Йәмғиәт
15 Июля 2021, 11:30

Иң яҡшы үҙәкте асыҡлайҙар

Ғаризалар 31 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иң яҡшы үҙәкте асыҡлайҙарИң яҡшы үҙәкте асыҡлайҙар
Иң яҡшы үҙәкте асыҡлайҙар

1 августа “Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса иң яҡшы күп функциялы үҙәге” республика конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы. Конкурс барышында  ике номинация ҡаралған. Улар – “Ләүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса иң яҡшы күп функциялы үҙәге” (өс категория буйынса) һәм “Күп функциялы үҙәктең иң яҡшы универсаль белгесе”.

Ғаризалар 31 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Уға күп функциялы үҙәктең структур подразделениеһы етәксеһе ҡултамғаһы ҡуйылған хатты теркәү, номинацияны күрһәтеү шарт. Документтар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450101, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46. белешмәләр өсөн телефондар: 8(347) 246-55-33, доб. 300-20, 300-62; 8(347) 280-81-63.

 

 

Фото: bashinform.ru

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52111

 

Автор:Лилия Давлетбакова