

“Атайсал” республика проекты нигеҙендә Балтас районының Ҡомъяҙы ауылында Совет һәм Октябрь урамдары араһындағы тротуар төҙөкләндерелде.
Проектта ауыл халҡы ҡатнашты. Улар йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереүгә 400 мең һумдан ашыу аҡса йыйҙы. “Хәнифә” мәсетенә тиклем тротуар һалдылар, ҡойма, ҡапҡа яһанылар, эскәмйәләр ҡуйҙылар. Мәсет тирәләй биләмәгә ҡара тупраҡ һалып, сәскә түтәлдәре өсөн участка әҙерләп ҡуйҙылар. Быларҙың барыһы ла ауыл халҡы тарафынан өмәләр барышында эшләнде.
“Эштең көйлө барыуын күреп, беҙ, мосолмандар, берҙәмбеҙ, тип ҡыуанып ҡуям. Берлектәге ниәттәребеҙ Аллаһы Тәғәләнең оло ҡөҙрәте менән уңышлы тормошҡа аша. Барыһына ла әүҙем ҡатнашҡан өсөн рәхмәт”, – тине проект инициаторҙарының береһе, “Хәнифә” мәсете имамы Алик Карамов.
Мәғлүм булыуынса, “Атайсал” проекты төбәктә республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән ғәмәлгә индерелгәйне. Унда 100-ҙән ашыу ауыл биләмәһе башлығы, муниципаль хеҙмәткәр, төрлө кимәлдәге закондар сығарыу органдарының 54 депутаты, фермер хужалыҡтары етәкселәре һәм эшҡыуарҙар ҡатнаша.
Фото: "Атайсал" проекты.