

“Мөғжизәгә килә ышанғым...” Бер йырҙа шундайыраҡ һүҙҙәр бар түгелме? Әллә тәбиғәт серҙәренә кинәт кенә төшөнөп етә алмауҙан, йә иһә шул тәбиғәттең төрлө күренештәре алдында ҡаушап ҡалыуҙан, кеше ғүмер буйы уның аңы етмәҫлек һәм аҡылына буйһонмаҫлыҡ тағы ла ниндәйҙер көстәрҙең булыуына ышанып йәшәгән. Күреп белмәһә лә, ул ошо көстәр алдында баш эйгән, үҙ игелегенә яуап итеп игелек көткән, яуызлыҡ күренештәренә ҡаршы хәл ҡәҙәренсә көрәшкән.
Әкиәттәр һәм легендалар, халыҡта быуындан-быуынға һөйләнә килгән риүәйәттәр һәм хикәйәттәр һис тә тикмәгә генә хасил булмаған. Әкиәт геройҙарының тылсымлы сифаттарға эйә булыуы, төрлө сүрәттәргә инә алыу һәләте, юҡты бар итеү, ҡарасҡыны гүзәл ҡыҙ йә егет рәүешенә кертеү — былар барыһы ла, ышанһаҡ-ышанмаһаҡ та, кеше психикаһына аҡрынлап йоғонто яһай. Реаль тормошта булмаҫтай күренештәргә тәүҙә бала-саға ышана, унан һуң, ысынбарлыҡта ышанысын юғалтып, аптырап йөрөгәндә, оло кеше лә үҙе лә белмәгән-күрмәгән яҡтан мәрхәмәт көтә башлай. Бында, әлбиттә, диндең, уҡылған китаптарҙың һәм ғаиләләге тәрбиәнең йоғонтоһо ҙур.
Әҙәм балаһының Аллаһ ҡөҙрәтенә йәки ниндәйҙер башҡа көстәргә ышанып йәшәүендә, әлбиттә, бер ниндәй ҙә зарар юҡ. Киреһенсә, һәр нәмәне инҡар итеп, үҙен генә юғары тотоп йөрөүселәр ҡурҡыныс. Әгәр кешегә рухи таяныс була икән, уның һүнеп барған өмөтөн яңынан ҡабыҙа алһа, ул, әйҙә, ышанырҙай нәмәгә ышанһын. Ҡайтҡан өмөт үлем сигендәге кешегә лә йән өрөүе ихтимал. Яҡшы һүҙ — күтәрә, яман һүҙ — үлтерә бит. Ошо күҙлектән сығып ҡарағанда, ипле һүҙле оло кеше һәйбәт психолог-табиптан да уңышлыраҡ дауалай.
Донъялар тыныс, ғаиләләр имен булғанда, йөрәккә яра һалынмай, ләкин тормош барышы гел генә беҙ теләгәнсә түгел. Кешелек йәмғиәте алға бер аҙым яһауға, ул шуға бәрәбәр бәлә-ҡазаға юлыға. Һуғыштар, милләт-ара һәм конфессия-ара ыҙғыштар, байҙар менән фәҡирҙәр араһындағы дошманлыҡ, тәбиғәттә тыуып торған мәхшәрҙәр, кешене кешелектән сығара барған глобаль әхлаҡһыҙлыҡ – башыбыҙ өҫтөнә төшкән һәм төшәсәк афәттәрҙе һанап сығыу ҙа мөмкин түгел. Алда күрәсәк ҡазаларыбыҙҙың ҡайҙан килерен һәм ниндәй булырын әле башҡа килтереү ҙә мөмкин түгел.
Йәмғиәттә сирҙәр көсәйгән һайын, уны дауаларға теләүсе “табиптар” күбәйә.
Советтар Союзы тарҡалып, Рәсәй сәйәсәте һәм иҡтисады агония сигенә яҡынлашҡас, беҙҙең илде Европанан, океан аръяғынан тороп “дауаларға” теләүсе кешеләр күбәйеп китте. Етәкселәребеҙ илебеҙҙең хәле тураһында үҙебеҙҙәге аналитиктарҙан түгел, Донъя банкы, Париж клубы, БМО эксперттарынан һораша башланы. Америка кәңәшселәренең һүҙен тотмаған хәлдә кредит-фәләндәр бирелмәне. Рәсәйҙең иҡтисади стратегияһын эшләү бурысы Аҡ йорт белгестәренә күсте.
Ҡыҙғаныс, әммә туҡһанынсы йылдарҙа, бер мәл, Канадала йәшәгән бер мадъяр иҡтисадсыһы Башҡортостан хөкүмәтенең кәңәшсеһе булып алды. Рәсәй халҡы менән телевидение аша бер йылды аралашҡанда, “Көнбайыш беҙгә ярҙам итерме икән?” тигән һорауға В.В. Путин: “Ә ниңә беҙгә кемдер ярҙам итергә тейеш, беҙ ғәрипме ни?!” – тип ҡырыҫыраҡ яуап биргәйне.
Бик хуп яуап булды ул һәм ил башы бахырлыҡ психологияһынан ҡотолоу зарурлығына аныҡ ишара яһаны. Күршеләрең менән донъя мәшәҡәттәре хаҡында кәңәш итеү яҙыҡ эш түгел, әммә һәр көн, усаҡҡа ут ҡабыҙған һайын, уларға әйләнеп ҡарау ҙа дәрәжәңде күтәрмәй.
Әллә Совет власының ҡаты ҡулы шулай быуып тоттомо, әллә партия пропагандаһы үҙ эшен башҡарҙымы, иллә ул йылдарҙа им-томсолоҡ, күрәҙәселек күҙгә ташланып барманы. Килеп сыҡҡан хәлдә лә ул күренештәр һаман йәшәп килеүсе дини хөрәфәттәр, халыҡтың наҙанлығы менән бәйләнде. Ләкин, йәшертен булһа ла, им-том итеү, ноҡот, кәрт ярҙамында яҙмышыңды төҫмөрләргә теләү, ҡот ҡойоу, ен ҡыуыу, бала ҡабул итеү кеүек нәмәләр барыбер йәшәп килде. Бында кемделер ғәйепләргә, халыҡтың самаһыҙ бер ҡатлылығынан көлөргә лә ярамай. Өмөтһөҙлөк сигендә әҙәм балаһы һыуға ла таянып ҡарай, уттан да йәшәү терәге эҙләй.
Илебеҙ тарихында буталсыҡ осор башланғас, төрлө экстрасенс, халыҡ табиптары, күрәҙәселәр ҡапыл ғына пәйҙә булды. Атаҡлы шарлатан һәм авантюрист Григорий Распутин егерменсе быуат башында, йәмғиәттә буталсыҡлыҡ көсәйгәс, ижтимағи ҡапма-ҡаршы тороу айырыуса киҫкен төҫ алғас, эшсәнлеген йәйелдереп ебәргән. Әйткәндәй, распутиндар ил тарихында элегерәк тә килеп сығып торған, яңы тарихта улар айырыуса ишәйеп китте.
Намыҫы саф кеше бала кеүек була. Ул фантазияға ла, алдашыуға ла, хатта шаярып әйтелгән һүҙгә лә ышанып бара. Ә юғарыла телгә алынған экстрасенстар һәм им-томсолар – һәйбәт психологтар. Улар айырым кешенең генә түгел, хатта тотош йәмғиәттең ниндәй кәйеф менән йәшәүен, халыҡтың нимә хаҡында хыялланыуын, бәлә-ҡазанан нисек арынырға белмәй яфаланыуын белеп-һиҙеп тора.
Йонсоған кешенең күңелен иретер һәм уның хәленә ингән булып күренер өсөн бер йылы һүҙ ҙә етә. Ә инде ярҙам да вәғәҙә итһәләр, ул бөтөнләй иреп төшә. Ошо урында рациональ фекер, айыҡ аҙым юғала.
Сама тигән нәмә юҡ. Шәхсән хистәремә ихтыяр биргәндә, мин халыҡтың аҡылын бөтә нәмәнән дә өҫтөн ҡуям, шуға күрәлер төрлө экстрасенстар, “халыҡ табиптары” йоғонтоһона сабыйҙарса бер ҡатлылыҡ менән бирелеүселәрҙең көтөлмәгәнсә күп булыуы хайран ҡалдыра. Бында, бәлки, матбуғатта йондоҙнамәләр, астрологик күрәҙәлектең даими баҫыла килеүе лә үҙенекен итәлер. Ни тиһәң дә, халыҡ ташҡа баҫылған һүҙгә, телевизорҙан, радионан әйтелгән хәбәргә ышанып барыусан. Хәбәр – ул тауар. Әгәр ҡулланыусы бар икән, ул мәғлүмәт баҙарына һәр ваҡыт сығып торасаҡ.
Француз тел ғалимы Пьер Буаст ошо мәсьәләләр хаҡында былайыраҡ фекер әйткән: “Шарлатандар кешеләр күңеленә өмөтләндергес һәм һәйбәт хыялдар һала; был хыялдарҙың файҙалы хәҡиҡәткә ҡарағанда тиҙерәк һәм ихласыраҡ ҡабул ителеүен улар яҡшы белә”. Ҙур-ҙур залдарҙы тултырып, халыҡты “игелеккә йүнәлткән” Анатолий Кашпировскийҙы, һыуҙы тылсымлы көс менән “байытҡан” Алан Чумакты, власть башындағыларҙы ла ышандыра алған Джунаны әле лә хәтерләйһегеҙҙер. Кашпировский хатта, Мәскәүҙән тороп, Тбилисила телевидение аша хирургик операция эшләп маташты. Көлһәң, көлөрлөк, илаһаң, иларлыҡ. .
..Беҙҙең ауылға ла бер “халыҡ табибы” килеп төшкән. Халыҡҡа эйәреп, әсәйем менән күрше Камилә инәй ҙә клубҡа киткән. Камилә инәй һуҡырайып бара, уға им кәрәк икән. Ултыралар. “Халыҡ табибы” – сәхнәлә. Камилә инәй әсәйемдән һорай: “Мөнирә, йә, дауалаймы шул, юҡмы?” “Әлләсе, дауалағанын ҡайҙан беләйем, ҡулын тегеләй-былай һелтәй әле”, – тип яуаплай икән әсәйем.
Сәхнәнән ҡул һелтәп дауалауҙы күргән әсәй-инәйҙәребеҙгә күптән инде табиптар кәрәкмәй. Ә беҙ һаман сихырсылар заманында йәшәйбеҙ.
- Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.