

Хәйер, ул күптән инде фестиваль тигән аңлатма сиктәренән сыҡҡан. Башҡортостанда, яҡын төбәктәрҙә уның хаҡында ишетмәгән йәштәр ҙә, ололар ҙа ҡалмағандыр.
Фестивалде ойоштороусыларҙың береһе, йырсы, режиссер Миңзәлә ЯХИНАнан интервью алайым тиһәм, үҙемдең дә ошо ойоштороусылар рәтендә, тәүге йылдарҙан уҡ бар йөрәктән “ҡошъюлсы” булыуым тәьҫиреме – беҙҙең әңгәмә фекер алышыуға олғашты.
Йәшәү мәғәнәһе
Айгөл ЙӘМИЛЕВА. Нимә ул “Ҡош юлы”, Миңзәлә?
Миңзәлә ЯХИНА. Ә нимә ул “Ҡош юлы”, Айгөл? Үҙең нисек уйлайһың?
А. Й. “Ҡош юлы” – ул башҡорт бард фестивале генә түгел, ә күптән ойошҡан тулы ҡанлы хәрәкәт. Башҡорттарҙы бергә туплаған был милли-мәҙәни майҙансыҡтың үҙенә генә хас стиле, үҙе һалған юлы бар. Был дөйөм һүҙҙәр. Ә шәхсән һинең өсөн нимә ул “Ҡош юлы”?
М. Я. Минең өсөн “Ҡош юлы” – йәшәү мәғәнәһе тиһәм, һис арттырыу булмаҫ. Илемә кәрәклегемде иҫбат итеү сараһы ла ул. Үҙемде “Ҡош юлы”нда таптым, эшмәкәрлегемде унда бойомға ашырам. Был хәрәкәткә оҙаҡ йылдар дауамында тупланған тәжрибәмде һалам, шул уҡ ваҡытта ошо түңәрәктә әйләнгән йәштәрҙән нимәгәлер өйрәнәм. “Ҡош юлы”н ойоштороусыларҙы алғанда, уларҙың һәр береһе – шәхес. Һәр береһенең хәрәкәт эшмәкәрлегенән генә түгел, ғөмүмән, тормоштарынан фәһем алам, йәшәйешкә уларҙың күҙлегенән бағам ҡайһы саҡ.
Был ойоштороусылар минең өсөн – бар яҡлап та файҙалы кешеләр. Улар ярҙамында үҙ-үҙемде мин-минлектән ҡотҡарам. Дилбегәне бер яҡҡа ҡайыра башлаһам, улар мине туҡтата. Улар менән үҙаңым үҫә, улар ярҙамында ерҙә ныҡлы баҫып торам. Мәҫәлән, Артур Батыршин. Ул үҙенсәлекле кеше, уның менән аралашыуы ифрат ҡыҙыҡ, шул уҡ ваҡытта Артур – аҙ һүҙле егет. Уның ҡарашынан ғына ла ниндәйҙер һабаҡ алам. Уның шымыуында ла айырым мәғәнә бар.
Альбина Шәмсетдинова иһә – шаян, ихлас, тормошҡа көлөп баға. Ҡайһы саҡ артыҡ шаянлығы, хыялыйлығы йәнгә тейеп тә китә – етди булыу зарур мәлдә ул берәй нәмә әйтеп ысҡындыра ла, иҫәр кешеләрҙәй, шарҡылдап көлөп ебәрәбеҙ. Шунан уйлап ҡуям: тормош бер генә, донъяға нәҡ Альбинаса ҡарарға кәрәк!
Йылдар буйы йыйылған алтын аҡыл, зирәклек кемдә тиһәгеҙ, “Ҡош юлы”ның атаһы, ошо фестивалде, хәрәкәтте булдырған Азамат ағай Юлдашбаев бар. Ул барыбыҙ өсөн дә остаз, мөһабәт ҡарағай, хатта ҡая ла. Шул ҡаяға һыйынып ҡына алтын болот булып серем итеп китһәң, янына ултырып уны тыңлаһаң – үҙе бер тормош һабағы.
Артабан һине телгә алыр инем, Айгөл. Һинең менән аралашҡанда кеше күңеленең ниндәй нескә була алыуын аңлайым. Шул уҡ Альбина менән ҡайһы ваҡыт бер-беребеҙгә ҡаты һүҙҙәр ысҡындырып, бәхәсләшеп китә алабыҙ, үҙебеҙсә, учалыларса. Ә һинең менән тауыш күтәрмәй генә, тыныс ҡына үҙ фекеремде еткерергә өйрәнәм. Минең өсөн һин – өрһәң, осорға торған бәпембә. Һиңә ҡаты өндәшһәң, күңелең һыныр һымаҡ. Шуға күрә лә был осраҡта һаҡсыл булырға тырышам, тирә-яғымда ошондай нескә күңелле наҙлы йәндәрҙең күп булыуына төшөнәм. Бына ниндәй һабаҡ бирәһең һин миңә.
Тимур Йосоповҡа килгәндә, ул – ысын ир-егет. Тыныс холоҡло, үҙенең һәр аҙымын алдан уйлап эш итеүсән, һәр береһенә алсаҡ. Ә үҙенең амбициялары ныҡ ҙур, хыялдары ашып-ташып тора. Шым ғына йөрөп, үҙ эшен теүәл башҡара ул. Күптәрҙең тышы ялтыр, әммә эсе ҡалтыр. Шарылдап “мин шуны эшләнем, быны эшләнем” тип һөйләп йөрөүҙән фәтүә юҡ, өндәшмәй генә үҙ эшеңде башҡарыу зарур. Тимур шундайҙарҙан.
А. Й. Тәрән йылға шым ағыр, тиҙәр.
М. Я. Эйе, үтә ҡыҙыл да тиҙ уңа. Ә бына сираттағы ойоштороусы Алина Ғәлиеваға ҡарайым да, ҡайһылай ҙа беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары һылыу, тип уйлайым. Был матурлыҡҡа аҡыл да ҡушылған. Уйнап-көлөп, шаярып йөрөгән ҡыҙҙың күңеле тәрән, был уның шиғырҙарҙы тасуири уҡыуында ла сағыла. Уға ҡарап күҙем, күңелем йыуана. Бына скрипкасыбыҙ Резана Аҡтаева ла шундайҙарҙан. Улар артыҡ ағас йығып, утын бысмайҙарҙыр, әммә уларҙың “Ҡош юлы”нда булыуы – беҙҙең өсөн йыуаныс.
Шәфҡәт Ғәбитов иһә, йәш булыуына ҡарамаҫтан, күп эште бер юлы алып бара, хеҙмәттән ҡурҡмай. Хәрәкәтебеҙҙә ошондай йәштәрҙең булыуы киләсәккә өмөт бирә. Шәфҡәт етдилеге менән дә ҡыуандыра.
Ренат Абдулов та бик ҡыҙыҡ кеше. Беҙ уның менән бер заман пыр туҙып “Алла бармы, әллә юҡмы?” тигән һорауға бәхәсләшеп киттек. Мин “бар” тим, ул “юҡ” тип фараз ҡыла. Үҙе юғалтҡан телефонын шул уҡ көндә тапты. “Хоҙай Тәғәлә һиңә ярҙам ҡулын һуҙған”, тим. “Юҡ, юлымда яҡшы кешеләр осраны”, ти ул. Ҡараштарыбыҙ төрлөлөгөнә ҡарамайынса, яҡын дуҫтар булып ҡалдыҡ.
Ҡайһы бер бәхәстәр араларҙы өҙөүгә тиклем барып еткерә, ә беҙ, киреһенсә, был бәхәстән һуң тағы ла нығыраҡ дуҫлаштыҡ төҫлө. Ренат үҙ һүҙендә торһа ла, минең фекеремде лә ихтирам итә, бик демократик ҡарашлы егет. Шул уҡ ваҡытта ул, әйтеп үткәнемсә, үҙ һүҙле лә. Һәр дәлилеңә үҙ дәлиле бар һәм был дәлилен матур итеп аңлата ла белә.
А. Й. Ренаттың да ҡулынан килмәгән эше юҡ. Бар ойоштороу комитетынан ул хужалыҡ тармағы өсөн яуаплы, “Ҡош юлы” фестивале еткәс, яланға барып, лагерь ҡороп ебәрһәк, ҡулына балта алып туҡ та туҡ килә башлай, палаткаңды ла ҡороп бирә, усаҡ та яға, таған да ҡуя, ул-был иткән арала яҡындағы йылғанан балығын да тотоп алып килә. Музыка ҡорамалы өсөн дә яуаплы ул. Шул уҡ ваҡытта мин уның нескә, ижади күңелен дә билдәләр инем. Йырҙары тәрән.
(Бында шуныһын әйтергә кәрәк, мөхтәрәм уҡыусы: беҙ һүҙ алып барған ойоштороусыларҙың барыһы ла тиерлек – бардтар, йәғни музыканттар. Улар “Ҡош юлы”на тәүҙә ҡатнашыусы булараҡ эләгә, сәхнәлә үҙҙәрен, гитарала уйнау оҫталыҡтарын һынап ҡарай, төрлө урындар яулай, ә аҙаҡ ойоштороу комитеты булып берләшә).
Тимур Ямалов та оҙаҡ йылдар ойоштороусылар рәтендә ҡала килде, былтыр ғына был өлкәнән китте. Уның тураһында ни әйтерһең, Миңзәлә?
М. Я. Тимур хаҡында күп фекер әйткем килә. Уға ҡарата апайлыҡ, хатта әсәлек хистәрем бар, тип әйтер инем. Беҙ бит ауылдаштар уның менән...
А. Й. Ошо урында һине бүлдерергә мәжбүрмен. Бынан ике йыл элек тап “Ҡош юлы” алдынан Тимур менән “Башҡортостан” гәзите өсөн әңгәмә ҡорғайныҡ. Интервью барышында ул да һинекенә ауаздаш һүҙҙәр әйтте, Миңзәлә миңә дуҫ ҡына түгел, апай һымаҡ та, тине. Хәҙер килеп һин ошолай тиһең...
М. Я. Беҙҙең шундай бәйләнеш бар – ярты йыллап аралашмаҫҡа мөмкинбеҙ, әммә был аралар һыуынды тигәнде аңлатмай. Ул бар, ул нимә генә тиһәм дә, ярҙамға киләсәк, иҫән-һау булһын, миңә шул еткән. Инде һөйләшеп ултырырға, бергә оҙон юлға сығырға тура килһә, Тимур менән әңгәмәбеҙ тәүлектәргә һуҙылырға мөмкин. Дуҫ ҡына түгел, араларҙа туғанлыҡ ептәре лә һуҙылған.
А. Й. “Ҡош юлы” хәрәкәтенең тағы ла бер үҙенсәлекле күренеше бар – ул Ришат Сөләймәнов. Уның һымаҡ башҡарыусы “Ҡош юлы”нда ғына түгел, ғөмүмән, музыка донъяһында бармы икән?
М. Я. Ришаттың миҫалында беҙ, тормошоноң ниндәйҙер осоронда тамырҙарынан айырылып, Әбйәлилдән, Башҡортостандан Магнитогорскиға сығып китеп, унда рок, металл йырлап йөрөгәндән һуң, кире тыуған төйәгенә, асылына ҡайтҡан кешене күрәбеҙ. Ул тормошон да яҡшы яҡҡа үҙгәртте, тамырҙарын да барланы, яңылышмаһам, ғаиләһе менән Асҡарға ҡайтып төпләнергә йыйына. Башҡорт телендә генә һөйләшә хәҙер.
Ижадсы – Хоҙай Тәғәлә ебәргән әҫәрҙәрҙе халыҡҡа еткереүсе
А. Й. Мин “Ҡош юлы”н әле уй-идея булараҡ ҡына өлгөрөп еткән сағынан алып беләм, тип маҡтанып алайым әле. Беренсе башҡорт бард фестивален үткәреү ниәте Азамат ағайҙа 2012 йылда “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире булған осорҙа яралды. Яралды ла бер нисә ай эсендә тормошҡа ашты. Хәҙер быны күҙ алдына килтереүе лә ҡыйындыр, әммә ул ваҡытта алдынғы ҡарашлы, рухлы, ижади башҡорт йәштәрен бер майҙанға туплау көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала килә ине. Һәм был мәсьәлә тап “Ҡош юлы” ярҙамында бойомға ашты, тип әйтһәм, бер ҙә яҙыҡ булмаҫ. Ә һинең тормошоңа “Ҡош юлы” ҡасан, ни рәүешле үтеп инде?
М. Я. 2012 йылда беренсе “Ҡош юлы” алдынан миңә Азамат ағай шылтыратты ла: “Һеҙ Миңзәләме? Мин Азамат Юлдашбаев, һеҙ мине беләһегеҙме?” тип һораны. “Ишеткәнем бар”, – тигән булам, иҫләп еткермәһәм дә (көлә-авт.). “Ҡош юлы” фестивале хаҡында һөйләне, яңы йырҙар кәрәк, видео төшөрөп һал, тине (фестивалдең беренсе туры интернет киңлектәрендә үтә). Ошо рәүешле “Ашыҡма, йәнем” йыры тыуҙы.
А. Й. О, был һоҡланғыс йырҙы һин махсус рәүештә “Ҡош юлы” өсөн яҙҙыңмы ни?
М. Я. Эйе. Биш-ун минут эсендә яҙылған йыр ул. Репертуарымда ошо рәүешле яҙылған ике-өс йыр бар, “Ҡышҡы буран” да шулар рәтенән. Ултыраһың, гитара ҡулда, тарра-ра-ам – һәм булды, йыр әҙер.
А. Й. Йыр яҙыу, ғәҙәттә, оҙайлы, ҡатмарлы процесс бит, ҡайһы саҡ көндәр генә түгел, айҙарға һуҙыла, һүҙҙәре айырым, көйө айырым тыуа... Ә ысынлап та шундай мәлдәр була – бынамын тигән йыр күҙ асып йомған арала ижад ителә. Ниңә улай икән? Был йыр күңелеңдә алдан йәшәй тигәнде аңлатамы?
М. Я. Аллаһы Тәғәлә бар ул. Уны кемдер йыһан, кемдер Бөйөк көс тип атай. Һәм ошо көс ижадсыны сәнғәт әҫәре яҙырға этәрә – йыр, шиғыр, картина булһынмы... Ижадсы бында, русса әйткәндә, проводник ролен башҡара. Рәссам, мәҫәлән, бер картинаһын йылдар буйы, ә ҡайһы ваҡыт бер төн эсендә яҙа ала, был шул уҡ кино сәнғәтендә, архитектура өлкәһендә ижад иткәндәргә лә ҡағыла.
Беҙ, йәғни ижадсылар аша, ғәмәлдә Алла тарафынан ергә яңы әҫәр ярала. Был асышҡа мине Фәнил Бүләков (шағир, Миңзәләнең ике туғаны-авт.) этәрҙе, ул миңә үҙе менән йыш ҡына булған сәйер күренеште бәйән итте. Төнөн йоҡлап ятҡан ерҙән тирләп уянам да ҡараңғы бүлмәлә ауа-түнә өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙ-ҡәләмгә үреләм, ти. Утты ла яндырмай яҙа башлайым, яҙам-яҙам да, йүгереп барып, кире ятып йоҡлайым. Иртәнсәк уянып ҡағыҙға ҡараһам, унда яңы шиғыр күрәм, алып уҡый башлаһам, унда белмәгән-күрмәгән һүҙҙәр осрай, ти. Аптырап ҡулына һүҙлек ала икән, һәм таныш булмаған һүҙҙәрҙең фарсы, ғәрәп, иҫке төрки телдәренән икәнлеген асыҡлай... Улай ғына түгел, был һүҙҙәр Фәнилдең шул ваҡыттағы күңел торошон тулыһынса тасуирлай икән. Нисек аңлатырға быны? Ысынлап та, шиғырҙарына күҙ һалһаң, ҡайһы бер һүҙҙәрен уҡып, тел һындырырға була.
А. Й. Минең менән дә оҡшашыраҡ хәл булды. Беҙҙе, Башҡортостандың 17 йәшлек лидерҙарын, “Беҙ – Башҡортостандың киләсәге!” исемле лагерға йыйҙылар. Барыбыҙ ҙа шул дәүерҙән – әлеге лә баяғы Шәфҡәт Ғәбитов, артист Заһир Зәйнетдинов, йәш эшҡыуар Тамъян Ғәбитов, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды белгесе Наҙгөл Ғәлиева һәм башҡалар...
Кисен лагерҙа дискотека бара. Һин дә мин бейеп йөрөгән еремдән, ҡапыл ғына үҙебеҙ йәшәгән корпусҡа йүгереп инеп, ҡулыма гитарамды алыу кәрәклеген аңланым да, уҡ һымаҡ бүлмәгә атылдым. Артымдан килеп ингән Заһирҙы “Миңә илһам килде!” тип сығарып ебәрәм дә ҡулыма гитара алам. Һәм 5-10 минут эсендә һүҙҙәре, көйө менән “Китмә” исемле тәүге һәм һуңғы йырым хасил була. Һуңғы тим, сөнки башҡа нисек кенә тырышһам да, көйҙәр яҙылманы. Ә был йыр ун йыл ваҡыт үтһә лә, һаман йәшәй, күптәр йөрәгенә юл тапты.
М. Я. Хоҙай Тәғәләнең был осраҡта тап һине һайлауы ниндәй оло бәхет, эйеме? Бөйөк көс тарафынан ебәрелгән әҫәр һәр кемдең күңеленә барып етә.
А. Й. Йөрәк ярып ҡапыл тыуған йырҙар, шиғырҙар, ғәҙәттә, тетрәндергес була һәм һәр ваҡыт үҙ уҡыусыһын, үҙ тыңлаусыһын таба...
М. Я. Ижад, илһам тигәндә, беҙ, ҡошъюлсылар, “ваҡыт юҡ, йыр яҙылмай, аҡсаһыҙлыҡ, проблемалар баштан ашҡан” тиһәк, Азамат ағайҙың “һөйләмәгеҙ ул хәбәрегеҙҙе, ултырығыҙ ҙа яҙығыҙ” тигәне иҫкә төшә. Кеҫәңдә гел ҡәләм йөрөт, башыңа бер уй ҡунды икән – яҙ, тип өйрәтеп ҡуйҙы ул.
Фестивалде ойошторған өсөн түләйҙәрме?
А. Й. Беренсе “Ҡош юлы”нда өсөнсө урынды алдың булһа кәрәк...
М. Я. Шулайҙыр, инде хәҙер иҫләмәйем дә. Дөйөм идея менән янып йәшәгәндә, дәрәжәләр, урындар, дипломдар бер ни тормай. Фестиваль – ул ҡабатланмаҫ бер мәл генә бит.
“Ҡош юлы” фестиваленең беренсе йылдарында, беҙ әле ҡатнашыусылар булғанда, һәр беребеҙҙә ярыш сәме көслө була торғайны. Урын өсөн, дан өсөн көрәшә инек. Бер нисә йыл үткәс, йыйылышып ултырған ергә Азамат ағай инде лә: “Йә, Хоҙай, мин мораҙыма ирештем”, – тине. Аҙаҡ ҡына уның беҙҙең бер хәрәкәт, бер ғаилә булып ойошоуыбыҙҙы теләгәнен аңланым. Ә хәҙер ысынлап та шулай: кем еңә, кем еңмәй – мөһим дә түгел. Иң мөһиме – беҙ бергә. Был мөхитте “Ҡош юлы”на яңы ҡушылғандар ҙа һиҙә, уларға ла килеп ҡатнашыу, фестивалдәге дөйөм кәйефте тойоу мөһимерәк. Беҙҙең аралашыу рухи кимәлгә күтәрелде.
Бәйләнештә селтәрендәге сәхифәмдә “Эш урыны” тигән графала “Ҡош юлы” тип күрһәтелгән. Был, ысынлап та, минең эш урыным. Мин үҙемдең “Ҡош юлы” башҡорт бард фестиваленең ойоштороусыһы булыуым менән ғорурланам! Бының өсөн миңә береһе лә аҡса түләмәй, әммә ошо эш миңә күңел ҡәнәғәтлеге килтерә, үҙемде ер йөҙөндә кәрәкле кеше итеп тоям. Күптәрҙең “килем килтермәй бит” тип был эшмәкәрлектән мине баш тартырға өндәгәне булды, әммә ғәмәлдә “Ҡош юлы”нда иркенләп эшләр өсөн меңләгән мөмкинлек, башҡа шөғөлдәр, йәғни – аҡса эшләү юлдары табам. Әлегә уңышлы килеп сыға.
А. Й. Ойоштороусы булараҡ, “Ҡош юлы” хаҡында төрлө фекерҙәр ишетергә тура килде миңә. Хуплаған, һоҡланған, яратҡандары араһында “Ниндәй фестиваль ул? Уны берәйһе беләме? “Ҡош юлы” тип өҙөлөп тораһығыҙ, йығылып ятып ойоштораһығыҙ, сөнки һеҙгә бынан ҙур аҡса тама” тигән һүҙҙәр ҙә ишетелде. Беренсенән, хәҙер Башҡортостанда уның ун йыллыҡ осоронда “Ҡош юлы” хаҡында ишетмәгән кеше ҡалдымы икән? Кемдер ниндәйҙер сәбәп менән был фестиваль, был хәрәкәт хаҡында хәбәрҙар түгел икән, был уның күңел, фекерләү даирәһенең тар булыуы хаҡында һөйләй бит. Икенсенән, аҡса түләгән эш өсөн генә янып йөрөргә тигәнме? Беҙҙең менән тәүге сиратта “Ҡош юлы”на булған һөйөү, башҡорт халҡына хеҙмәт итеү теләге идара итә.
М. Я. “Ҡош юлы”нда йыл һайын бер үк ойоштороусылар, был хәрәкәт, русса әйткәндә, йәнәһе, “междусобойчик”, “уға башҡа кешеләрҙе яҡын юлатмайҙар” тигән фекерҙәр ҙә ишетергә тура килде. Ә беҙҙең ишектәр барыһына ла асыҡ бит! Теләгән кеше килеп “Минең ойоштороусы булғым килә” тиһә, уны кире ҡаҡмайбыҙ. Тик ул үҙен өлгөлө яҡтан күрһәтергә, йыл әйләнәһенә беҙҙең менән бар этаптарҙы: йәйге “Ҡош юлы” фестивален, ҡышҡы “Төнгө ултырыш” концертын, улар араһында төрлө саралар, концерттар, фатирниктарҙы үтергә тейеш. Ҡайһы бер ойоштороусылар һына ла ҡуя. Бушлай, ысын мәғәнәһендә бирелеп эшләү өсөн дә елкә, иң мөһиме – идеяға тоғролоҡ кәрәк. Ә бар шундай ойоштороусылар – улар ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында китергә мәжбүр булһа ла, гел янда, гел ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
А. Й. Ойоштороусы булып эшләр өсөн, идеяға тоғролоҡтан тыш, был эшмәкәрлеккә ҡарата һөйөү ҙә булырға тейештер. Һәм “Ҡош юлы” менән яҙмышын бәйләгән һәр кемдең тормошонда был хәрәкәт юйылмаҫ эҙ ҡалдыра, быныһына шик юҡ.
“Ҡош юлы” азатлыҡ тойғоһон үҫтерә, йәки нисек барһың, тик шулай бул!
М. Я. Мин үҙемде бай кеше тип әйтә алмайым һәм халҡыма төрлө хәйриәлек аша ярҙам итергә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мөмкинлегем самалы. Әммә ошо уҡ изге эште мин йәмәғәт эшмәкәрлеге аша атҡарам. “Ҡош юлы”н ойоштороу – минең өсөн ниндәйҙер кимәлдә үҙ халҡыма саҙаҡа биреү ҙә ул. Халҡымды матди яҡтан түгел, рухи яҡтан тәьмин итәм.
“Ҡош юлы” хәрәкәте башҡорт халҡы өсөн файҙалы, тигән фекерҙәмен, сөнки ул, беренсенән, сәләмәт тормошто пропагандалай, икенсенән, башҡорт теленең һағында тора. Ошо ике ҡиммәтте йәштәрҙең аңына һеңдерергә тырышабыҙ.
А. Й. Шуға ла фестиваль үткән ерҙә “Айыҡ фестиваль” һәм “Бында башҡортса һөйләшәләр” тигән белдереүҙәр тора.
М. Я. Кеше айыҡ аҡыллы булып, туған телендә һөйләшһә, ул башҡа насар хәрәкәттәрҙә буталып йөрөмәй.
“Ҡош юлы” азатлыҡ тойғоһон үҫтерә, ә азат кеше – ул айыҡ аҡыллы, үҙ телен, тамырҙарын белгән кеше. Сәләмәт тормошто һәм әсә телеңдә һөйләшеүҙе пропагандалау аша йәштәрҙе насар йоғонтонан ҡотҡарырға тырышабыҙ.
Башҡорт перфекционизмы тигән күренеш бар йәмғиәтебеҙҙә. Халҡыбыҙҙы тик яҡшы яҡтан күрһәтергә, һәр кемде бер ҡалыпҡа һалырға тырышалар: “Һин башҡорт икәнһең, шундай-шундай булырға тейешһең”... “Ҡош юлы” хәрәкәте, ысынлап та, ошо ҡалыптарҙан азат булыуы менән дә тормошомдоң йәменә әйләнде. Бында бер кем дә “Һин ни өсөн йәшел, һин ниңә һары?” тип һорамай. Беҙ ҙә үҙ артыбыҙҙан азат фекер йөрөткән кешеләрҙе эйәртергә тейешбеҙ, шул уҡ ваҡытта уларға сәләмәт тормоштоң өҫтөнлөктәрен аңлатырға бурыслыбыҙ. Был азат кешеләр башҡорт тарихын, мәҙәниәтен дә яҡшы белергә, йәнә милләтсе түгел, ә донъя кешеһе булып ҡалырға тейеш.
Беҙ – яңы башҡорттар. Ҡала мөхитендә үҫкән, яңыса, азат фекер йөрөткән башҡорттар. Әгәр ҙә беҙ һаман да “ауылға ҡайтырға, өләсәйҙең билмәненән ауыҙ итергә ине” тип йәшәһәк, башҡорттарҙың киләсәге юҡ. Был бөтәһенә лә ҡағыла.
А. Й. Был йәһәттән “Ҡош юлы” фестивалендә тулы бер “түңәрәк өҫтәл” ҡаралған, ул ижад темаһына ла, башҡорттарҙың ҡала мөхитендәге йәшәйешенә лә, ҡала мөхитендә ижад итеүҙәренә лә ҡайтып ҡала. Ғөмүмән, “Ҡош юлы”, башҡа бард фестивалдәренән айырмалы рәүештә, концерт тамашаһы менән генә сикләнмәй. Ул ҡыҙыҡлы һөйләшеүҙәре, мәртәбәле спикерҙары, спорт уйындары, квест, төҫлө буяуҙар, һыу һибешеү кеүек күңел асыу саралары менән дә иғтибарҙы йәлеп итә. “Түңәрәк өҫтәлдәр” эшҡыуарлыҡҡа, кәсепселеккә, туризмға ла арналасаҡ.
“Ҡош юлы. Балалар”
М. Я. “Ҡош юлы. Балалар” хаҡында ла телгә алайым әле. “Ҡош юлы”ның киләсәге ниндәй?”тигән һорауға яуап эҙләгәндә, “Ҡош юлы. Балалар” телевизион проектын булдырыу уйы яралды. Был тәҡдим менән “Тамыр” балалар каналына, уның етәксеһе Гөлназ Ҡолһаринаға мөрәжәғәт иттек, һәм бына был проект нисәмә йыл рәттән уңышлы эшләп килә. Әгәр ҙә өлкәндәр өсөн “Ҡош юлы”ның атаһы Азамат Юлдашбаев икән, “Ҡош юлы. Балалар” проектының әсәһе – ул Гөлназ Ҡолһарина.
Йәш быуын гитара ҡылдарын сиртеп, беҙҙең үксәгә баҫа башлағас, күңелдә өмөт осҡоно уянды, был осҡон йылдан-йыл усаҡҡа олғаша килә. Йәштәр хәҙер аҡыллы, сәләмәт тормош яҡлы, асыҡ зиһенле. Улар “Ҡош юлы”н һүндермәҫ, киреһенсә, киләсәктә яңы үрҙәргә алып менер.
Башҡорт эстрадаһы попсанан ғына торамы?
А. Й. Миңзәлә, һинән, үҙең һөйләгәнсә, ҡалыптарҙан азат яңы башҡорттан, рокерҙан һорамайынса түҙмәйем – хәҙерге башҡорт эстрадаһы торғаны бер попсамы?
М. Я. Элек шулай уйлай торғайным, бының улай түгеллеген “Ҡош юлы” килеп сыҡҡас ҡына төшөндөм. Шәхсән үҙем рокты “Ҡош юлы” хәрәкәтенә ҡушылғас ҡына тыңлай башланым. Быға тиклем попса тыңлай инем. “Дәрүишхан”ды белһәм дә, Дим Мәннән менән таныш булһам да, уларҙың музыкаһы тәүҙә миңә ят ине. Әлеге лә баяғы, ҡалыплашҡан ҡараштар, йәнәһе, башҡорт музыкаһы – ул ҡурай ҙа гармун... “Дәрүишхан”дан башланды, артабан башҡа төркөмдәр... Үҙем башҡорт телендә рок йырлай башланым. Әлеге ваҡытта мин сығыш яһаған “Проект 102” төркөмө – ул экстремаль рок-музыка. Был йүнәлеште аңламағандар ҙа күп, ғөмүмән, беҙҙең тамашасы һанының әҙ булыуы ла мөмкин. Үҙем дә 20 йыл элек бындай музыканы аңламай инем бит, хәҙер бына, йырлайым, сөнки мин һәм беҙ – донъя кешеләре, беҙҙең өсөн сиктәр юйылған. Кешеләрҙе милләтенә, дәрәжәһенә ҡарап бүлмәйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта мин донъя кешеһе икән – рокты ла, попсаны ла, халыҡ йырҙарын да берҙәй тыңлайым, ҡабул итәм тигән һүҙ. Даирәңде киңәйткән һайын, алдыңда күберәк мөмкинлектәр асыла.
Башҡорт эстрадаһындағы ҡайһы бер йәштәрҙең ижадта киң ҡоласлы булыуы, төрлө музыка жанрында ижад итеүе ҡыуандыра. Шул уҡ поп йүнәлеше лә үҙенә күрә ҙур ғына хәрәкәт. Шул уҡ йәштәрҙең сит илдәргә сығып нимәлер өйрәнеп, офоҡтарын киңәйтеүе лә шәп күренеш, бында тик туған телде һәм үҙ тамырҙарыңды һаҡлап ҡалыу мөһим. Ошоға булышлыҡ иткән “Ҡош юлы” хәрәкәтенең, ғөмүмән, рок-музыка хәрәкәтенең киләсәге яҡты булыр, тигән өмөттәмен. Рок-музыканы Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы ла, Республика халыҡ ижады үҙәге лә хуплай, гел ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
Ғөмүмән, һәр кемдең һайлау мөмкинлеге булһын – бына нимә иң яҡшыһы. Ниндәй Аллаға табынырға, ниндәй музыка тыңларға, был тормошта ниндәй йүнәлештә барырға – кеше үҙе һайларға тейеш. Үҙе һайлаған юлдан тайпылмаһын өсөн, уның аңы айыҡ, рухы ныҡ булһын.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА әңгәмәләште.