Йәмғиәт
19 Июль 2021, 05:00

"Шулай килеп сыҡты..."

21-се дауахана пациентын күҙлек тотҡалары, ике оҙон тимерсыбыҡ һәм ручка йоторға нимә этәргән?

"Шулай килеп сыҡты...""Шулай килеп сыҡты..."
"Шулай килеп сыҡты..."

Ғәжәп хәлдәр осрап ҡуя: Өфөнөң 21-се дауаханаһында табиптар пациентҡа операция яһаған ваҡытта уның ашҡаҙан-эсәк трактында сит әйберҙәргә юлыға. Асыҡланыуынса, ир кеше күҙлектең ике тотҡаһын, ике оҙон тимерсыбыҡ һәм ручка йотҡан була.

Был хаҡта "Башинформ" агентлығына дауахананың хирургия хеҙмәте етәксеһе Евгений Фролов хәбәр иткән. 15 июлдә Өфөнөң 21-се дауаханаһына эсе ауыртыуына зарланған бер ирҙе "Ашығыс ярҙам" машинаһында алып киләләр. Ҡырҡ йәшлек сирлене рентген аша ҡарағас, уның ашҡаҙанында сит әйберҙәр барлығы асыҡлана. Быға тиклем дә уға операция яһалған була, унда ла табиптар ашҡаҙанынан сит әйберҙәр алған.

Евгений Фролов белдереүенсә, сит әйберҙәрҙе организмдан операцияһыҙ алыуы бик ҡыйын. Әммә дауахананың тәжрибәле табип-эндоскописы Фоат Шәрипов уларҙы ФГС-аппараты һәм махсус ҡыҫҡыстар ярҙамында сығара алған. Пациенттың ашҡаҙанына эләккән барлыҡ әйберҙәрҙе уның ауыҙы аша тартып сығарғандар. Ярты сәғәт эсендә эшләнгән операция мәлендә табиптарҙы иң шаҡ ҡатырғаны - ашҡаҙанда ручка ла булыуы. Ул рентгенда күренмәгән.

"Сирле үҙ аңында булған, әммә сит предметтарҙың ашҡаҙанына нисек эләгеүе хаҡында яуап бирә алмаған. "Шулай килеп сыҡты", - тип кенә ҡуйған.

Әйтеүҙәренсә, бының махсус рәүештә эшләнгән булыуы ла ихтимал. Ни өсөн тигәндә, ир кешегә ҡарата тикшереү эше бара. Үҙенең сәләмәтлегенә зыян килтереп, закон алдындағы яуаплылыҡтан ҡасырға тырышҡандыр тигән фараз да бар. Сирлегә дауахананан һуң психотерапевҡа консультацияға барырға кәңәш ителгән.

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас