Йәмғиәт
21 Июль 2021, 06:00

Ҡотло булһын тыуған көн!

Бөгөн Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов тыуған көнөн билдәләй. "Башҡортостан" гәзитенән - иң изге теләктәр! 

Ҡотло булһын тыуған көн!Ҡотло булһын тыуған көн!
Ҡотло булһын тыуған көн!

Бөгөн Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов тыуған көнөн билдәләй. Ошо уңайҙан “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре Айҙар Рифғәт улын күркәм байрамы менән ҡотлай һәм эшендә уңыштар теләй!

Туймазы районы тураһында һүҙ сыҡһа, шунда уҡ йәйрәп ятҡан Ҡандракүл күҙ алдына баҫа. Был урындан йылдың һәр миҙгелендә лә туристар өҙөлмәй. Әйткәндәй, “Бәйләнештә” төркөмөндә Айҙар Суфиянов былай тип яҙған.

– Туймазы районында агротуризмды үҫтереүҙе “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә тикшерҙек, уны күсмә кәңәшмә итеп үткәрҙек, – тип яңылыҡ менән уртаҡлашҡан район хакимиәте башлығы. – Балыҡсылыҡ һәм умартасылыҡ йүнәлешендә шәхси эшҡыуар Р.Р. Хәйретдинов шөғөлләнә. Ул “Агротуризм”ға грант нигеҙендә булышлыҡ итеү буйынса федераль конкурста ҡатнашырға уйлай. Эшҡыуарға мотлаҡ ярҙам итергә кәрәк.

Бөгөн ғүмер байрамын билдәләгән хакимиәт башлығына - ныҡлы һаулыҡ, именлек, ә Туймазы районына үҫеш һәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ. 

Фото: Туймазы районы хакимиәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас