Йәмғиәт
23 Июль 2021, 05:36

“Атайсал” ярҙам итә

Депутаттар үҙ аҡсаһына юлдарҙы йүнәтә, мәсеттәр һалдыра.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Атайсал – бәләкәй Ватан” дөйөм республика проектына ярашлы 70 ғәмәлгә башланғыс биргән. Уларҙың бер өлөшө закон сығарыусыларҙың үҙ аҡсаһы менән генә тормошҡа ашырыла.

Мәҫәлән, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Борай районы үҙәгендә йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән тыҡрыҡты йүнә­тергә ярҙам иткән. Урындағы 2-се гимназияла һәм 1-се урта мәктәптә белем алыусы балалар хәҙер уҡырға тип-тигеҙ юл буйлап йөрөйәсәк. Йәмғеһе 230 метр араға асфальт түшәлгән. Парламент етәксеһе шулай уҡ Яңауыл районының Орловка ауылындағы шишмәнең тирә-яғын йәмләндереү бурысын үҙ өҫтөнә алған булған, эш әле тамамланыуға табан бара.

Саҡмағош районының Иҫке Боҫҡаҡ ауылында Ш. Сәлихов урамын йүнәтеүгә 15 миллион һум бүленгән. Депутаттар башлаған иң ҡиммәтле проекттарҙың береһе ул. Бағыусыһы – төбәктә иң көслөләр иҫәбендә торған “Базы” ауыл хужалығы предприятиеһына ике тиҫтәнән ашыу йыл етәкселек итеүсе Вадим Соколов. Депутат бынан тыш үҙ районының Рапат ауылында күперҙе һәм километр ярымлыҡ юлды ремонтлауға 9,4 миллион һум тотона. Дөйөм алғанда, Вадим Соколовтың 28 миллион һумға 5 проект башлағаны мәғлүм.

“Альтернатива” заводы етәксеһе Раил Фәхретдинов та Туймазы районының Яңы Бишенде ауылында 27 миллион һумға 5 проектты тормошҡа ашыра. Әле Алмакүл күлен йәмләндереүгә – 10, мәсет һалыуға – 8, “Фельдшер пункты һәм мәҙәниәт йорто” күп функциялы комплексын төҙөүгә 4 миллион һум бүлгәне билдәле.

Депутаттарҙың ҡайһы бер ғәмәлдәре биләмәләрҙе яҡ­шыр­тыуға түгел, ә аныҡ кешеләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Миҫал өсөн әйткәндә, Флүр Уразмәтов Белорет районында янғындан зыян күргән 8 балалы ғаиләгә 121 мең һум күсергән.

Ғөмүмән, “Атайсал – бәләкәй Ватан” дөйөм республика проектына Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 42 депутаты ҡушылған, шул иҫәптән 36-һы үҙ башланғысын күтәреп сыҡҡан, ҡалғандары бығаса алып барылғандарына ярҙам­лашырға ниәтләгән. Константин Толкачевтың фекеренсә, был эш айырым иғтибарға лайыҡ.

– Ауыл-ҡасабаларҙа бо­йомға ашырыу өсөн ҡаҙна сығымдары етмәгән әһәмиәтле бурыстар байтаҡ. Ҡыуанысҡа күрә, бындай осраҡта тыуған еренә, яҡташтарына һис бер шартһыҙ, ихлас ярҙам итергә әҙер булған уңышлы, хәлле кешеләр ҙә табылып тора, – ти республика парламенты етәксеһе. – Меценаттарҙың мөмкинлеге менән ысын­барлыҡтағы ихтыяж тап килә икән, һөҙөмтә бик яҡшы буласаҡ, әлбиттә. Ләкин шуны аңларға кәрәк: әлеге проект дәүләттең йөкләмәләрен алмаштырмай, ул – өҫтәмә ресурс сығанағы ғына.

 - Эльвира ЛАТИПОВА.

Читайте нас