Йәмғиәт
22 Июль 2021, 06:30

Беҙҙә электрон ысулды яҡшыраҡ беләләр

Башҡортостанда милек хоҡуҡтарын теркәү буйынса “Росреестр”ға ебәрелгән  ғаризаларҙың 39 проценты электрон рәүештә башҡарыла, Рәсәй буйынса был күрһәткес июнь айына ҡарата – 35,9 процент. 

Беҙҙә электрон ысулды яҡшыраҡ беләләрБеҙҙә электрон ысулды яҡшыраҡ беләләр
Беҙҙә электрон ысулды яҡшыраҡ беләләр

Башҡортостанда милек хоҡуҡтарын теркәү буйынса “Росреестр”ға ебәрелгән  ғаризаларҙың 39 проценты электрон рәүештә башҡарыла, Рәсәй буйынса был күрһәткес июнь айына ҡарата – 35,9 процент.

Быйылғы тәүге ярты йыллыҡта электрон ғаризалар өлөшө үткән йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 82 процентҡа артҡан.

“Күрһәтелгән осорҙа милек хоҡуғын теркәүгә 326 мең ғариза бирелгән, шуның 125 меңе электрон формала алынған, – ти “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.

“Электронная сделка.рф” проекты етәксеһе Камила Фазлыева әйтеүенсә, электрон килешеүҙең өҫтөнлөктәре – ваҡыттың аҙыраҡ талап ителә, хеҙмәт өсөн түләү арзаныраҡ, сервистың сифаты юғары булыуы. Бында ришүәтселек ихтмаллығы ла кәмей. Петр Клец билдәләүенсә, пандемия шарттарында килешеҙе электрон формала төҙөүгә ихтыяж артҡан.

 

Фото: pravitelstvord.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас