

Ни өсөн башҡорт ҡыҙҙары ҡырыҫ? Был яҡшымы, насармы, ул ысындан да шулаймы? Был әңгәмә миңә, инде оло кешегә, ҡыҙыҡ тойолдо, үҙ фекеремде белдермәксе булдым.
Әйтәйек, ҡала транспортында, урамда йә паркта таныш булмаған ҡыҙ кешегә, йә ҡатын-ҡыҙға ипле генә итеп һүҙ ҡушаһың, ти. Бөтә осраҡта ла тиерлек “тырт-мырт”ҡа тартым яуап ишетәһең. Йыш ҡына “көсһөҙ зат” тупаҫ тәкәбберлек менән ир-егетте шунда уҡ “йыға һуға”. Былайтып әҙәм балаһын рәнйетергә ярамай, хөрмәтле ханым-туташтар. Һәр хәлдә ипле итеп яуап бирергә кәрәк.
Тупаҫлыҡ менән йәнәш ҡырыҫлыҡ элегерәк совет илендәге күпселек ҡатын-ҡыҙға хас булғандыр, милләтенә ҡарамайынса. Был хәлдең сәбәптәрен мин дөйөм мәҙәниәттең һәм коммунистик тәрбиәнең үҙенсәлеге, дөрөҫөрәге, бер яҡлылығы, рухи азатлыҡтың сикләнгәнлеге менән аңлатыр инем. Ә башҡорт ҡыҙҙары, өҫтәүенә, башҡаларға ҡарағанда ҡырағайыраҡ та тойола ине, үпкә булмаҫтыр. Бәлки, был сифат беҙҙең халыҡтың, ни тиклем парадоксаль булмаһын, эске азатлыҡ тойғоһоноң көслө булыуынан да киләлер.
Институт бөткәс, Пермь ҡалаһында нефть заводын сафҡа баҫтырып йөрөйөм 70-се йылдарҙа. Үҙебеҙҙең ҡыҙҙар юҡ, башҡаларға яҡынайыу хаҡында уйлап та бирмәйһең, шулай тәрбиә алынған. Ҡаңғырып йөрөлә. Урамда матур башҡорт ҡыҙы осраны. Бында практика үтә икән. Бик ыңғай һөйләштек, яҡташтар бит инде, Өфөлә уҡығанбыҙ. Киноға саҡырам. Күреп торам, теләге бар, әммә икеләнә милләттәш ҡыҙыҡай. Риза булманы. Хәтерем ҡалды, һуңынан әсәмә зарланам. “Ҡурҡҡандыр ул”, – ти. Вәт әкәмәт! Минең хаҡта “ҡыҙҙар һымаҡ бит ул” тип йөрөгән әсәм шулай тип торһон инде! Ысынында иһә ул саҡта мин үҙем ҡурҡа инем ҡыҙҙарҙан. Шул уҡ йылдарҙа Кубала командировкала булып ҡайтҡан хеҙмәттәшемдең һөйләгәне иҫкә төшә. “Унда ҡыҙҙар беҙҙәге һымаҡ ҡырыҫ түгел, Һөйләшеп баралар. Троллейбуста бер ҡыҙға һүҙ ҡуштым. Янында әсәһе баҫып тора. Шунда уҡ кисен паркта осрашырға һүҙ ҡуйыштыҡ”, – ти теге.
Тормош шулай ҡоролғандыр, әҙәм балаһы үткәндәре өсөн үкенергә яратыусан. Оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ яғынан шул үкенестәрҙең береһе ошондай өндәр теҙмәһенән ғибәрәт: “Фәлән ваҡытта ниңә төгән әфәнде менән һин дә мин һөйләшмәнем икән, әгәр шунда танышҡан булһаҡ...”. Гүзәл затҡа “тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ” тип тә әйтеп булмай, әлбиттә. Бында баҫалҡылыҡ һәм ҡырыҫлыҡ, мосолман дине ҡанундары һәм ғәҙәти тормош принциптары араһында ниндәйҙер баҫҡыс табырға кәрәктер.
Көнкүрешебеҙгә күптән инде “һәүетемсә аралашыусанлыҡ” тигән күренеш үтеп ингән. Хәҙерге шарттарҙа ҡырыҫлыҡ артҡа сигенергә мәжбүр. Тик ҡапма-ҡаршы яҡтың осона сығып китмәйек, мин әйтәм. Хәҙер ҡыҙҙар үҙҙәре танышлыҡ эҙләргә мәжбүр икән, тигән хәбәрҙәр ишетелеп ҡала. Быға аптырап булмай, сөнки егеттәргә ҡарайһың да ҡайһы саҡ уларҙың ҡыҙҙарға ҡарата ғәмһеҙлегенә хайран ҡалаһың. Был тәбиғәт ҡанундарына тап килмәй бит. Беҙҙең быуын ул яҡтан камил булды, Аллаға шөкөр. Бәлки, мин хәҙерге егеттәргә ҡарата ғәҙел түгелмендер. Улайһа, һүҙемде күңеллерәк тамамлау фарыз.
...Кискәрәк ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарап һоҡлана-һоҡлана китеп барам, әллә килә ятам. Ҡаршыға матур кейенгән һылыу килә. Уны фырт ҡына егет ҡыуып етә:
– Ғәфү итегеҙ, һеҙҙең менән танышырға мөмкинме?
– Юҡ, мин ашығам. Икенсенән, танышырға теләмәйем, ғәфү итегеҙ. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.
Башҡортса һөйләштеләр.
- Дауыт АМАНГИЛДИН.