

“Ҡатыным менән икебеҙ ҙә хаҡлы ялдабыҙ. Балаларыбыҙ күптән инде үҙаллы, айырым донъя көтә.
Пенсияға сыҡһа ла, ҡатыным әүҙем, теремек. Тимәк, өйҙә ятмай, эшкә сыҡһа ла булыр ине. Пенсия аҡсаһына ғына йәшәп булмай бит. Тик минең әйткәнде ишетергә лә теләмәй, ҡаршы. “Үҙемдекен эшләнем, ял итәм”, - ти ҙә үҙ баҡсабыҙҙы ҡарарға сыға ла китә. “Хеҙмәт хаҡы алһаң, ул баҡсала ыҙалап эшләүең дә кәрәкмәҫ ине. Барлыҡ йәшелсәне һатаһың да алаһың”, - тип тә әйтеп ҡарайым. Юҡ, барыбер тыңламай.
Ҡатыным эшкә йөрөгәнендә бик етеш йәшәнек. Әле лә ғаиләбеҙ өсөн аҡса артыҡ булмаҫ ине. Мәҫәлән, газ плитәһен яңыртып ебәрер инек. Үҙем, хаҡлы ялда булһам да, эшләргә тырышам. Барыбер аҡса етмәй. Ҡатыным нисек шуны аңламай икән?"
(Нефтекама ҡалаһынан Рәмилдең яҙғандарынан).
Фото: Яндекс.Дзен