

Башҡортостанда мәҙәни мираҫ объекттары тураһындағы мәғлүмәттәрҙең 98,7 проценты күсемһеҙ милек исемлегенә индерелгән.
Киләһе йылдың 1 ғинуарына республика буйынса маҡсатлы күрһәткес 90 процент итеп билдәләнһә лә, ғәмәлдә ул ошо һанды уҙып китте.
“Мәҙәни мираҫ объекты, шулай уҡ уның сиктәре Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрына (ЕГРН) индерелергә тейеш. Башҡортостан 383 мәҙәни мираҫ объекты иҫәпләнә, уның 14-те федераль әһәмиәткә эйә, 361-е республика әһәмиәтендә иҫәпләнә, һигеҙе урындағы әһәмиәтле”, – ти “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының мәғлүмәттәр сифатын яҡшыртыу бүлеге етәксеһе Елена Кәримова.
Урындағы үҙидара органдарына ҡалған биш объектты кадастр иҫәбенә ҡуйырға кәрәк, улар Белорет, Бөрө, Борай, Ишембай һәм Туймазы райондарында урынлашҡан.
“Мәҙәни мираҫ объекттары тураһындағы мәғлүмәтте ЕГРН-ға индереү буйынса эш республиканың мәҙәни һәм тарихи мираҫын һаҡлауҙың мөһим өлөшө булып тора. Улар күсемһеҙ мөлкәтте файҙаланырға хоҡуҡлы булғандарҙы мәғлүмәтле итә, – ти Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығының мәғлүмәт системалары менән эш итеү бүлеге эксперты Лиана Хәкимова.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.