

Өфөлә ололар өсөн тәғәйенләнгән пансионат ваҡытлыса ябылды.
Ҡаланың Совет районы суды өлкән йәштәгеләр өсөн эшләп килгән "Долголетие" пансионатын етешһеҙлектәрен бөтөргәнгә тиклем эшмәкәрлегенән туҡтатып торҙо. Был турала Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Хоҡуҡ һаҡсылары асыҡлауынса, Йылға урамында урынлашҡан пансионат янғын хәүефһеҙлеге талаптарына һәм санитар-эпидемиологик ҡанундарға тап килмәй. Тикшереү ваҡытында унда 24 кеше йәшәгән. Суд ҡарары буйынса, күрһәтелгән етешһеҙлектәрҙе тулыһынса ыңғай хәл иткәнгә тиклем пансионат ябыла.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бер ҡатындың ҡарттар йортондағы шарттарға зарланып, социаль селтәргә яҙыуы тәфтиш комитетының иғтибарын йәлеп иттерә. Ҡатын пансионатты "ерҙәге тамуҡ" тип атай. Уның һүҙҙәренсә, бында өлкәндәргә тейешле ҡараш юҡ, ашау етмәй, хеҙмәкәрҙәр улар менән тупаҫ мөғәмәләлә. Бынан тыш, ул ике ҡатлы бинала янғын сыға ҡалһа, үҙаллы йөрөй алмаған кешеләргә ҙур хәүеф янауы тураһында ла иҫкәрткән булған.
Фото: "Башинформ" агентлығы.