Йәмғиәт
16 Июль 2021, 11:26

Бал ҡорттары араһында “хужа” бармы?

Ғәжәп күренештәр хайран ҡалдыра

Ҡорттарҙы шәкәрҙәр ҡатнашмаһынан торған татлы һут, шундай уҡ концентрацияла бер генә шәкәр һутына ҡарағанда, нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра.

 Үҙенсәлекле һитә

 Һитә составына бик күп микроэлементтар: барий, ванадий, вольфрам, тимер, алтын, иридий, кальций, кадмий, кобальт, кремний, магний, баҡыр, молибден, мышъяҡ аҡ ҡурғаш, палладий, платина, терегөмөш, фосфор, хлор, хром, цинк, стронций инә.

Бер кәрәҙ күҙәнәгенә 18-гә тиклем йоморса (һитә йомғағы) һыя, унда һитә массаһы 140-180 мг тәшкил итә.

Ҡорттар тарафынан йыйылған татлы һут улар тарафынан бик ныҡ ентекле эшкәртеү үткәргәндән һәм 40-тан алып 70 процентҡа тиклем һыуҙы парға әйләндереп ҡыуып сығарғандан һуң ғына балға әйләнә. Бер көндә йыйылған 5 килограмм татлы һуттан, эшкәрткән­дән һуң, 1,5-2 килограмм ғына бал тороп ҡала.

Бер йыл эсендә бер бал ҡорто ғаиләһенең йәшәү һәләтлеген тәьмин итеү өсөн 80–100 кг бал (шуның 10–12 килограмы ҡышҡы мәлдә тотонола), 20–25 кг һитә һәм 30 литр һыу талап ителә.

 Бал ҡорттарының инстинкттары

 Рефлекс – бал ҡорттарының тәртибе йәки тере организм нервыларының тыштан ярһытыуға яуап биреүе ул. Шартһыҙ һәм шартлы рефлекстар була.

Шартһыҙ рефлекстар (инстинкт­тар) – тышҡы мөхиттең теге йәки был ярһытыуына организмдың (хай­уандар һәм бөжәктәрҙең) тыумыштан булған реакцияһы. Бал ҡорттарында шартһыҙ рефлекстар­ға яҡын шундай хәрәкәттәр күҙәте­лә: умарта стенаһын туҡылдатыуға геүләп яуап бирәләр; күрек менән төтөн өрҙөрөүгә яуап итеп, бөрлә­тәүҙәрен бал менән тултыралар.

Ҡырҡыу еҫтәргә (хушбый, алкоголь, тир һәм бал ҡорто ағыуы еҫе) ярһып китәләр һәм сағалар.

Шартһыҙ рефлекстарҙың тыумыштан булыуы, уларҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн өйрәтеүҙең кәрәк­мәүе үҙе бер үҙенсәлек булып тора. Шул уҡ ваҡытта шартһыҙ рефлекстар — тәбиғәттәге күренеште һаҡлауға ҡулайлашыу ҙа ул. Бының шулай булыуы түбәндәге миҫалда асыҡ күренә: төтөн еҫе бал ҡорт­тары өсөн һәләкәт булырын, янғын сығып, уларҙың ояһы юҡҡа сығыу ихтималлығын алдан хәбәр итә, шуның өсөн улар, иҫке оянан һаҡ­лыҡ аҙыҡтарын йыйып, бөрләтәү­ҙәрен бал менән тултыра.

Шартлы рефлекстар — хайуан­дарҙың нервы системаһындағы шартһыҙ рефлекстар нигеҙендә барлыҡҡа килеүсе ваҡытлыса элемтә ул. Үткәрелгән тәжрибәләр ярҙамында бал ҡорттарының шартлы рефлекстарға, йәғни аҙыҡ сығанағы (шартһыҙ ярһытҡыс) һәм уның төҫө, аҙыҡ һәм уға хас булған еҫе араһындағы ваҡытлыса элемтәгә эйә булыуға һәләтлелеге асыҡланған. Зәңгәр һәм һары квадраттарҙа урынлашҡан аҙыҡты алырға өйрәтелгән ҡорттар һуңы­нан да, бында аҙыҡ булһа ла, шул квадраттарға осоп килгән. Ниндәй­ҙер тәмле еҫле шәрбәт менән аҙыҡландырғанда, ҡорттар ошо аҙыҡ булмаған, әммә уның еҫе сығып торған контроль йәшниккә инә.

Шулай уҡ ҡорттарҙа теге йәки был үҫемлектең көндөң ҡайһы ваҡытында бал һутын иң көсөр­гәнеш­ле бүлеп сығарғанын белеү һәләте лә бар.

Шартлы рефлекстар йәки ваҡытлыса элемтәләр ҡорттар тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә; бал ҡорттары танышыу өсөн осош яһағанда ла үҙ умартаһының хәл-торошон, әйләнә-тирәләләге әйбер­ҙәрҙе хәтерендә ҡалдыра, бал һуты йыйырға осҡан саҡта барыу һәм ҡайтыу юлын иҫтә тота.

Бал ҡорто, аҙыҡ эҙләп, тыумыштан барлыҡҡа килгән шартһыҙ рефлекс тәьҫире һөҙөмтәһендә оса. Был ваҡытта сәскәнең төҫө, еҫе һәм формаһы ҡорт өсөн бер ниндәй әһәмиәткә лә эйә түгел, ләкин ул төҫтәр, еҫтәр һәм формалар сират­лашҡан сәскәләрҙә аҙыҡ тапһа, был билдәләр уның өсөн аҙыҡ сигналдарына әйләнә, бал ҡорттарын­да сәскәләрҙәге билдәле төҫкә, еҫкә һәм формаға ҡарата шартлы рефлекс үҫешә.

Инстинкт – (латин һүҙенән — ҡуҙғытыу мәғәнәһендә) шартһыҙ рефлекс, хайуандар тәртибенең тыумыштан булған ҡатмарлы формаһы, организмдың эске һәм тышҡы ярһытыуҙарға яуап теҙмәһе ул.

 Берҙән-бер һәм айырылғыһыҙ...

 Бал ҡорто ғаиләһе биология­һынан инстинкт миҫалдары:

  1. Төҙөлөш алып барыу инстинкты ҡорттарҙың балауыҙ бүлеү, төҙөү эштәре башҡарыуында сағылыш таба; йәш ҡорттар тыуып бер аҙ йәшәгәс тә, ояла тәжрибә туплаған ҡорттар кеүек үк, кәрәҙҙәр­ҙе дөп-дөрөҫ итеп төҙөй башлай. Бер ҡасан да һоро (әре) ҡорттар кәрәҙен күрмәгән эшсе ҡорттар яҙын һоро ҡорттар күҙәнәктәрен төҙөү эшенә тотона.
  2. Аҙыҡ йыйыу инстинкты үҙҙәренең ихтыяжынан күберәк аҙыҡ — бал һуты һәм һеркә йыйыу­ҙа сағылыш таба. Ул бал ҡорт­тарын­да әүҙем, көслө, өҫтөнлөклө. Күпләп бал йыйырға мөмкинлек булғанда, бал ҡорттары бер ниндәй саманы (норманы) белмәй, улар өсөн сик юҡ (“етерлек йыйҙыҡ инде” тип туҡтап ҡалмайҙар). Әгәр ҙә умартала, ояла балға урын булһа, улар уны үҫемлектәр бал һутын бүлеп сығарыуҙы туҡтатҡансы йыя.
  3. Һаҡланыу инстинкты ҡорттар­ҙың ояны, умартаны һаҡта торған ҡорттар менән тышҡы дошмандар­ҙан, ҡоротҡостарҙан һаҡлауында сағылыш таба.
  4. Ҡорттарҙың элекке урынға ҡайтып инеү инстинкты.

Был инстинкт, ҡортло умартаны алып китеп, уның урынына башҡа­һын килтереп ултыртҡанда яҡшы күҙәтелә. Осоштан әйләнеп ҡайт­ҡас, ҡорттар яңы умартаға инә. Бында улар яңы еҫкә лә, формаға һәм төҫкә лә ҡарап тормай. Был инстинкт умартасылыҡта ғаиләләр­ҙе төрлө ысул менән яһалма бүлеү­ҙә, күстәрҙе форма­лаш­тырыуҙа, элекке көслө ғаилә урынына сибек ғаиләне күсереп ябыуҙа киң ҡулланыла.

  1. Яңы инә ҡортто тәрбиәләү инстинкты. Ул элекке инә ҡортто юғалтҡанда, ҡорттар ҡарышлауыҡ­тарҙан яңы йәш инә ҡортто тәрбиәләгәндә яҡшы күҙәтелә.
  2. Енси инстинкт инә ҡорттоң йомортҡалар һалыуында, инә ҡорттарҙың һәм һоро (әре) ҡорттар­ҙың, инәләрҙең, йәғни инә ҡорттар­ҙың үрсеү, аталаныу өсөн парла­шыуға (“туй”) осошонда сағылыш таба.
  3. Ҡорт айырыу ҡатмарлы инстинкт миҫалы булып хеҙмәт итә. Был иһә ҡорт ғаиләләренең артыу, тәбиғәттә бал йыйыусы ҡорттарҙы таратыу ысулын кәүҙәләндерә. Ҡорт ғаиләләренән айырым затта­рының берәмләп яңы ғаиләләр нигеҙләргә һәләтлеге булмау сәбәп­ле, күс айырыу иң уңайлы күренеш булыуын, шуға ҡулайлашыуҙы күрһәтә. Ләкин айырым осраҡтарҙа ҡорт айырыу инстинкты кире әһәмиәткә эйә, сөнки күс айырыу осоронда төп инә ҡорт ғаиләһе шул тиклем күп күс айыра, ул үҙе лә, унан бүленеп сыҡҡан күс тә умартаны аҙыҡ запасы менән тәьмин итә алмай. Әгәр ҙә умартасы алдан тейешле саралар күрмәһә, улар үлеп бөтөргә мөмкин.

Тәбиғәттә көтмәгәндә ҡыҙыу бал йыйыу башланып китһә, ул сағында күс айырыу инстинкты әүҙем аҙыҡ йыйыу, аҙыҡ запасы туплау менән баҫырылып ҡала. Ҡорттар шунда уҡ үрсеүҙе (ҡорт айырыуҙы) туҡтата, ә кәрәҙҙәрҙәге күс айыра торған инә ҡорттарҙың ояларын — көбөләрен кимерә, ватып бөтөрә һәм бал һуты йыйырға тотона.

Һеҙгә, йәш умартасыларға, бал ҡорттары тотор өсөн ошо инстинкт­тарҙы белеп эш итергә кәрәк.

Инстинкт – ҡорт ғаиләһе­нең берҙән-бер һәм айырылғыһыҙ “хужаһы”. Уға 40–60 мең эш ҡорто составындағы бөтә “бал ҡорттары берекмәһенең” ҡатмарлы һәм иң юғары дәрәжәлә камиллашҡан сеймал һәм аҙағына тиклем төрлө продукция әҙерләү циклы буйһон­ған.Күп быуаттар буйы кешеләр, бал ҡорттарының ҙур ғаиләһендә инә ҡорт, ҡорттар төркөмө йәки һоро (әре) ҡорттар хужа булып тора, тигән бәхәс алып барҙы. Моғайын, күп быуаттарға һуҙыл­ған бәхәстә ҡатнашыусы­лар бөтөнләй “хужа” булмауын белһә, бик аптырашта ҡалыр ине. “Хужа” ролен үтәүсе инстинкт бар, йәғни ҡорттарҙың йәшәү эшмәкәрлеге “идара итә”.Тәбиғәтте тикшереүсе Чарльз Дарвин ҡорттарҙың кәрәҙ эшләү инстинктын “бөтә инстинкт­тарҙың иң ғәжәбе” тип атаған.

 - Рафиҡ НОҒОМАНОВ, “Умартасы кәңәштәре” китабынан.

Читайте нас