

Ул “Торатау” конгресс-холының иң түбәнге ҡатында урынлашҡан. Инеү урыны – Зәки Вәлиди урамы яғынан, вакцина яһатырға саҡырған әләмдәр елберҙәгән тарафтан. Иртәнге сәғәт 8-ҙә асылған мобиль пунктҡа тәүге көндә килеүселәр булырмы, уның асылыуы тураһындағы хәбәрҙе халыҡ ишеттеме икән, тигән икеләнеүҙәр булманы түгел, булды, әлбиттә.
“Тәүге сәғәттәрҙән үк өфөләрҙе ҡабул итә башланыҡ, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, ағым туҡтамай. Сәғәтенә иллегә яҡын пациентты ҡабул итәбеҙ, – тип ҡаршыланы беҙҙе проектты тормошҡа ашырыусыларҙың береһе Эльвира Хәсәнова. – Бина биргәс, залды халыҡты ҡабул итерлек итеп яйлаштырҙыҡ, зоналарға бүлдек, кеше килеп инеү менән үҙен уңайлы тойһон өсөн шарттар булдырҙыҡ. Нисә медицина кабинеты, күпме ирекмән һәм вакцина дозаһы кәрәк булыуын иҫәпләнек. Әле ун кабинетта табиптар ҡабул итә. Күпселеге 1-се поликлиника белгестәре, сөнки улар – мобиль пункттарҙы ойоштороу һәм эшләү йәһәтенән ҙур тәжрибә туплап өлгөргән коллектив. “Ҡунаҡһарай”ҙа һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында тәүге пациенттарҙы улар ҡабул итте. Теркәүселәр һәм шәфҡәт туташтары бер сәғәт механизмы кеүек берҙәм эшләй, вакцина яһатҡан һәр кемгә сертификат бирелә. Ошонда уҡ шифаханаларға путевка отоуҙа ҡатнашыу өсөн теркәлергә мөмкин”.
Ирекмән Эвелина, һәр кемде ҡаршылап, вакцинаның нисәнсе компонентын яһатырға килеүҙәрен һораша, бланк алып тултырырға, тейешле кабинетҡа барырға ярҙам итә. Пенсионер Таисия Владимировна, баш ҡаланың Мөбәрәков урамында йәшәһә лә, алыҫ тип тормаған, тап ошонда килергә булған. “Беҙҙең поликлиникала халыҡ ифрат күп. Бында зал шундай иркен, һәйбәт итеп ҡаршы алалар, сир йоҡтороу хәүефе юҡ. Кисә яңы пункттың асылыуын телевизор аша ишеттем дә тап ошонда килергә ҡарар иттем”, – ти ул.
Ғаиләһе менән килгәндәр ҙә бар. Алина әйтеүенсә, улар хәбәрҙе Инстаграмда күреп ҡалған, “Торатау” конгресс-холында мобиль пункттың асылыуын улар бик уңайлы тип иҫәпләй.
– Әгәр ҙә халыҡ ағымы көсәйеп китһә, кабинеттар һәм табиптар һанын арттырыу мөмкинлеге бар, беҙ уға әҙербеҙ, – ти администратор Надежда Кореннова.
Ысынлап та, яңы вакцинация пункты һәр яҡтан да уңайлы. Иркенлек, таҙалыҡ, яҡшы мөнәсәбәт өҫтөнә экрандарҙан прививка тураһында вирусологтарҙың, табиптарҙың аңлатмаһы, кәңәше бер кем өсөн дә артыҡ булмаҫ. Барыбыҙға киң билдәле ғалим, вирусолог Марсель Тойғонов, Дим районы дауаханаһы баш табибы Фәнил Шәмиғолов, Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов һәм 1-се ҡала поликлиникаһы терапевы Рәфиә Буранбаеваның һәр кемгә аңлайышлы итеп, ни өсөн вакцинация мөһим, локдаун һәм битлектәр сир таралыуын кәметһә лә, уларҙың пандемияны еңә алырлыҡ көс булмауы хаҡында экрандар аша ябай ғына итеп төшөндөрөүе бик файҙалы. Юғалтыуҙарҙы кәметеү, ҡәҙимге тормошҡа ҡайтыу өсөн бары вакцина ғына ярҙам итәсәген аңлауға килеп еттек. Тимәк, ваҡытты һуҙмайынса, прививка яһатыу бары беҙҙең дисциплинанан, ойошҡан булыуыбыҙҙан тора.
- Динә АРЫҪЛАНОВА.