Йәмғиәт
20 Июль 2021, 14:30

Социаль тормошҡа тиҙерәк яраҡлашһындар өсөн

Башҡортостанда иректән мәхрүм ителеү урындарынан ҡайтҡандарға эш урыны табыу буйынса саралар комплексы тормошҡа ашырыла.

Социаль тормошҡа тиҙерәк яраҡлашһындар өсөнСоциаль тормошҡа тиҙерәк яраҡлашһындар өсөн
Социаль тормошҡа тиҙерәк яраҡлашһындар өсөн

Башҡортостанда иректән мәхрүм ителеү урындарынан ҡайтҡандарҙы социаль тормошҡа ҡабат яраҡлаштырыу маҡсатында, мәшғүллек үҙәктәре уларға эш урыны табыу буйынса саралар комплексын тормошҡа ашыра.

Быйылғы беренсе өс айлыҡта, мәҫәлән, ошо төргә ҡараған 176 граждан республика ҡалалары һәм райондарындағы мәшғүллек үҙәктәренә эш һорап мөрәжәғәт иткән. Был арауыҡта уларҙың 57-һен эшкә урынлаштырғандар. Былтыр иһә уларҙың 181-нә хеҙмәт урыны табып бирә алғандар.

"Республиканың барлыҡ мәшғүллек үҙәктәре халыҡҡа эш табып биреүҙә планлы рәүештә саралар күрә, шул иҫәптән – иректән мәхрүм ителеү урындарынан ҡайтҡан граждандарға ла, – ти ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников. – Ваҡытлыса мәшғүллек менән ярҙам итеү, түләүле йәмәғәт эштәренә ылыҡтырыу, даими рәүештә мәғлүмәт биреү бындай граждандарҙы социаль тормошҡа тиҙерәк яраҡлаштырыуға йүнәлтелгән. Эшһеҙ граждандарҙы нисек әүҙем рәүештә хеҙмәт урыны эҙләргә, резюме төҙөргә, эш биреүсе менән әңгәмә ҡорорға, үҙ-үҙеңде күрһәтә белергә өйрәтәбеҙ".

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

 

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас