәүләкән ҡалаларынан тыш (20 процент), эш 50 процентҡа башҡарылған. Өфөлә 62 ихата ремонтлана. График буйынса эш 24 авгусҡа тиклем тамамланырға тейеш.

Фото: bash.news

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас