

Ғаиләлә өс ҡыҙ үҫкәндәр, шуғалыр ҙа Светланала нәзәкәтлелек тә, күңел күркәмлеге лә етерлек.
Башҡорт дәүләт университетының “Иҡтисади һәм социаль география” йүнәлеше буйынса магистратура тамамлаған Светлананың ҡыҙыҡһыныуҙары төрлө яҡлы: спорт менән шөғөлләнә, шәхес булараҡ үҫешеү темаһына төрлө курстарға, семинарҙарға йөрөй, психологияны өйрәнә. Әлеге ваҡытта Өфөлә үҙенең уҡыу үҙәген булдырған, социаль өлкәлә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн проект та әҙерләй.
Буш ваҡытында Светлана бокс, йөҙөү менән мауыға. “Был шөғөлдәр арҡылы үҙемдә көслө сифаттар тәрбиәләйем”, – ти ул. Светлана өлгөлө әсәй ҙә – Әкрәм исемле ул үҫтерә.
“Ниндәй ҡаҙаныштарың бар?” тигән һорауға ул үҙенсәлекле һәм ҡыйыу яуап бирҙе: “Бынан өс йыл элек, ауырлыҡтарға ҡарамайынса, бар көсөмдө йыйып, оҙайлы мөнәсәбәттәргә нөктә ҡуйҙым, билдәһеҙлеккә табан атланым. Беҙҙең арала күптән мөхәббәт тә, ихтирам да, бер-беребеҙ менән һоҡланыу ҙа юҡ ине”.
Тағы ла башҡа ҡаҙаныштарынан: 2019 йылда Светлана Рәсәйҙең иң юғары нөктәһен яулаған – Эльбрус тауына күтәрелгән.
“Хәлһеҙлек аяҡтан йыға, күҙҙе йәш томалай, шулай ҙа үҙемдә улыма төбәп видеомөрәжәғәт яҙҙырырға көс таптым, беҙҙең барыһы ла яҡшы буласаҡ, тип юраным”, – ти ул был бейеклекте яулауы хаҡында.
“Кем булыуың түгел, ниндәй булыуың мөһим. Һәр һынау үҫешкә, яҡшыраҡ тормошҡа алып килә. Бер ҡасан да бирешмә!” Ошондай тормош девизы менән йәшәй Светлана.
Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фотоһүрәтегеҙ менән бергә үҙегеҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ. Беҙҙең электрон адрес: bashkortostan.gazeta@mail.ru1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра. 2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.Финалға үтеүселәрҙе жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында билдәләнәсәк.Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙәйәсәк.- Рубриканы Айгөл ЙӘМИЛЕВА алып бара.