

Фән өлкәһе һис ҡасан да бер урында тормай: ул һәр ваҡыт үҫеш, эҙләнеү, асыштар юлында. Бынан бер-ике тиҫтә йыл элек кенә кеҫә телефоны ла күптәребеҙ өсөн иҫ киткес яңылыҡ булып ҡабул ителгәйне. Бөгөн ул һәр беребеҙҙең ҡулында, хатта бер йәшлек бәпестәр ҙә смартфон экранына баҫып, бармаҡ менән оҫта идара итә белә. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға тәҡдим иткән техника төрҙәре менән ҡулланыу, бәлки, күптәр өсөн хыял ғына булып тойолор, әммә тормош үҙенекен раҫлай. Шуға күрә биш-ун йылдан йәки унан да иртәрәк һәр бер өйҙә, ҡалала булһынмы, ауылдамы, робот-саң һурҙырғыстар геүләп иҙән таҙалаһа, пар шкафтары эшләп ултырһа, һис тә аптырарға кәрәкмәй.
Саң һурҙырғыс робот
Был техника төрө 2000 йылдар башында уҡ уйлап табылған. Бөгөнгө төрҙәре диаметры 28 – 35 сантиметр, бейеклеге 9 – 13 сантиметр булған диск рәүешендә сығарыла. Һуңғы ваҡытта бейеклеге алты сантиметрҙан артмаған яңы төрҙәре барлыҡҡа килде, улары диван, шкаф кеүек йыһаз аҫтарын да таҙалай ала.
Роботҡа алдан күпме майҙанды таҙалау бурысы ҡуйыла, шуға ярашлы ул өй буйлап хәрәкәт итеп, махсус щеткалар ярҙамында сүп-сарҙы йыйып ала. Саң һурғыс махсус модуль – “база” аша заряд йыя. Уларҙың заманса төрҙәре эште тамамлағандан һуң үҙе “база”ны табып, заряд йыйыу өсөн модулгә тоташа белә. Бөгөн бындай саң һурғыстарҙың ҡоро, еүеш йыйыштырыуға, хатта иҙәнде йыуыуға һәләтле төрҙәре сығарыла (һуңғылары әлегә ҡулланыусылар баҙарында ныҡлы таралмаған, сөнки уларҙы хеҙмәтләндереү ҡатмарлы). Әгәр эш барышында берәй ҡаршылыҡҡа осраһа, саң һурғыс шунда уҡ тауыш сығарып хәбәр итә. Өҫкө ҡаттан йәки баҫҡыстан ҡолап төшөүҙән махсус датчиктар һаҡлай, улар роботҡа алда хәүефле урын барлығын иҫкәртә, һәм саң һурғыс ул ерҙе урап үтә йәки кире борола.
Хужаларға техниканың сүп-сар йыйыу урынын һәм щеткаларын ваҡытында таҙалап тороу бурысы ғына йөкмәтелә. Бындай аҡыллы ярҙамсы күп ҡатын-ҡыҙҙарға дан булыр ине, моғайын!
Яҡтыртҡыслы саң һурҙырғыстар
Ысынбарлыҡта улар һәр кемебеҙҙең йортонда булған ғәҙәти саң һурҙырғыс, әммә күпкә камилыраҡ һәм уңайлыраҡ. Уларҙың саң һурыу ҡулайламаһы йәлпәк итеп эшләнә һәм яҡтылыҡ лампалары менән тәьмин ителгән. Был йорт йыһазы аҫтындағы иҙәнде йыйыштырыу өсөн бик уңайлы. Ҡулайлама махсус резина ҡатлам менән көпләнгән, йәғни шул уҡ режимда килеш йомшаҡ япмаларҙы, келәм һәм балаҫтарҙы, мебелде, пәрҙәләрҙе лә яҡшы таҙарта. Беҙ өйрәнгән щетка булмағас, сәс һәм башҡа сүп-сар эләгеп йонсотмай. Саң һурғыстың ҡулайламаһын иҙәнгә һалыу менән ул үҙенән-үҙе эшләүҙән туҡтай, яңынан ҡулға алһағыҙ, эшләп китә.
Пар мейесе
Бындай мейестәр бер нисә функцияны үтәй ала: парҙа бешергес, духовка, йогурт эшләгес, хатта фритюрница. Әгәр унда “Healthy Fry” тигән функция булһа, ризыҡтарҙы майһыҙ ғына кетерләп торған итеп ҡурырға мөмкин. Мәҫәлән, әлеге һүрәттәге мейес 18 төрлө программаға эйә. Ысынбарлыҡта ул микротулҡынлы мейесте алмаштыра, әммә йылытыу өсөн пар һәм конвекция ҡуллана. Пар мейесендә төрлө ризыҡ, ҡамыр аштары бешерергә, компот ҡайнатырға, ит быҡтырырға, ғөмүмән, йәнең теләгән аш-һыуҙы әҙерләргә мөмкин. Пар ярҙамында эшләгәнгә күрә, ризыҡтар һутын, тәмен, файҙалы элементтарын, витаминдарын юғалтмай. Бындай мейес айырыуса йәш балалы ғаиләләр, еңелсә туҡланыуға өҫтөнлөк биргән оло йәштәгеләр, диета тотоусылар өсөн шәп әйбер. Парҙы юғары температураға ҡуйып, балаларҙың һауыт-һабаһын эшкәртеп алырға була.
Пар шкафы
Был техника тәү башлап бынан бер тиҫтә йыл элек Көньяҡ Кореяла етештерелә башлаған. Әлеге ваҡытта был илдә һәр дүрт минут һайын бер пар шкафы һатыла.Уның эшмәкәрлек асылы ике көнкүреш техникаһынан алынған: кейемде йәки башҡа әйберҙәрҙе пар ярҙамында эшкәртеү – кер йыуыу машинаһынан, ә температураны һәм һауа ағымын көйләү – һыуытҡыстан. Пар шкафында тотоп алыу кейем-һалымды сафландыра, насар еҫтәрҙән арындыра, еңелсә дезинфекциялай. Тағы ла шуныһы: эшкәртеү барышында һәр төрлө аллергендарҙың һәм бактерияларҙың 99 проценты юҡҡа сыға. Мәҫәлән, салбарҙағы сырыш урындарҙы тулыһынса бөтөрөп, ә “уҡтарҙы” тағы ла нығыраҡ итергә мөмкин. Пар шкафы күлдәк һәм итәктәрҙәге үтекләү өсөн мәшәҡәтле урындарҙы бер ауырлыҡһыҙ яҙып бирә ала. Төрлө кейем-һалым өсөн төрлө программалар, смартфон аша идара итеү мөмкинлеге лә ҡаралған. Мәҫәлән, “Сафландырыу”, “Киптереү”, “Гигиена” тигән программаларҙы айырым да ҡулланып була. Был шкаф – шулай уҡ түшәк-ҡаралтыны, йомшаҡ уйынсаҡтарҙы таҙартыу йәһәтенән дә бына тигән ярҙамсы. Уны хәҙер айырым ғаиләләр генә түгел, офистар өсөн дә теләп һатып алалар.
Универсаль техника
Бөгөн бәләкәй майҙанлы аш-һыу бүлмәләре, фатир-студиялар өсөн тәғәйенләнеп, бер нисә төр техниканы берләштергән моделдәр ярайһы уҡ киң тарала бара. Мәҫәлән, аш-һыу әҙерләү өсөн панелде, бешеренеү мейесен һәм һауыт-һаба йыуыу машинаһын берләштергән көнкүреш техникаһы бик популяр. Әлбиттә, бындай машинала үтә күп һауыт-һабаны бер юлы йыуып булмай, улар башлыса алты комплектҡа ғына иҫәпләп етештерелә. Уның ҡарауы, ҡулланылған һауыт-һабаны йыйып йыуырға яратмаған хужабикәләр өсөн бик ҡулай. Бәләкәй булыуы иҫәбенә бешеренеү мейесе лә, һауыт-һаба йыуыу машинаһы ла эконом-класҡа ҡарай, йәғни электр энергияһын, һыуҙы аҙ сарыфлай.
