Йәмғиәт
20 Июль 2021, 10:25

Уларҙы үтәгән халыҡтың киләсәге бар

Һәммәбеҙ яҡты тойғоларға ынтылайыҡ.

Башҡорт йолаһы – борон-борондан туҡылған көнкүреш тәжрибәһе, намыҫ һәм рухиәт ҡануны. Дәүләт ҡеүәһе һәм киләсәккә ынтылышы булған һәр Ил үҙ йолаһы менән көслө, ул Йыһан ҡанундарын үтәү өсөн кәрәкле була. Йолаһын тотҡан Ил бөйөк һәм артабан Тарихта тотороҡло урын биләй.

 Тарихта отошло

 Үҙ ер-һыуында була-булғаны бирле үҫешкән халыҡтарҙың, айырыуса башҡорттарҙың, бик борондан тыуған һәм бар булған тормош мәктәбе, белеме, фәлсәфәһе, милли идеоло­гияһы Йолаһында сағыла. Йола – ул мөмкинлек һәм тыйыуҙар, яман һәм яуыз, яҡшы һәм насарҙы ифрат асыҡ күрһәткән система. Йола – һәр саҡ Яҡшылыҡ, Гармония, Именлек булдырыуға арналған махсус ҡорал. Ил тотҡан, ата-бабаһы өйрәткән йола, ғәҙәт, тәртип ҡағиҙәләрен үтәгән Кеше шәхес булып формалаша.

Йолаһын рухи кодекс, конституция кимәлендә ҡабул иткән Дәүләт тә күптәр араһында Бер булып үҫешә. Уның бер яғы үҙ донъяңды, бала­лар­ҙың тормошон, быуындар бәйлә­нешен яйлауға ҡоролһа, йәғни тормош-көнкүреш йолалары булһа, был йоланың икенсе ҡанаты – тәбиғәт менән гармонияла йәшәү. Шуға күрә башҡорт бик борондан ҡояш торошона бәйле үҙенең тәбиғәтен, торошон, тормошон яйлаған, үҙенең фекерен, булмышын, сәләмәтлеген Йыһан, Күк, Тәбиғәт донъяһы ритмдарында яйлап тормошон алып барған.

Был бик боронғо белем – башҡорт халыҡ астрономияһы, астрологияһы, шулай уҡ йыл әйләнәһенә Кеше тормошо барыуы һ.б. Улар әле нигеҙле, үҙмилли булмышында системалы өйрәнелмәгән. Башҡорт тормошонда тормош-көнкүреш йолалары һәм тәбиғәт йолалары – ике ҙур тармаҡ. Уларҙың араһында, әлбиттә, икенсе төрлө йолалар ҙа күп, йәғни һаулыҡты һаҡлауға, теге йәки был тормош-көнкүреш хәлдәрен, күңел торошон яйлауға арналғандары һәм башҡалар. Минең һүҙем тәбиғәт йолалары, Күк-Йыһан торошона бәйле иң ҙур йола байрамы тураһында.

21 июндән алып 23 июнгә тиклем яңы йәйге Ҡояш торошо булды. Был көндө башҡорттар ғына түгел, донъялағы һәр төрлө халыҡ бик ҙур байрам итеп үткәргән. Был – кешенең үҙ тормошон, рухиәтен яңы дәүергә сығарыуға ҙур мөмкинлек мәле. Яҡшы теләктәр, бурыстар алып, уларҙы үтәү өсөн уңайлы ваҡыт тип һаналған. Иң етеҙ һәм иң ҙур Яҡтыртҡыстың ошо мәлдәге тылсымын файҙалана белгән кеше. Иң яҡты, иң яҡын йондоҙҙоң баш­ҡорт аҡылынса – иң етеҙ йондоҙ­ҙоң – ергә төшөргән энергияһын йола атҡарып тота белгән.

21 июндән 23-өнә тиклем, ә иң яҡшыһы 21 июндә үк һәр районда халыҡ, йәштәр, балалар йыйылышып тауға менеп, унда изге теләктәр теләй. Барыбыҙ беләбеҙ – Ваҡыт-заман хәлдәре бик хәүефле, беҙ белмәгән, аңлап етмәгән күренештәр ныҡ күбәйҙе, болғауыр хәлдәр хәүефләнеү хисен күбәйтә. Тимәк, тотороҡһоҙлоҡ аптырата. Ҡайҙа хаҡ, ҡайҙа нахаҡ, ҡайҙа ҡара, ҡайҙа аҡ, ҡайҙа алдаҡ, ҡайҙа ысын хәҡиҡәт икәнен айырыу ҡыйын. Шуға йыл һайын ошо мәлдә беҙгә Аллаһы Тәғәлә ебәргән һынауҙа үҙебеҙҙе тағы ла ырыҫлы, көслө, бәрәкәтле, ризыҡлы, артабанғы дәүерҙә тағы ла йәшәүгә лайыҡлы һәм хоҡуҡлы милләт итеп танытырға теләйбеҙ икән, беҙ ата-бабалар ҡушҡан йолаларҙы үтәргә бурыслы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең традицияларҙы тотоу, телде үҫтереү, дин, рухи байлыҡтарға иғтибарлы булыу тигән саҡырыуҙар ҡайһы саҡта лозунг рәүешендә генә ҡала әлегә. Әммә Йола үҙенең үтәлеше менән көслө, йоланы атҡарһаң ғына, йоғон­тоһо көслө. Йоланы таҙа йөрәкле, таҙа аҡыллы, таҙа аңлы милләттәр генә үтәп, Тарихта отошло була.

 Ҡотом, ҡайт!

 Йоланың үтәлеше. Һәр районда тауҙар бар. Һәр төбәктә ете тау бар. Йыл һайын 21 июндә өйлә намаҙына тиклем тау баштарына менеп, көн буйы уҡыла торған биш намаҙҙы уҡып, теләктәр әйтеү мотлаҡ. Һәр инсан таҙа кейемдә, тәһәрәтле һәм изге ниәттә булыр. Изге шишмәләрҙән алынған Һыу алып менергә. Ете тауға менеү ваҡы­тын тура килтереү өсөн ауылдар үҙ-ара ки­лешә. Тауҙа, үр урындарҙа, ҡалҡыу­лыҡ­тарҙа намаҙ алдынан ниәт ҡылына. Ил, Ер-Һыу именлеге хаҡына. Унан түңәрәктә ултырып, Аллаһы Тәғәләне маҡтап, данлап, бындай һүҙҙәрҙе әйтеү мотлаҡ:

Һин бар, Һин бер!

Тиңдәшең үә оҡшашың юҡ!

Төҫөң-тауышың юҡ!

Тыумайһың, тыуҙырмайһың!

Бар ерҙә – барһың!

Мәңге барһың!

Күренмәйһең – барын күрәһең,

Беленмәйһең – барын беләһең!

Һин бойорһаң – була,

Бойормаһаң – юҡ!

Һин бойорһаң, беҙ йәшәйбеҙ.

Һин бойорһаң, беҙ барбыҙ.

Һин бойорһаң, ямғыр килер.

Һин бойорһаң, донъя йәшәрер!

Һин бойорһаң – булыр!

Бойор, Раббым, Аллам!

Иң ҙур саҙаҡаң – Ҡояш яҡтыһы!

Балаларыбыҙ, уларҙан ҡала быуындарыбыҙ ошо ерҙәребеҙҙә хужа һәм бәрәкәтле Ил булып, тупланып татыу йәшәһен!

Яман ауырыу, сир-сырхау бөтһөн!

Йола үтәү Ваҡыты мөмкин тиклем бер үк ваҡытҡа тура килһен. Бергәләп Ил менән әйткән теләк ҡабул булыр. Унда теләк-алғыштың ҡөҙрәте, диңгеҙҙәрҙе тыйыр, тау-таш аҡтарыр көсө бар!

Әлшәй районында, мәҫәлән, Сусаҡтау, Ҡунаҙы тау, Дүрткел тау, Һанай һыры, Сатыр тау, Учалыла – Әүеш тауы, Ирәмәл, Ирәндек, Әбйәлилдә – Ҡутам, Ҡырҡты һәм башҡа үрҙәр бар. Бейек тау булмаһа ла ярай. Белорет, Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура һәм башҡа төбәктәрҙә үҙҙәренең ҡаялары һәм үрҙәре бар. Дәүләкәндә Балҡан тау билдәле. Ярыштау тылсым эйәләренә бай тип иҫәпләнә. Ауылдар янында ла тауҙар йәки үрҙәр бар. Шул тау-үрҙәрҙә был йоланы атҡарыу һәм ҡояш йөрөшө буйынса кәмендә ете тапҡыр түңәрәк әйләнеү мотлаҡ.

“Ҡайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом!

Елдән китһәң, елдән ҡайт,

Һыуҙан китһәң, һыуҙан ҡайт.

Урал ҡаяларынан ҡайт,

Ҡырмыҫҡа иләүҙәренең

баштарынан ҡайт!

Шәймек баштарынан ҡайт!

Айғыр булып кешнәп ҡайт,

Һыйыр булып мөңрәп ҡайт,

Аҡҡош булып осоп ҡайт.

Балыҡ булып йөҙөп ҡайт!

Ҡайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом!

Һине саҡыра йортом!

Һине көтә башҡортом!

Һине көтә балалар –

киләсәккә баралар!

Һине көтә бабайҙар –

фатихала ҡалалар!

Ҡайт, ҡотом, ҡорайт, ҡотом!” тигән һүҙҙәр менән бөйөк көс һәм энергия-ҡот саҡырыу мотлаҡ. Был йолаларҙы йыл һайын 21 июндән 23 -өнә тиклем үтәргә кәрәк. Тауҙан төшкәс, Көс, Батырлыҡ һәм Матурлыҡ тылсымын саҡырыу башлана, йәғни, көрәш, йыр-бейеү ярыштары. Йәштәр кискә тиклем төрлө уйында, йәғни баҫтырышыу, йүгерешеү, арҡан тартышыу, ҡапсыҡ менән һуғышыу уйындарын уйнай. Мотлаҡ оло түңәрәктә йөрөү һәм бейеү кәрәк. Уйындар ни тиклем етеҙерәк булһа, Ҡот беҙгә шул тиклем етеҙерәк ҡайта, Рух сәләмәтләнә, тупланыу көсө, Аң яңыра!

Тау рухына рәхмәт әйтә

 Батырҙар көрәше ни тиклем шәп була, илдә шул тиклем батырҙар тыуа. Кис булғас, ут яғып, шул ут аша һикереү ҙә бар халыҡ йолаларында. Ут аша һикереү беҙҙә генә түгел, донъя халыҡтары йолаларында ла бар һәм даими үтәлә. Башҡорт Алас теләк әйтә. Алас – изге ут, ышаныс тигән һүҙ. Алтайҙа тыныс ел, тормош мәғәнәһе бар:

“Алас, алас, алас!

Яман беҙҙән ҡас,

Сир-сырхау ҡас-ҡас!” тип әйтеп торалар изге ут янында.

Бер ҡулға тоҙ, икенсеһенә икмәк валсығы алып, тәүҙә – бер яҡҡа, шунан икенсе яҡҡа, унан өсөнсө тапҡыр һикерергә лә, уста булған әйберҙе утҡа һалырға кәрәк, йәғни кешенең ауырыуы, хәсрәте, һағышы шунда күсә лә утта янып бөтә. Кеше өс рәт һикермәйенсә, ҡысҡырырға, өн сығарырға, кейемдең бер өлөшөн дә утҡа тейҙерергә, утҡа төкөрөргә ярамай. 22 июндә малдарҙы ҡыуғанда тал сыбығы менән һылап-һыйпап:

“Ҡарсығанан ҡан ал,

Ябалаҡтан май ал.

Эттән-ҡоштан алдырма,

Түңгәк булып ятып ҡал!

Иҫән-һау урап ҡайт.

Һөт-май алып ҡайт!

Малҡайым, имен ҡайт!”

тигән һүҙҙәрҙе әйтергә кәрәк.

Әҙәм балаһы үҙенең холҡон таҙартыр өсөн ошо кисәлә тағы тәһәрәт ала, ғосол ҡойона, тәүбә итә. Тәкәбберлектән, көнсөллөктән, яманлыҡтан, тағы ла аңын, йөрәген бысратҡан һәр төрлө шик-шөбһәнән, кешеләргә асыуынан арынырға тырыша, таҙара. Шулай булһын.

