Йәмғиәт
16 Июль 2021, 11:53

Сөгөлдөр тәме

Был донъяның әкәмәттәре етерлек инде ул. Берҙән, көн дә тигәндәй ниндәй ҙә булһа берәй асыш яһап тораһың. Икенсенән, олоғая барған һайын, һис тә көтөлмәгән, элек күҙ алдына килтерерлек булмаған әкәмәттәргә һуғылаһың.

Әйтәйек, беҙ йәштән яҡшыны – яҡшы, насарҙы – насар, тип кенә фаразларға күнеккәнбеҙ. Ә тормоштоң ағыштағы ҡашлағын яулап ҡырҡышҡан саҡта шундай асыш яһап хайран ҡалаһың: бәй, яҡшылыҡтың да – насарлығы, насарлыҡтың да яҡшылығы була икән дәһә!

…Оло ҡыҙым ауыл егетенә кейәүгә сыҡты, ике балалары бар. Улар өй һалырға уйлағас, ярҙам итергә булдым. Йылайырҙан шығырҙап торған ҡарағай бура алып ҡайттыҡ. Нигеҙҙе өмә яһап ҡойҙоҡ. Күрше республиканан, йәғни Яҡут ауылынан, бөрйәндәр Рафиҡ менән Фәнил Ҡәҙерғәлин­дәр, Радик Ҡусмаев атлы егет килеп төштө. Аллабирҙе ҡыпсаҡ­тары Вәдит, Валерий, Айҙар, Ирек Ҡуҙбаевтар, Иршат, Динар Дәүлә­товтар көн ярымда был ауыр эште йомғаҡлап та ҡуйҙы.

Ырымбурҙан алыпмы, Морапталда быстырыпмы, таҡтаһын да еткерҙек. Ишек-тәҙрәләре, торба­һы, башҡа кәрәк-ярағы хәстәрлән­де. Аяҡ-ҡул, елкә, баш урынында булһа, кеҫә бик үк таҡыр булмаһа, был эштәрҙе теүәлләргә була икән, әллә ни геройлыҡ кәрәкмәй. Миңә инде, мыжырға әүәҫ кешегә, йәштәр өй төҙөү эшендә тейешенсә әүҙемлек күрһәтмәгән һымаҡ тойола ине. Эше күп бит инде, көн дә эшләмәһәң, оҙаҡҡа һуҙыласаҡ, тип борсолаһың. Әйтергә кәрәк, әҙәм дә бер-береһенә ярҙам итеп бармай хәҙер. Балта оҫталары юҡ тиер­леҡ. Ә ҡулынан эш килгәненең икенсе ҡулында ыстакан. Бер ҡул менән әллә ни эш ҡыра алмай. Ҡадир ҡустыма рәхмәт, оҫталыҡ талап иткән ағас эштәрен башҡарҙы ул. Әлбиттә, кейәүҙең туғандары, дуҫтары өй һалыу һымаҡ оло эштән ситтә ҡалманы, кәрәк саҡта ярҙам иттеләр, рәхмәт уларға. Мин был хәл-ваҡиғаларҙы үҙемдең күҙлектән, үҙем белгән-күргәндән яҙам, баштан үткәндән сығып фекер йөрөтәм, әлеге “миндә генә дөрөҫлөк” тип һис тә әйтә алмайым. Йәштәр, Аллаға шөкөр (һүҙ ҡыҙҙарым һәм кейәү­ҙәрем хаҡында), эштән ҡурҡмай былай. Картуф үҫтерәләр, мал тоталар, донъя көтөргә тырышып яталар.

1961 йылдың йәйендә Мәҡсүт ауылында халыҡ ун өй (һәр унынсы ғаилә!) һалды. Урам аша торған Хәлил абзый Хәлитов бер йәй эсендә бер үҙе өй һалып керҙе. Балтаһы көн һайын иртәнән кискә тиклем тумыртҡа һымаҡ туҡылданы. Шул йылда беҙҙең ғаилә лә, тырышып-тырмашып, яңы өй һалып инде. Зифа апайым менән (беҙгә 13-14 йәш ине) Үрге Ауыл (Мәҡсүт) урынынан нигеҙ ташы ташый инек. Атайым ауырып киткәйне. Ағас эштәрен Хәкимйән Һырлыбаев менән Фәтих Абдрахманов ағайҙар башҡарҙы. Ауылда ике-өс өй генә тимер башлы ине, ахыры, береһе – беҙҙеке. Иҫке тимерҙе лә ҡулайлаштырып була ине шикелле, йә түл (рубероид) ҡулланырға, тик әсәм ҡаты торҙо: “Яңы тимерҙән ябабыҙ!”

Әгәр ҙә шул йылдар хаҡында ҡобайыр яҙылһа, уның бер өлөшө Мәхрүсә Хәмәтйән ҡыҙы Амангилдина – Һөйөндөкованың ҡалай тимер алырға тип Ырымбурға сәфәр ҡылыуы, мажаралары хаҡында булыр ине.

Тимер ҡайтты. Яҡын туғандарыбыҙ Шәрифйән Һөйөндөков менән Иншар Шәйәхмәтов ҡыйыҡ башында – береһе сүкелдәһә, икенсеһе туҡылдай. Аллаға шөкөр, йығылып төшмәнеләр, сөнки бал һемереп эшләгәндәре лә булды. Көн оҙон, эш тамамланып, ашап-эсеп алғас, ҡаҙ үләнендә йоҡлап ятҡандары ла иҫтә ҡалған ағайымдарҙың.

Нәсибә апайым 47 йыл элек Башҡортостандағы Яҡут ауылы егетенә кейәүгә сыҡҡайны. Беҙҙең Ырымбур өлкәһендә сөгөлдөр үҫтермәйҙәр, Башҡортостанда үҫтерәләр. Хөрмәтле Банат апай Батырованы иҫкә төшөрһәк, был шөғөлдөң электән килгәнлеген билдәләргә була. Башҡортостанда сөгөлдөр үҫтереүгә хөкүмәт ҡарары ҡасан ҡабул ителеүен белеү беҙҙең өсөн мөһимдер, тарихыбыҙ бит. Малай саҡта был тарих елкәгә тейҙе-тейеүен. Йәй булдымы, Зифа апайым, Таһир ҡустым менән тәпкеләрҙе тотоп, сөгөлдөр уташырға Яҡут юллайбыҙ. Ул саҡта техника шул “матик” та көрәк-һәнәк инде. Ҡый үләнен матик менән ҡыяһың, ә сөгөлдөрҙө бармаҡтар менән бер генә бөртөгөн ҡалдырып һирәкләйһең. Ерҙе гектарлап бирәләр бит инде.

Әлеге плантациялағы ҡолдар кеүек эшләйһең – ҡамсы тотоп торған хужа ғына юҡ янда. Тәүге ваҡыттарҙа эш хаҡына шәкәрҙе аҙ бирәләр ине. Уның ҡарауы, илде шәкәр менән тәьмин иткәнбеҙ бит, изге эш быныһы. Насарлыҡтың яҡшылығы, тигәндәй… Һуңынан ауылға техника килә башланы, сөгөлдөр эшләү плантацияһында еңеләйҙе. Күмертауҙа, хатта Ырымбурҙа йәшәүселәр ер алып эшкәртә башланы. Ҡала балаларын эшкә өйрәтеү өсөн уңайлы булды был. Шул йылдарҙа Ҡотлоюлға алыҫ түгел Әҫән йырыны ситендә ай яҡтыһында сөгөлдөр утап йөрөүсе күҙлекле бер бәндә хаҡында имеш-мимеш йөрөгәйне. Мин инем ул.

Йәйен ике тапҡыр утайһың, көҙөн көрәк менән ҡаҙаһың сөгөлдөрҙө. Артабан һәр сөгөлдөр башын бысаҡтан үткәрергә кәрәк. Өйөм тирәләй ултырып, “ызнай сәсен” ҡырҡаһың татлы тамырҙың, ҡойроғон өҙәһең. Бер йылын ошо эштәрҙе Ҡотлоюлда ямғыр аҫтында маташтырҙыҡ, әй. Тәбиғәт тә мәрәкәсел икән. Иртәнән кискә ямғыр туҡтамай бит инде, ҡояш байыр-байымаҫ шәфәҡ яҡтыра бит! Зилә һылыуым: “Кис аяҙыһа, һис аяҙымаҫ!” – тип шарҡылдашып көләбеҙ. Арбаға тейәлешеп, саптырабыҙ ауылға. Юл буйы тамаҡ ярып һөрәнләйбеҙ, малай, бигерәк тә ямғыр шырлап ҡойған саҡ булһа…

Донъя ҡуласа, тигәндәй, сөгөлдөрҙөң тәме элек әсе тир тәме булһа, хәҙер шәкәр тәменә әйләнде. Был әселе-татлы тәм-том өсөн “бөтә союз старостаһы” Калинин бабайға рәхмәт әйтергәме-юҡмы, тип баш ватаһың ҡайһы саҡ. Әкәмәт.

Кем әйтер, донъялар үҙгәрмәй, тип. Бына Ҡотлоюл ауылында әллә 30, әллә 35 йыл бригадир булып эшләгән Дамир Ибраһимов еҙнәм нимә ти:

– Хәҙер сөгөлдөрҙө утау бөттө. Германиянан килгән техника ярҙамында ҡый үләненә ҡаршы хәҙерге заман технологияларын ҡулланабыҙ. Төндәрен баҫыуға махсус препарат һибәбеҙ. Матиктың эше бөттө! – тимәһенме! Бына ғәләмәт, ә? Ҡала балаһын хәҙер нисек эшкә өйрәтергә?

Дауыт АМАНГИЛДИН

Читайте нас