Ике барабанлы кер йыуыу машинаһы
Күп хужабикәләр үҙ тормошон кер йыуыу машинаһынан тыш күҙ алдына ла килтерә алмайҙыр. Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙ өсөн көнкүрештәге иң ҙур ярҙамсының береһе ул! Тик уның да эшмәкәрлегендә айырым ҡағиҙәләр бар, мәҫәлән, аҡ һәм ҡара керҙәрҙе бергә һалып йыуып булмай. Ошондай осраҡтар өсөн ике барабанлы кер йыуыу машиналары етештерелә башланы. Уны башлыса ҙур ғаиләләр теләп һатып ала.Әлбиттә, ул арыу уҡ урынды аласаҡ, күптәренең үлсәме 130х60х60 сантиметр тирәһендә тирбәлә. Барабандар бергә лә, айырым да эшләй ала, уларҙың өҫкөһө – еңелсә әйберҙәр, аҫтағыһы, күпкә һыйҙырышлыраҡ булып, ауыр керҙәр өсөн тәғәйенләнгән. Хәҙерге кер йыуыу машиналары әйберҙең ауырлығын үлсәп, һыу сарыф итеүҙе үҙаллы билдәләргә һәләтле.
Мини-машина
Сауҙала стенаға элеп ҡуя торған бәләкәй генә кер йыуыу машиналары барлыҡҡа килде. Улар – ҡыҫынҡы торлаҡ өсөн ҡулай тауар. Бындай техника төрө, ғәҙәттә, өс килограмға тиклем кер һыйҙырышлы итеп эшләнә. Режимдар төрлөлөгө алтау-етәү тирәһендә тирбәлә. Киңлеге ни бары 30 сантиметр тирәһе тәшкил иткән машина күп урын алмай. Бындай техника керҙе аҙ-аҙлап, йыш йыуған хужабикәләр өсөн дә бына тигән ярҙамсы буласаҡ.
“Аҡыллы” таҡта
Аш-һыу бүлмәһендә ризыҡ турау өсөн тәғәйенләнгән таҡталарҙың ниндәй генә төрҙәре юҡ: ағас, пластмасса, йомшаҡ пластик, быяла... Ә хәҙер хужабикәләр уның “аҡыллы таҡта” тип аталған төрөн дә үҙ итте. Уларҙың төрҙәре күп: берәүҙәрендә үлсәү, икенселәрендә таймер йәки ультрафиолет лампа урынлаштырыла, өсөнсөләрендә быларҙың барыһы ла бар. Үлсәү-таҡтаның өҫтөнлөгөн хужабикәләргә аңлатып тороу кәрәкмәй ҙә. Таймер ярҙамында берәй ризыҡтың әҙер булыу ваҡытын билдәләргә мөмкин, ә ультрафиолет лампа – аҙыҡ-түлекте зарарһыҙландырыу өсөн шәп нәмә. Шулай уҡ бындай таҡталарҙың ҡайһы берҙәрендә бысаҡ үткерләгес тә була.
Тостер-бысаҡ
Бынан бер нисә йыл элек “Автостопом по галактике” тигән Америка фантастик фильмында икмәкте киҫкән мәлдә үк ҡурған бысаҡты күрһәтәләр. Әле фантастика ысынбарлыҡҡа әйләнде. Микротулҡынлы трансформатор ҡулланған бысаҡтың йөҙө шул тиклем ныҡ ҡыҙа, һөҙөмтәлә икмәк киҫәге шунда уҡ ҡурылып, тостерҙа тотоп алған кеүек була. Шуны иҫтә тоторға кәрәк: тостер-бысаҡ – бик хәүефле ҡорамал, айырыуса бәләкәй балалар булған өйҙә уны ҡарауһыҙ ҡалдырыу ҡурҡыныс.
- Интернет мәғлүмәттәрен файҙаланып, Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА әҙерләне.