

Ысынлап та, эш – һөнәр генә түгел, әҙәм балаһының үҙ-үҙен асыу сығанағы, күңелгә рәхәтлек һәм ышаныс биргән йән аҙығы, ул һине биҙәй һәм үҫтерә.
Табип апайҙың йәшле күҙҙәре онотолмай
Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, намыҫлы колхозсы Самат Вәли улы менән хәләл ефете Шәһәрбикә Әхмәҙулла ҡыҙы балаларына ошо мәңгелек ҡиммәттәрҙе биләүҙән һеңдерә алғандыр. Яппаровтар ғаиләһендә биш бала үҫә. Бөтәһе лә малайҙар – Ғәли, Фәрит, Наил, Камил, Урал. Совет заманында алдынғы хужалыҡтарҙың береһе һаналған “Россия” колхозында бухгалтер булған төплө белемле аталары менән мәктәпте бөткәс, артабан уҡыу мөмкинлеге булмаған зирәк әсәләренән балаларына һәйбәт гендар эләгә. Улар уҡыуға әүәҫ була, бөтәһе лә юғары белем ала.
Бер туғандар йыйылышһа, ғәҙәттә, бала саҡтарын иҫләргә ярата. Яппаровтар ҙа шулай. Хәҙер инде үткәндәрҙең ҡыҙығы ла ҡыҙыҡ, ҡот осҡос ваҡиғалары ла мәрәкәгә әйләнеп китә. Әммә яҙмыш биргән һабаҡтар был балаларҙа холоҡ тәрбиәләгән, уларҙы кеше иткән, сыныҡтырған, эргәләгеләрҙе баһаларға өйрәткән.
Яппаровтар бала саҡта ауыл ерендә медиктар ҙа, ауырыһаң, әллә ҡайҙа ятҡан дауаханаға алып барырлыҡ транспорты ла булмай. Бер заман ете йәшлек Камил үпкәһе шешеп ауырып китә. Тәне янып бара, табипҡа алып барып еткермәһәләр, иҫән ҡалырҙай түгел. Уны толопҡа урап, атлы арбаға һалалар ҙа оло юл яғына алып китәләр. Оло юлда бер машинаны туҡтатып, Күмертау ҡалаһындағы дауаханаға илтеп еткерәләр. Бала һушһыҙ ята. Табиптар кисекмәҫтән дауалай башлай. Күпме ваҡыт үткәндер, бер заман Камил күҙен асып ебәрһә, өҫтөнә эйелгән табип апайҙың йәш тулы зәп-зәңгәр күҙҙәрен күрә. Баланы алырға килгән әжәл менән көрәштә еңелеп барыуын тойғандыр ул, ҡотҡара алманым, тип өмөтһөҙлөккә төшкәндер, моғайын. Әммә табип менән бала еңеп сыға, Камил иҫән ҡала. Һауығып сыҡҡас, үҙен терелткән апай кеүек кешеләрҙе ҡотҡарыусы табип булырға ҡарар итә малай.
Камил Самат улы күк йөҙөләй зәңгәр, саф ҡарашты әле булһа онотмай. Ошо ҡараш, әйтерһең дә, ғүмеренә мәғәнә бирә, тормош шырлыҡтарында аҙаштырмаҫ маяҡҡа әйләнә...
Белемле лә, һәйбәт ойоштороусы ла
Камил Яппаров мәктәпте күп фәндәр буйынса “бишле”гә тамамлай, бөтә имтихандарҙы “отлично”ға тапшырып, Башҡортостан медицина институтына инә. Мәктәптә лә, институтта ла, кандидатлыҡ диссертацияһы яҙғанда ла уҡытыусыларҙан уңыуын өлгәшкәндәренең мөһим бер шарты итеп һанай табип. Ул махсуслашыу тармағы итеп неврологияны һайлай. Был һайлауҙа инде ошо уҡ институтты тамамлап, хирург булып сыҡҡан Ғәли ағаһының кәңәше хәл иткес була. Камил ағаһының тәҡдимен тыңлағанына һис үкенмәй, неврология специальносын бик оҡшата.
Институтты тамамлағас, Камил Яппаров Бәләбәйгә йүнәлтмә ала. Унда алты йыл эшләй, неврология буйынса ҙур тәжрибә туплай, ауырыуҙарҙың төрлөһөн күрә, диагноз ҡуйыу һәм дауалау оҫталығын арттыра.
Табиптың белемле белгес кенә түгел, ойоштороу һәләттәре лә булыуын күреп, уны баш табип урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Тыуған яҡтарында ла эшләү насип була уға. Күмертау район дауаханаһында бер нисә йыл баш табип урынбаҫары, унан һуң Өфөлә “Баштрансгаз”дың медсанчасында баш табип була. 2005 йылда етәксе һәм табип булараҡ бөтә һәләттәрен ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеген асҡан вазифаға – Шишмә район үҙәк дауаханаһының баш табибы вазифаһына – тәғәйенләнеш ала.
Шишмә дауаханаһы яңы һулыш ала
Гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында Камил Яппаровты ошо вазифала белеүселәр әҙ түгелдер. Дөрөҫ, яңыраҡ был вазифаны ҡалдырҙы, әммә ун алты йыл етәкселек итеү дәүерендә Шишмәлә һаулыҡ һаҡлау тармағын яңы кимәлгә күтәреп китте ул.
Күп профилле дауалау учреждениеһы район халҡына юғары квалификациялы тәүге медицина-санитар һәм махсус медицина ярҙамын күрһәтә. Дауахана комплексы бер нисә корпустан тора, сменаһына 600 ауырыуҙы ҡабул итерлек алты ҡатлы поликлиникаһы, йоғошло ауырыуҙар һәм наркология бүлексәләре бар. Дауахана ҡарамағында 42 фельдшер-акушерлыҡ пункты, дүрт табиплыҡ амбулаторияһы, тәүлек әйләнәһенә ашығыс һәм кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеүсе, йыл һайын 16 меңдән ашыу саҡырыу алып, ауырыуҙарҙы хеҙмәтләндереүсе ашығыс медицина ярҙамы бүлексәһе бар. Бына ошо ҙур хужалыҡты булдырыу, эшен теүәл, дөрөҫ, уйлап ойоштороу буйынса баһалап бөткөһөҙ ҙур хеҙмәт һалды Камил Яппаров. Шишмә район дауаханаһы ул етәкселек иткән осорҙа өр-яңы талаптарға яуап бирерлек үҫеш алды, киңәйҙе, халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү сифаты үҫте.
Баш табип тырышлығы менән 2017 йылда Шишмә ҡасабаһында заманса яңы поликлиника төҙөлөп сафҡа индерелде һәм медицина хеҙмәте сифатын яҡшыртыуҙа ҙур бер аҙым булды. 2015 йылда Бүздәк, Благовар һәм Шишмә райондары халҡы өсөн гемодиализ үҙәге, 15 урынлыҡ паллиатив бүлексә, 20 урынлыҡ наркология бүлексәһе, кардиология ауырыуҙары өсөн 15 урынлыҡ ҡан тамырҙары башланғыс үҙәге асылды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм район хакимиәте булышлығында Ябалаҡлы ауылында иҫке мәктәп бинаһын ремонтлап, 130 урынлыҡ психиатрия бүлексәһе астылар.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә дауахана медицина ҡорамалдарын яңырта алды. Былтыр, мәҫәлән, үпкәне яһалма елләтә торған ике ҡоролма, ультратауыш, рентген аппараттары, компьютер томографы, ике ашығыс ярҙам машинаһы алдылар, район биләмәһендә бөтәһе 10 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. Йоғошло ауырыуҙар госпиталендә кислород менән тәьмин итеү линияһы булдырылған. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы реанимобиль бүләк итеп, коллективты һөйөндөргән.
Дауахананы кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса мөмкин булған бөтә саралар файҙаланылған. “Ауыл табибы” федераль программаһы буйынса бөтәһе 48 табип эшкә алынған. Быйыл ғына ла ошо программа буйынса 7 табипты эшкә ҡабул иткәндәр. 2018 – 2020 йылдарҙа 9 табипҡа торлаҡ бүленгән.
Медицина фәндәре кандидаты Камил Яппаровтың ҡаҙаныштарын халыҡ күрәлер һәм баһалайҙыр, әлбиттә, тырышлыҡтары кешеләр һаулығы өсөн бит. Хөкүмәт тә уның эшмәкәрлегенә юғары баһа бирә: Камил Яппаров – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.
Кешеләр ҙә бал ҡорто кеүек егәрле булһа ине
Камил Самат улы тәбиғәтте, ундағы йән эйәләрен күҙәтергә ярата. Умартасылыҡ – уның яратҡан шөғөлө. Бал ҡорттарының егәрлелегенә иҫе китә. Уның уйынса, бөтә кеше лә шулар кеүек булһа, Ер йөҙөндә тормош гүзәл баҡсаға әйләнер ине.
Яппаровтар – үҙҙәре нәҫеле менән уңған, тырыш, зирәк кешеләр. Камил Самат улының Фәрит ағаһы оҙаҡ йылдар Күгәрсен районында дәүләт автоинспекцияһы начальнигы вазифаһында эшләгән, хәҙер пенсияла, Наил ағаһы ата йортонда йәшәй, Хоҙайбирҙин мәктәбендә уҡытҡан, Урал ҡустыһы Бөгөнсәндә хужалыҡ бухгалтеры булған, ул да хаҡлы ялда. Ә Ғәли ағаһы тураһында үрҙә телгә алдыҡ, мәҡәлә аҙағында ентеклерәк һөйләрбеҙ.
Камил Самат улының нәҫелендә табиптар күп. Хәҙер һаулыҡ һаҡлау тармағында Яппаровтар династияһы тураһында һүҙ йөрөтөргә урын бар. Камил Яппаровтың ҡатыны Дамира Ғиндулла ҡыҙы, оҙаҡ йылдар 21-се дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Ул да намыҫлы, маҡтаулы хеҙмәткәр булған. Улдары Рәмил 18-се дауаханала хирург булып эшләй, ҡатыны Алһыу Марат ҡыҙы ла ошо тармаҡта – кардиология диспансерында диагностика бүлеге табибы. Өс балалары бар: Камила, Арсен, Айна – өсөһө лә әле лицейҙа белем ала, “отлично”ға өлгәшә, спорт менән шөғөлләнә, сит телдәрҙе өйрәнәләр. Камил Самат улының ҡыҙы Маргарита банкта эшләй, ҡайһы берҙә медик булмауына үкенеп ҡуя, Теона исемле ҡыҙ үҫтерә.
Камил Самат улының ағаһы Ғәли Яппаров – хирург, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, һаулыҡ һаҡлау отличнигы, ”Почет Билдәһе” ордены кавалеры, быйыл 70-ен тултырған. 1989 йылда Ғәли Яппаровты Мораҡ үҙәк район дауаханаһына баш табип итеп тәғәйенләйҙәр. Учреждениены үҫтереү, йыһазландырыу буйынса бик күп эштәр башҡара ул. Ғәли Самат улы районда тәүгеләр иҫәбендә һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу буйынса юғары категорияға эйә була. Ә 2004 йылда етәксе өсөн өр-яңы хеҙмәт офоҡтары асыла, уны “Яҡтыкүл” шифаханаһы директоры итеп тәғәйенләйҙәр. ”Яҡтыкүл” йыл һайын “Рәсәй шифаханаһы” форумында ҡатнаша, юғары күрһәткестәре алтын һәм көмөш миҙалдар, дипломдар менән билдәләнә. Ғәли Яппаров “Шифахана-курорт эшенә тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән наградлана. 2013 йылдан тәжрибәле етәксе Йомағужа ауылындағы йәш инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән реабилитация үҙәгенә етәксе итеп ҡуйыла һәм, унда 2017 йылға тиклем эшләп, хаҡлы ялға китә. Ғәли ағай ҡатыны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәмзиә Тимерйән ҡыҙы менән ике ул үҫтергәндәр. Улар икеһе лә аталарының һәм Камил ағаларының һөнәри юлын һайлап, табиптар династияһын дауам итә. Рафаэль Яппаров – Республика СПИД-ҡа ҡаршы көрәш һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса үҙәктең баш табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Григорий Аксаков ордены кавалеры.
Икенсе улдары Альберт Яппаров Башҡорт дәүләт медицина университетын, шунан БДУ-ның юридик факультетын тамамлай, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында эшләй. Көньяҡ Осетия халҡына гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнаша. Әле медицина хеҙмәте майоры Альберт Яппаров Республика наркология диспансерында эшләй.
Ғәли Самат улының өлкән ейәне Тимур ҙа медицина университетында уҡый.
Ҡыҫҡаһы, башҡорт халҡының ғорурлығы булырлыҡ табиптар династияһы бар, ул артабан да үҫер, тармаҡланыр, күп йылдар үткәс, Яппаровтарҙың киләсәк быуындары табип ата-бабаларын ғорурланып иҫкә алыр, аманат кеүек күреп, табиплыҡты артабан дауам итер.
- Г. СӘЛИХОВА.