Кемдең аңы таҙа, уның йөрәге лә, йөҙө лә нурлы була. Аңы таҙа кеше бер ҡасан да бер кемгә лә асыуланмай, кешеләрҙе ғәфү итә. Ошо көндәрҙә балаларға ҡоймаҡ бешереп бирергә кәрәк. Халыҡта шәңкә бешереү киң билдәле. Ҡамыр ашы, йола ризығы Ҡояш рәүешендә була ла ҡуя – түңәрәк беленгә май, йомортҡа һарыһы яғылып бешә.

Быларҙың бөтәһен дә бысаҡ тейҙермәйенсә ҡул менән бүлеп ашарға кәрәк. Тауҙан төшкәс, тауҙың итәгендә самауырҙа сәй ҡайнатып, түңәрәкләп ултырып, доғалар уҡып, тау рухына рәхмәт әйтеп, Аллаһы Тәғәлә биргән Ер-Һыу, ризығыбыҙға мең рәхмәт белдереп, матур табын ҡороу мотлаҡ.

 Ерҙе яратығыҙ!

 Ямғыр саҡырыу йолаһын башҡарыу ҙа мөһим:

Ямғыр, яу, яу, яу!

Иген үҫһен тау, тау, тау!

Беҙ булайыҡ һау, һау, һау!

Яман сирҙәр килмәһен!

Аслыҡ беҙгә килмәһен!

Яман сир урап үтһен. Амин!

Аллаһы Берҙән ҙур булып тырышҡан ҡара бәндәләрҙең йөрәктәренә, Раббым, Аллам, миһырбан индер. Бәрәкәтебеҙҙе арттыр, Балаларыбыҙҙы, Беҙҙе һәм Киләсәкте бәхетле ҡыл!

Ризыҡ бирһәң,

бәрәкәт менән бир,

Белем бирһәң,

бәрәкәт менән бир,

Сәләмәтлек бирһәң,

хәрәкәт менән бир.

Иман бирһәң, тулы бир!

Оҙон бәрәкәтле итеп, һине ризалатып йәшәргә мөмкинлек бир! Аллаһы Тәғәләм, Раббым! Тик һинән ярҙам көтәбеҙ. Тик һиңә йөҙ бороп, саждәгә батабыҙ. Тик һинән бойороҡ көтәбеҙ. Раббым, Аллам, ҡалдырма беҙҙе, ярҙам ит, яңғыҙ итмә, ас итмә, яланғас итмә, бәндәгә бәндә итмә. Йә, Раббым, һиңә тапшырҙыҡ!”

Ошо теләк әйтеүҙе, ут аша һике­реүҙе, һәммә йолаларҙы рәтенә еткереп үткәрергә кәрәк. Йола көсө үҙ мәлендә ҡәҙерле! Ямғыр саҡырыу йолаһы – үҙе бер ҡатмарлы, яуаплы күренеш.

Тауға менгәндә һәр кеше тәһә­рәтле, таҙа кейемдә, таҙа яулыҡта булырға тейеш. Йәштәр уйнағанда бер ниндәй ҙә хәмер булмаһын. Йәш балаларға теләгеҙ: “Йәштең теләге йәшендәй етеҙ ҡабул була, тиҙәр. Йәштәр! Балалар! Һеҙ теләгеҙ. Беҙ һеҙгә өмөт менән ҡарап торабыҙ. Матур, саф уйындар ойоштороғоҙ. Өлфәт мөхәббәтле булып йәшәр өсөн таҙа, матур йөрәкле, күңелле, тоғро булып, илгә, халыҡҡа тоғро булып йәшәргә анттар әйтегеҙ, Ерҙе яратығыҙ, иркәләгеҙ. Ул яратыу көтә башҡорттан!

Йолаһы. Бер тапҡыр ҡулдың бите менән, икенсе тапҡыр ҡулдың һырты менән өс тапҡыр шулай ҡатлап ерҙе һый­пап, сәләм әйтегеҙ. Тәйәмүм була ул.

Ямғыр саҡырыу йолаһын үтәгәндә тау башына мотлаҡ шишмәнән алынған, уның өҫтөндә “Фатиха”, “Ҡолһүалла” өс тапҡыр уҡылған һыу мендерергә кәрәк. Ошо һыуҙы тамсылап Күккә, уңға, һулға, ергә төбәп һибеү мотлаҡ.

Башҡорт – тәбиғәт балаһы

Башҡорт – тәбиғәт балаһы, тип уйын­салап ҡына әйтелгән һүҙ түгел. Беҙ тәбиғәт балаһы булғанға, тәбиғәтте һаҡлағанға, тәбиғәтебеҙгә үтә һаҡ­сыл һәм уға иҫ китмәле яратыу менән йәшәгәнгә әлегә тәбиғәт тә беҙҙе ҡурсалай, ярата, һаҡлай. Тәбиғәт беҙҙең уға өндәшеүебеҙҙе, уның менән йола телендә һөйләшеүебеҙҙе көтә. Уралда йәшәгән халыҡ, Уралдың төп тамыр халҡы – Башҡорт. Һәм ул – ғәләмәт көс, ҡеүәт, ҡөҙрәт эйәһе. Уның теләге – Йыһан теләге, Урал тетрәтерлек Теләк.

Ерҙә бәлә күбәйһә, сир-сырхау, ығы-зығы артһа, мал зыянлаһа, эпидемиялар ҡупһа, бабаларыбыҙ изге йола – Тәкбәр әйтеү үткәргән. Мулла артынан бер нисә ир ат теҙелешә. Ил, Ер-һыу именлегенә атап, изге ниәт ҡылына: ат егеп, һабан менән ауыл тирәләй ер һөрөлә. Ат артынан “Аллаһыу әкбәр!”ҙе ҡысҡырып әйтеп, күп тапҡыр ҡабатлап, ирҙәр өс рәт, ҡайһы саҡ ете рәт урап үткән. Был йола инде – ямандың юлын бикләүҙең, сир-афәт бәләләренә ҡаршы Юғары Көс, Аллаһ ярҙамын алыуҙың иң гарантиялы ысулы.

Ата-бабаларыбыҙ, ишандарыбыҙ, хәҙрәттәребеҙ, олуғ аҡыл эйәләре үтәгән йоланан биҙеү – ярамаған ғәмәл. Был йоланы аманат итеп тоғро үтәһәк, уңырбыҙ. Ил муллалары, ил ағалары, ишетегеҙ быны! Һеҙгә – бурыс! Был йолалар менән Башҡорт иле бик күп бәлә-ҡазанан ҡотолған, халыҡты ҡотҡарған, Ер-Һыуҙы кәметмәй тотҡан. Йолаларҙың башы баҡый быуаттарға барып тоташа. Дин – йолаһыҙ, йола  динһеҙ булмай.

Һәммәбеҙ күңелебеҙҙә изге, яҡты тойғоларға ынтылыш уятып, йән таҙартайыҡ, бер-беребеҙгә Яратыу көсөн нығытайыҡ. Йортобоҙ, илебеҙ, халҡыбыҙ, еребеҙ өсөн күберәк итеп йөрәк, күңел көсө һалайыҡ, тәүбәләр ҡылайыҡ. Әгәр ҙә беҙ таҙа, саф йөрәкле, татыу булһаҡ, Йыһан да теләктәребеҙҙе ҡабул итер. Көнләшеп, яманлашып, үҙеңдеке үҙеңә яу халыҡ өсөн ниндәй илаһи көс ярҙамсы булһын, ти?! Ул яман эсле кешеләрҙән биҙә генә бит. Күренеп тора. Һәр ике бәндә, тәүбә итеп, ҡәлбең саф ҡыл!

Ошо ваҡытта беҙҙе Ер, Һыу, Уралыбыҙ һәм батырҙарыбыҙ рухы ишетер. Балаларыбыҙ яҡшы үрнәк алып, үҙ халҡын яратыр. Илаһым, амин, Аллаһы бойороғонан ярҙам төшөр. Йолаларын һаҡлаған ғына түгел, ҡанун итеп үтәгән халыҡтың киләсәге була!

 Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА,

филология фәндәре докторы,

Рәсәй Фәндәр академияһы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре.

Читайте нас