Йәмғиәт
19 Июль 2021, 13:00

Ҡорбан салыу урындары билдәләнде

Унда ниндәй ҡағиҙә-талаптар буласаҡ? Барыһы хаҡында - яҙмала.

Ҡорбан салыу урындары билдәләндеҠорбан салыу урындары билдәләнде
Ҡорбан салыу урындары билдәләнде

Иртәгә, Ҡорбан байрамында, баш ҡалала Зинин ауылы эргәһендәге “Карауан” сауҙа үҙәге алдында, шулай уҡ Орджоникидзе районындағы Төньяҡ автовокзал биләмәһендә ҡорбан салыу өсөн махсус майҙансыҡтар асыла.

Баш ҡалалағы мәсеттәр һәм мосолман ойошмалары йоланы Ислам ҡанундарына ярашлы башҡарасаҡ, ә ветеринария хеҙмәттәре ҡорбан өсөн тәғәйенләнгән малдың сирләмәүен, хәүефһеҙлеген ныҡлы тикшерәсәк.

Майҙансыҡтарға ингән ерҙә граждандарҙың тән температураһын үлсәйҙәр, дезинфекциялау саралары үткәрәләр, битлек тараталар. Биләмәләрҙә шулай уҡ дини атрибутика менән сауҙа итеү ҡарала.

Әйткәндәй, 20 июлдә БЮТ телеканалында байрамдан тура тапшырыу була. Ул иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана.

Өфөлә Ҡорбан байрамы эпидемиологик хәлде һәм “Роспотребнадзор” талаптарын иҫәпкә алып уҙғарыла.

Фото: bashinform.ru/news/

Сығанаҡ: bashinform.ru/news/

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас