Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июль 2021, 15:18

Бай тарихлы Байназарҙың көнкүреше көйлө

Байназар – Бөрйән районында, Иҫке Собханғолдан ҡала, иң ҙур ауыл. Әйткәндәй, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улысының бөгөнгө ерендәге биләмәләрҙең иң олоһо ла ул. Тарихсылар иҫәпләүенсә, Байназар ауылына Асҡар түңгәүерҙәре нигеҙ һалған, һуңғараҡ Әбделмәмбәт, Үҙәндән ҡарағай-ҡыпсаҡтар килеп төпләнгән. Ауыл старшина Байназар Ильясовтың исемен йөрөтә.Байназар Салауат Юлаевтың көрәштәше, яугире лә булғандыр, тип фараз ителә. Бынан тыш, йорт старшинаһы була, бер нисә йылдан уны бер туған ҡустыһы Алтынбай Ильясов алмаштыра. Ауылда  халыҡ һаны ревизиянан ревизияға арта бара. 1816 йылда 39 йорт булып, бөтәһе 273 кеше йәшәгән, 1920 йылда иһә 274 йортта 1152 кеше иҫәпләнә.

Йәш быуын – иғтибар үҙәгендә

Байназар ауылы элек-электән Ағиҙел йылғаһының ике яҡ ярында урынлашҡан. Халыҡ малсылыҡ, биге­рәк тә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Һунарсылыҡ, балыҡ тотоу һәм солоҡ­солоҡ та – уларҙың яратҡан кәсебе.

Бөгөн ауыл советына Байназар, Яуымбай, Мәһәҙей, Мораҙым, Ҡурғаш­лы ауылдары ҡарай. 1010 хужалыҡта 3812 кеше йәшәй. Күрһәткес үҙгәреп тора, кемдер күсеп килә, икенселәр күсеп китә. Демографик хәл дә төрлөсә йоғонто яһай.

Хакимиәт башлығы вазифаһын 2016 йылдан Айрат Салауатов башҡара. Биләмә халҡының проблемаларын яҡшы белгән, уртаҡ мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итергә тырышҡан яуап­лы, талапсан етәксе Айрат Зиннур улы оҙатыуында беҙ Байназар ауылы, уның халҡы менән яҡындан таныштыҡ.

Биләмәлә барлығы өс меңләп баш мал аҫрала. Халыҡтың байтаҡ өлөшө, шәхси ихатала мал көтөп, ҡош-ҡорт аҫрап килем ала, умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр ҙә бар. 19 фермер хужалығы иҫәпләнә. Улар йылҡысы­лыҡ, игенселек, малсылыҡ, ҡортсолоҡ буйынса эшмәкәрлек алып бара. Ауылдаштарын эш урындары менән дә тәьмин итәләр. Бүтән өлкәләрҙә вахта ысулы менән эшләп йөрөүселәр ҙә байтаҡ.

Биш ауылда ла мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пункты (Ҡурғашлынан тыш) кеүек кәрәкле социаль учреждениелар, магазиндар бар.

Биләмәлә 7 йәшкә тиклем – 278, мәктәп йәшендәге 655 бала иҫәпләнә. Һуңғы йылдарҙа никах теркәүселәр һанының һәм тыуымдың артыуы күҙәтелә, 2020 йылда, мәҫәлән, 52 сабый тыуған, унан алдағы йылға ҡарағанда 14 балаға күберәк. Тыуым­дың үҫеүен күҙ уңында тотоп, яңы балалар баҡсаһының проекты ла эшлән­гән, учреждение мәктәп эргәһендә генә төҙөләсәк тип күҙаллана.

Байназар мәктәбе 1924 йылда тәүге совет мәктәбе булараҡ асыла. 1966 йылда ете йыллыҡ мәктәпкә әйләнде­релә. Дәһшәтле һуғыш йылдарында бын­да балалар йорто урынлаша, унда һигеҙ йөҙгә яҡын етем бала тәрбиә­ләнә. 1951 йылда урта мәктәп булараҡ, балаларҙы ҡабул итә башлай.

Ошо дәүер эсендә белем усағы әллә күпме ҡыҙ һәм малайға оло тормошҡа ҡанат ҡуя. Байназар мәктә­бен тамамлаусылар республика­быҙҙың, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә намыҫлы хеҙмәт итә. Яуаплы урындарҙа эшләп, абруй ҡаҙанған етәкселәр, хеҙмәткәрҙәр, артистар, яҙыусылар Байназар ауылын данлай.

Бөгөн белем усағы районда иң яҡшыларҙан һанала, бында 275 балаға 32 уҡытыусы төплө белем бирә. Мәктәптең Яуымбай филиалына – 60, Мораҙымда – 54, Мәһәҙейҙә – 37, Ҡурғашлы ауылының башланғыс кластарында 17 бала белем ала.

Мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эше юғары кимәлдә ойошторолған. Тәжрибәле, ижади ҡарашлы уҡытыусылар бала­ларға заман талаптарына ярашлы лайыҡлы белем бирә. Йыл һайын сығарылыш уҡыусыларының яртыһы вуздарға инә. Балаларҙың төрлө олимпиадаларҙа, ярыштарҙа, конкурс­тарҙа призлы урындар яулауы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Мәктәп 2020 йылда Бөтә Рәсәй олимпиадаһы һөҙөмтәләре буйынса “Гагарин кубогы”н яулап, “Иң яҡшы мәктәп” исеменә лайыҡ була.

Белем усағы замандан ҡалышмай, алға ынтыла. 2019 йылда мәктәптә “Үҫеш нөктәһе” теүәл фәндәр һәм гуманитар профилдәге белем биреү үҙәге асылған. Уларҙа уҡыусылар дөйөм белем алыу менән бергә, өҫтәмә үҫеш программалары буйынса ла шөғөлләнә.

Төп уҡытыу процесынан тыш, мәктәптә тәрбиәүи саралар даими уҙғарыла. Балаларҙы мәҙәниәткә, спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыуға ҙур иғтибар бүленә. “Азамат”, “Саптар” өлгөлө бейеү ансамблдәренә, “Любизар” хәрби-патриотик клубына, спорт секцияларына, тренажер залына, төрлө түңәрәктәргә балалар теләп йөрөй.

Үткән уҡыу йылында 276 мең һумға мәктәп биләмәһендә урынлашҡан хоккей майҙансығы ремонтланған. Әйт­кәндәй, “Байназар” хоккей командаһы һәр ярышта алдынғылыҡты бирмәй.

“Реаль эштәр” проекты буйынса БР “Олимпия резервтары” спорт мәктәбе үткәргән конкурста ҡатнашып, белем усағы “Мәктәптәргә көрәш залы” программаһында еңеү яулай һәм көрәш залын йыһазландырыуға хоҡуҡ ала. Бөтә уңайлыҡтары булған был залда уҡыусылар ҙур теләк менән шөғөлләнә.

Әлбиттә, үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап, башҡаларҙан тәжрибә алмайынса, алға барып булмай. Байназар уҡыусыла­ры­на был тәңгәлдә лә һәйбәт мөмкинлек бар – былтыр бөтә уңайлыҡтары булған автобус бүленә мәктәпкә.

Ике ҡатлы мәктәп бинаһына 1983 йылда нигеҙ һалынған. Шул ваҡыттан алып 36 йыл капиталь ремонт үткәрелмәгән. Хужалар бик яуаплы булғанғалыр, бина яҡшы һаҡлана, әммә барыбер ремонт талап ителә. 2019 йылда республика бюджетынан 32 миллион 800 мең һум тирәһе аҡса бүленеп, бинаға капиталь ремонт яһала. Бөгөн Байназар мәктәбен танырлыҡ та түгел: бинаның ҡыйығы, йылылыҡ, электр системалары, ишектәре яңыртылған, тәҙрәләре евроға алмаштырылған, тыштан заманса сифатлы материалдар менән көпләнгән, янғын сигнализацияһы, видеокүҙәтеү ҡорамалдары ҡуйылған, эстә бәҙрәф эшләнгән, кабинеттар тулыһынса ремонтланған.

– Конкурс нигеҙендә еңеп сыҡҡан Баймаҡтың “СМК М” төҙөлөш ойош­маһы, аҡса һуңлаңҡырап күсһә лә, ремонт эштәрен еренә еткереп, ҙуп яуаплылыҡ менән атҡарып сыҡты, – ти мәктәп директоры Йәмил Ҡотлобаев.

Биләмәлә урынлашҡан башҡа мәғариф учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға ла ҙур иғтибар бирелә.

Күптән түгел Яуымбай филиалында яңы һыу скважинаһы быраулана. Филиалдың мәктәпкәсә төркөмөндә яңы урындар булдырыу маҡсатында 68 мең һумға кәрәк-яраҡ һатып алына. Мәһәҙей филиалының мәктәпкәсә төркөмө бинаһына төкәтмә эшлә­те­леп, тулыһынса йылытыу системаһы алмаштырыла. Филиалдың төп бинаһының ҡаҙанлығы алмаштырыла, уҡыусыларға йылы аш ойоштороу маҡсатында кухня һәм ашхана мәктәп бинаһы эсенә күсерелә.

 Йәштәр сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай

 Ауыл биләмәһендә спорт менән шөғөлләнеү һәм сәләмәт тормош алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Спорт залы көн һайын асыҡ, теләге булғандар волейбол секцияһына йөрөй. Спорт һөйөүселәр район ярыштарынан да тороп ҡалмай, көрәш, волейбол, гер күтәреү, йөҙөү, саңғы буйынса һәм башҡа спартакиада ярыштарында әүҙем ҡатна­шалар, ауыл биләмәһе командаһы призлы урындарҙан ҡалғаны юҡ.

– Күптән түгел “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты нигеҙендә мәктәп биләмәһендә хоккей майҙансығы төҙөлдө. Төньяҡ Кавказда хәрби бурысын үтәп, батырҙарса һәләк булған ауылдашыбыҙ Филүс Нурғәлин исемендәге хоккей буйынса күсмә кубок булдырылды һәм йыл һайын ярыш үткәрелә. Был ярыштарға, район командаларынан тыш, күрше райондарҙан да киләләр. Милли көрәш буйынса ла Йәҙгәр Ғазин исемендәге күсмә кубок булдырылып, йыл һайын уҡыусылар һәм өлкәндәр араһында ярыш ойошторола.

Шахмат һөйөүселәр Роберт Баязитов иҫтәлегенә арналған турнир­ҙарҙа отҡорлоғон, зирәклеген һынай. Беҙҙең ат һөйөүселәр ҙә, төрлө ярыштарҙа призлы урындар яулап, ауылдың ғына түгел, район данын да күтәрә. Ғәҙел Шәрипов, Рыҫйән Ураҙ­ғолов, Әхмәт Ғәлин, Ғилман Үтәбаев­тарҙың артабан да һынатмаҫына шик юҡ.

Йәштәрҙе әүҙемләштереү, сәләмәт йәшәүгә өндәү, яҙыҡ юлдан аралап ҡалыу, енәйәтселектең, наркома­нияның, эскелектең таралыуын иҫкәртеү һәм уға ҡаршылыҡ күрһәтеү – иң мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе, сөнки улар – ауылдың киләсәге, беҙҙең ышанысыбыҙ. Һәләтле йәштәрҙе ваҡытында күреп, ынтылыштарын үҫтерергә һәм ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк, – тип фекерен белдерҙе Айрат Салауатов.

Мәҙәниәт йорто – һәр ауылдың йөҙөн билдәләгән усаҡ. Мәҙәни тормошо бай булған ауыл һәм ҡасабаларҙа кешеләрҙең төрлө боҙоҡлоҡтар менән булышырға ваҡыты ла, теләге лә ҡалмай.

Биләмәлә халыҡтың ялын күңелле һәм файҙалы итеп ойоштороу маҡсатында биш ауылда ла мәҙәниәт йорттары эшләй. Ауыл хакимиәте, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ветерандар советтары, мәктәп, йәштәр бүлеге менән берлектә мәҙәниәт йорттарында төрлө саралар даими үткәрелә.

Һаулыҡ һаҡлау – ҙур иғтибар талап иткән өлкәләрҙең береһе. Коронавирус инфекцияһы янаған заманда был бигерәк тә көнүҙәк. Яуымбай һәм Мораҙым ауылы халҡы, яңы һәм хәҙерге заман талаптарына тап килгән модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарына йөрөп, һаулығын нығыта. Шулай уҡ Мәһәҙей ауылында ла ФАП эшләп килә.

Байназарҙа табип амбулаторияһы граждандарҙы ҡабул итә, унда бар талаптарға яуап биргән процедура, физиотерапия кабинеттары, лаборатория бар, ашығыс ярҙам бүлеге тәүлек әйләнәһенә халыҡҡа ярҙам итә.

– Былтыр йәш белгес – теш табибы эш башланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, педиатр юҡ. Мәсьәләнең ыңғай хәл ителеренә өмөт бар, – тине хакимиәт башлығы.

Уңғандарға уңыш йылмая

Ауыл советының һәр биләмәһендә сауҙа нөктәләре бар. Үҙәктең үҙендә генә лә 15 магазин эшләй. Яуымбай һәм Байназар ауылдарында шәхси эшҡыуарҙар икмәк бешереп, бөтә район магазиндарын икмәк менән тәьмин итә, эш урындары ла булдырғандар.

Биләмәлә үҙҙәренең тырышлығы, ныҡышмалылығы менән уңышҡа өлгәшкән эшҡыуарҙар байтаҡ. Наилә Зәйнуллина – тап шундайҙарҙың береһе. Уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән ҡыҙ киләсәктә балаларға белем бирергә хыяллана. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия институтына документтарын тапшыра, әммә конкурстан үтә алмай. Бер йыл мәктәптә химия кабинетында лаборант булып эшләп алғас, әхирәте менән Йоматау техникумына бухгалтер һөнәренә уҡырға инә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, ауылға ҡайтып, колхозда, райпо системаһында эш башлай.

Ошо уҡ ауылда тыуып үҫеп, ауыл хужалығында эшләп йөрөгән Ғариф Әхмәҙей улы менән ғаилә ҡороп ебәрәләр. Бер-бер артлы өс балалары донъяға килә. Үҙ ҡулдары менән ҙур йорт һалып сыға Зәйнуллиндар.

90-сы йылдар... Ул осор күптәрҙең хәтеренә юҡсыллыҡ мәле булып уйылғандыр. Ҡала магазиндарында ниндәйҙер тауарҙар булһа ла, ауыл кибеттәре кәштәләрендә бушлыҡ хөкөм һөргән ваҡыт.

Районда ул ваҡытта бөтә магазиндар ҡулланыусылар йәмғиәтенә ҡарай, пайсылар дәүләт ярҙамы иҫәбенә йәшәй. Эш алға бармағас, ҡулла­ныусылар йәмғиәте магазиндарын яба башлай. Наилә Зәйнуллина, уларҙы ҡуртымға алып, 2001 йылда эшҡы­уарлыҡ эшенә тотонорға батырсылыҡ итә. Тормош иптәше уға һәр яҡлап ярҙам итеп, башланғысын хуплап тора.

Сауҙа өлкәһендә эшләп, ярайһы тәжрибә туплаған Наилә Әхмәт ҡыҙы иң тәүҙә ауыл халҡының ихтыяжын өйрәнә.

– Биҙрә, көрәк, һәнәк кеүек эш ҡоралдары, көндәлек ҡулланыла торған аҙыҡ-түлек кәрәк ине тәү сиратта халыҡҡа – магазиндарҙы шундайыраҡ тауарҙар менән тәьмин иттек, – тип хәтергә алды эшҡыуарлыҡтың тәүге йылдарын әңгәмәсем.

Шулай Зәйнуллиндар уңышлы ғына эшләп китә. Тауар ассортиментын байытыу, төрләндереү, хеҙмәтләндереү кимәлен күтәреү өсөн тырышалар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош һин теләгәнсә генә бармай шул, ғаилә башлығы ҡаты ауырыуҙан бик иртә китә. Балалары, яратҡан эше ауыр ҡайғынан бөгөлөп төшөүҙән һаҡлай көслө рухлы ҡатынды.

Йүнселлек эшендә улы Айнур уң ҡулына әйләнә. Уҡып, автомобиль йөрөтөргә өйрәнеп алыуы ла эшен еңеләйтә. Сауҙа нөктәләренең эшен заман талаптарына ярашлы, тейешле кимәлдә ойоштороуға күп көс һала эшлекле ханым.

Бөгөн Наилә Әхмәт ҡыҙы хаҡлы ялда. Ауылдаштарының ихтирамын тойоп, балаларының хәстәрен күреп, уларҙың уңыштарына һөйөнөп, бәхетле ғүмер кисерә. Өс бала ла, ата-әсәһенә оҡшап, егәрле, йүнсел, тырыш булып буй еткерә, уҡып, белем алып, ғаилә ҡороп, үҙҙәре балалар үҫтерә.

Өлкән ҡыҙы Айгөл Башҡортос­тан дәүләт аграр университетын тамамлап, белемен артабан камиллаштырып, уҡытыусы булып эшләй, өс бала әсәһе. Розалия ла шул уҡ уҡыу йортонда белем ала, Өфөлә йәшәй, ике ҡыҙ үҫтерә.

Улының ғаиләһендә лә ике ҡыҙ буй еткерә. Бөгөн эшҡыуарлыҡ эшен тулыһынса тиерлек Айнур ҡатыны Ләйсән менән бергә алып бара. Зәйнуллиндар 2010 йылда элекке почта бинаһын ҡуртымға алып, икмәк бешереү цехы асып, район халҡын ҡабарып торған тәмле ҡалас, бәлештәр һәм башҡа ризыҡ төрҙәре менән тәьмин итә. Айнур автомобилдәр өсөн запас частар магазинын да аса, пекарня өсөн яңы бина төҙөй. Зәйнул­линдарҙың ауыл советы биләмәһендә урынлашҡан дүрт сауҙа нөктәһе халыҡтың ихтыяжын тулы­һынса ҡәнә­ғәтләндерә. Ауылдаштарына тиҫтәнән ашыу эш урынын да булдырған эшҡыуарҙар.

Айнур Зәйнуллиндың үҙ ҡулдары менән һалған ике ҡатлы йорто ауылға йәм биреп ултыра, атай йортон да төҙөкләндереп, ҡарап тота ул.

Ике өй ҙә “бында тырыштар йәшәй” тип йылмайып ултырған кеүек. Мул баҡса, ҡура тулы ҡош-ҡорт, йорт эсендә булдырылған уңайлы көнкүреш шарттары, зауыҡ менән биҙәлгән бүлмәләр, таҙа ихата – барыһы ла шуны дәлилләй.

Төҙөлөш йылдам бара

Байназарҙа бигерәк тә һуңғы йыл­дарҙа төҙөлөш майҙаны киңәйә. Йәштәр ауылда төпләнеп, күркәм йорттар һалып инергә тырыша. Уҙған йылда ғына ун ғаилә өй туйлаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә районда көнүҙәк ер проблемаһы байназарҙарҙы ла борсой. Урманға бай районда йәшәһәләр ҙә, ағас мәсьәләһе лә киҫкен тора. Һуңғы йылдарҙа төҙөлөш өсөн бирелгән ағастың күләме байтаҡҡа кәметелгән. Ошо сәбәпле, тәбиғи материалдан йорт һалырға теләүселәргә бер нисә йыл сиратта торорға тура килә.

Район етәкселеге менән берлектә биләмәне урман фонды һәм ауыл хужалығы ерҙәре иҫәбенә киңәйтеү мәсьәләләре ҡарала. Шәхси төҙөлөш­тән башҡа, ремонт эштәре лә йылдам бара. Былтыр Салауат Юлаев урамында 1558 метр арауыҡта асфальт ҡатламын яңыртыу эштәре башҡа­рылған, ике урамдың юлдарына һәм Мәһәҙей ауылында бер тыҡрыҡҡа таш түшәлгән. Район хакимиәте ярҙамында Мораҙым ауылындағы Ағиҙел йылғаһы аша аҫылмалы күпер ремонтланған, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

Зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу әүҙем бара, льготалы категорияға ҡараған граждандарға сертификаттар тапшырылыуы был эште тағы ла йәнләндергән.

Экология проблемалары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ағиҙел йылғаһының ташып, йыл һайын ярҙарҙы емереүен иҫәпкә алып, 2018 йылда Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан Байназарҙа Ағиҙел йылғаһының төбөн тәрәнәйтеү һәм ярҙарын нығытыу эше башланды, ул әле лә дауам итә.

Көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу реформаһы ғәмәлгә инеү менән, биләмәне “Эко-сити” йәмғиәте хеҙмәтләндерә.

– Былтыр сүп-сар сығарыуҙы яйға һалдыҡ тиһәк, яңылышмаҫбыҙ. Барлығы 27 контейнер һатып алдыҡ, уларҙы урынлаштырыу өсөн ауыл биләмәһендә дүрт урында майҙан­сыҡтар эшләттек. Әле барлығы 56 контейнер бар, тағы ла һигеҙҙе һатып алып, Мәһәҙей, Яуымбай һәм Мораҙым ауылдарында майҙан­сыҡтар төҙөүҙе планлаштырабыҙ, – тине хакимиәт башлығы.

Проблемалар ҙа етерлек...

Һуңғы йылдарҙағы ҡоро һәм эҫе йәйҙәр республикала янғындарҙың күбәйеүенә сәбәпсе булды. Байназар ауылы биләмәһендә янғын һүндереү бүлексәһе юҡ. Биләмәнең иҫке булһа ла ЗИЛ-130 маркалы яңғын һүндереү машинаһы һәм 4 тонна һыу һыйҙырышлы, бөтөн уңайлыҡтары булған тағылмаһы бар. Техника өсөн электр менән йылытылған бина ла бар. Әммә ҙур биләмә өсөн был ғына аҙ. Бәлә килһә, яңғын һүндереү дружинаһы һәм ауыл халҡы тиҙ арала барып етеп, янғынды ситкә ебәрмәүҙе хәстәрләй. Шуға ҡарамаҫтан, былтыр ике өйҙө һәм бер магазинды ҡотҡарып ҡала алмағандар. Ә быйыл күп ғаиләле Исламғоловтарҙың йорто көл-күмергә әйләнгән. Фидалиә менән Айрат Исламғоловтар икеһе лә Байназарҙа тыуып үҫә. 2007 йылда ғаилә ҡороп, Алмас, Айназ, Айгиз, Алгиз атлы малайҙарға һәм Фирүзә исемле ҡыҙға ғүмер бирәләр. Айраттың ата-әсәһе һалған йортта төпләнәләр, унда төкәтмә, мунса төҙөйҙәр. Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡан мәлдә ғаиләгә бәлә килә.

– 9 Май, Еңеү көнөндә, көн ҡоро, эҫе булды. Бәләкәйерәк балалар рәхәтләнеп урамда уйнай, ҡул араһына ингәндәре беҙгә баҡсала булыша ине. Ҡапыл өйҙән төтөн еҫе сыҡҡанын һиҙеп ҡалдыҡ, йүгереп барыуыбыҙға ут өй эсен ялмап алғайны инде. Тиҙ генә күрше-тирәгә хәбәр иттек, документ­тарҙы алып сыҡтыҡ. Ярҙамға ашығып килеп еткән ир-ат һыуытҡысты, телевизорҙы ғына сығарып өлгөрҙө. Күҙ асып йомған арала йортобоҙ янып бөттө. Бәхеткә күрә, үҙебеҙ, балала­рыбыҙ иҫән-һау ҡалды. Янғын һүндереүселәр килеп, уттың күрше йорттарға таралмауына сик ҡуйҙы, – тип бәйән итте хужабикә.

Күп балалы Исламғоловтарҙы ауыр ваҡытта яңғыҙ ҡалдырмайҙар. Бөрйәндән генә түгел, республика, хатта бөтә илдән ярҙам килә ғаиләгә. Уларҙың иҫәбенә миллион һумдан ашыу аҡса күсә, эшҡыуарҙар, битараф булмаған кешеләр әйбер, йыһаз, кәрәк-яраҡ менән дә ярҙам итә.

Бөгөн Исламғоловтар ауылда буш торған ҙур ғына йортто һатып алған. Әлбиттә, өйгә ремонт талап ителә. Ҡышҡа тиклем мейесен ремонтлап, мунса, һарайҙарын да ипкә килтереп, уңайлы шарттар тыуҙырырға кәрәк.

– Исемләп атаһаҡ, гәзит бите лә етмәйәсәк. Беҙҙең ғаиләгә ауыр ваҡытта ҙур ярҙам күрһәткән һәр кемгә ҙур рәхмәт. Ныҡлы һаулыҡ, имен тормош, бәхет теләйбеҙ. Бәлә-ҡаза һеҙҙе урап үтһен, беҙгә күрһәткән изгелек­тәрегеҙ үҙегеҙгә икеләтә әйләнеп ҡайтһын, – тигән теләктәрен белдерҙе Исламғоловтар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, имен булмаған ғаиләләр ҙә бар Байназарҙа. Заман афәте – эскелек был биләмәне лә урап үтмәгән. Нигеҙҙә, енәйәт ҡылыу­ҙар, хоҡуҡ боҙоуҙар ҙа алкоголь ҡатнашлығында башҡарыла.

Биләмәлә бөгөн имен булмаған ике ғаилә иҫәпләнә. Махсус комиссия улар менән аңлатыу эше алып бара. Бәлиғ булмағандарҙың көнкүреш шарттарын тикшереү буйынса даими рейдтар үткәрелә.

– Ауыл советында ун депутат иҫәпләнә. Һайлаусыларҙың ышанысын аҡлап, уларҙың барыһы ла бурыстарына бик етди ҡарай, ауылдаш­тарының йәшәйешен яҡшыртыу маҡ­сатында төрлө инициатива, тәҡдимдәр менән сығыш яһайҙар. Ағинәйҙәр ҡоро, ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары­ның да эшмәкәрлеген яҡшы яҡтан ғына баһалар инем. Ауылдарҙа бер генә сара ла уларһыҙ үтмәй. Бигерәк тә йәш быуынды патриотик, милли рухта тәрбиәләүҙә уларҙың өлөшө һанап бөткөһөҙ ҙур. Килеп тыуған проблемаларҙы ла кәңәшләшеп хәл итергә тырышабыҙ, – тине Айрат Зиннуров.

Римма СОЛТАНОВА. Автор фотолары.

Читайте нас: