

Белеүебеҙсә, Илеш районы ауыл хужалығы үҫешкән төбәктәрҙең береһе булараҡ дан алған. Бында ауыл хужалығы тәғәйенлешендәге ерҙәр 141,7 мең гектар, йәғни район территорияһының 71,5 процентын тәшкил итә. Йыл ҡоро килеүгә ҡарамаҫтан, район аграрийҙары булған уңышты әрәм итмәйенсә, ваҡытында йыйып алыу эшенә тотонған.
Хакимиәт башлығы Илдар Мостафин билдәләүенсә, ҡулың пак булһа, йөҙөң аҡ булыр, эшең хаҡ булһа, ғаиләң шат булыр. Ул бөгөн тыуған көнөн билдәләй. Илдар Иршат улы, “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре һеҙҙе күркәм байрамығыҙ менән ҡотлай, һәр йәһәттән дә уңыштар теләй. Киләсәктә лә төбәк халҡы мәнфәғәтендә уңышлы эшләргә, яңы ҡаҙаныштарға өлгәшергә яҙһын!
Фото: ok.ru