

Бөгөн “Сириус” үҙәге етәксеһе Елена Шмелева Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, вице-премьер Азат Бадранов менән "Арт-квадрат" ижад майҙансығында төбәктәге "МногодетОК" ойошмаһы үткәргән ғаилә фестивалендә ҡатнашты.
Сарала аниматорҙар төрлө уйындар үткәрҙе, оҫталыҡ дәрестәре ойошторҙо. Балалар күңел асҡан мәлдә ата-әсә психолог, нейропсихолог, логопед, юристан һәм балалар өсөн түләүҙәр буйынса белгестән консультация алыу мөмкинлегенән файҙаланды. Спикерҙар һәм лекторҙар баш ҡалала баланы ижади йәһәттән үҫтереү өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә була икәнлеге тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе.
"Арт-квадрат" буйлап экскурсияны уның етәксеһе Рим Бикмаев ойошторҙо. Ул әлеге проект тураһында һөйләне һәм бер нисә йыл эсендә был ижад майҙансығының ҡала халҡының яратҡан урынына әүерелеүен билдәләне. “Арт-квадрат” - Өфөнөң Ленин, Чернышевский, Коммунистик, Мостай Кәрим урамдары киҫелешендә урынлашҡан тарихи урын. Кварталдың үҙенсәлеге шунда: XIX быуат уртаһы – XX быуат башында һалынған биналарҙың тарихи өлөшө һаҡланып ҡалған, ҡайһы бер йорттар мәҙәни мираҫ объекты булып тора. Бында, тарихи биналарҙан тыш, күңел асыу үҙәге лә булдырылған.
Экскурсия мәлендә Александр Сидякин Ленин урамындағы 9/11 һанлы йортто төҙөкләндереү программаһына индерергә кәрәклеге тураһында белдерҙе. Артабан Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе фестивалдә ҡатнашҡан ғаиләләр менән ихлас аралашты.
Бөтә Рәсәй халыҡ фронты Үҙәк штабы рәйестәше Елена Шмелева проекттың үҙенсәлеген билдәләне.
"Ҙур булмаған майҙанды ошолайтып төҙөкләндереп, шул уҡ ваҡытта уның тарихи үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыу – ысынлап та, оло әһәмиәткә эйә. Ғаилә менән килеп ял итеү өсөн бөтөн уңайлыҡтар ҙа бар. Ҡала эсендә ижади майҙансыҡ булдырыу бик ҡыйын. Әлеге урын артабан үҫтереләсәк социаль проекттарға миҫал булып тора. Был проект иһә беҙ Конституцияға индергән үҙгәрештәрҙе лә үҙ эсенә ала. Унда балалыҡты, әсәлекте, ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереү буйынса бик күп башланғыстарға нигеҙ һалынды. Йәш белгестәр ҙә был майҙансыҡта бихисап проекттарҙы тормошҡа ашыра аласаҡ", - тип билдәләне Елена Шмелева.
Фото: "Башинформ".