

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт комитеты ағзаһы, Башҡортостандың Ир-егеттәр ҡоро рәйесе Зариф Байғусҡаров Көйөргәҙелә эш сәфәрендә булды.
Районда ул граждандарҙы ҡабул итте. Бөтәһе 16 ғариза бирелгәйне. Был көндә Зариф Байғусҡаров шулай уҡ район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан көслө зат вәкилдәре менән дә осрашты. Ул Көйөргәҙе районында Ир-егеттәр ҡорон ойошторорға тәҡдим итте.
"Эскелеккә, суррогат алкоголь һатыуға ҡаршы көрәштә ир-егеттәр туранан-тура ҡатнашырға тейеш. Бының өсөн районығыҙҙа Ир-егеттәр ҡоро ойошторорға тәҡдим итәм. Халыҡҡа файҙалы булыр. Составын билдәләрбеҙ, ойоштороу йыйылышында төбәк ҡоро нигеҙендәге протоколдарҙы өйрәнербеҙ. Башҡа түбәнге ячейкаларҙы ла йәлеп итербеҙ, сөнки уртаҡ мәсьәләләр хәл ителә".
Районда түбәнге ячейка рәйесе итеп хәстәрлекле атай, ғаилә башлығы Раил Араптанов һайланды. Ул район, Яңы Таймаҫ мәктәбе тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.
Фото: vk.com