Йәмғиәт
23 Июль 2021, 05:39

Эштә тайпылыштар күҙәтелмәй

Бөгөн подъездар фатирҙарға ҡарағанда ла күркәмерәк.

Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, бөгөн күп нәмә ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Мәҫәлән, ҡала йорттарындағы подъездарҙың күркәмлеге таң ҡалдыра! Улар фатирҙарға ҡарағанда ла зауыҡлыраҡ: тәҙрә төбөндә гөлдәр сәскә ата, стеналар төрлө һүрәттәр менән биҙәлгән. Юғиһә, булды шундай осор, улар ташландыҡ хәлгә ҡалып, берәҙәктәрҙең йоҡлар урынына әйләнгәйне, улай ғына ла түгел, төндә был урынға инеүе лә ҡурҡыныс ине.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәғариф, мәҙәниәт, спорт, ауыл хужалығы һәм бүтән тармаҡтарға ныҡлы иғтибар биргән шикелле, подъездарҙы ла өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе тип билдәләне.

Беҙҙә “Күп фатирлы йорт­тарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау” республика программаһы уңышлы эшләй. Алты йылда (2019 – 2024 йылдар) уны тамамлау күҙ уңында тотола. Маҡсаты – кешеләргә көнкүрештә уңайлыҡтар тыу­ҙырыу.

Республика программаһы­ның кураторы – республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы. “Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милекте капиталь ремонтлау төбәк операторы” фонды программаны тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы. Подъездарҙы ремонтлатыу өсөн күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр  башта дөйөм йыйылыш уҙғарырға, артабан программала ҡатна­шырға теләк белдереү тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш. Әҙер документ тиҙ арала ошо муниципаль берәмектең хакимиәтенә ебәрелә.

Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәби­ров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә подъездарҙы ремонтлау мәсьәлә­һенә айырым туҡталды.

– Подъездарҙы комплекслы ремонтлау быйыл Өфө ҡалаһындағы, бынан тыш, Бәләбәй һәм Баймаҡ райондарындағы күп фатирлы йорттарға ҡағыласаҡ, уларҙа эштәрҙе 1 сентябргә тамамларға уйлайбыҙ, – тине Башҡорт­остан­дың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев.

Яуаплы кешеләргә аныҡ бурыстар йөкмәтелде. Мәҫәлән, халыҡтың көнкүрешендә уңайлы шарттар тыуҙырыу йәһәтенән уй-ниәттәр, программалар киләсәктә лә дауам итәсәк. Йортта ремонт эштәрен башҡарыр алдынан шунда ғүмер иткән кешеләр менән осрашыуҙар һәм йыйылыштар ойошторолорға тейеш. Әйтәйек, дизайн, подъездарҙы ниндәй төҫкә буяу тура­һында һөйләшергә мөмкин.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеү­ҙәренсә, республикабыҙҙа был йәһәттән эштәр эҙмә-эҙлекле алып барыла.

Ғөмүмән, 2021 йылда “Күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау” республика программаһына ярашлы күп фатирлы 112 йорттағы 306 подъезды ремонтлау бурысы тора. Ул 222 миллион һумға төшәсәк. Иң күбе Өфө ҡалаһына тура килә – 95 йортта 250 подъезд ремонтланырға тейеш. Әлегә Өфө ҡалаһы буйынса 158 подъезда эштәр тамамланған, тағы ла 148 подъезды тәртипкә килтереү зарур. Бынан тыш, баш ҡалабыҙҙағы алты подъезға пандус урынлаштырыу талап ителә.

Шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһындағы, Бәләбәй районының Приют ҡасабаһындағы йорттарҙың подъездарын да ремонтларға кәрәк.

Мотлаҡ бурыстар түбәндәгеләр: беренсе ҡаттағы иҙәнде алмаштырыу, пластик тәҙрәләр ҡуйыу, энергияны һаҡсыл тотонған яҡтыртҡыстар элеү, өр-яңы почта йәшниктәре урынлаштырыу, стеналарҙы буяу. Ә инде был юҫыҡта урындағы етештереүселәрҙең материалдарын ҡулланыу һәр йәһәттән отошло.

Шул иғтибарға лайыҡ: подъездарҙы комплекслы ремонтлау Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы буйынса ғәмәлгә ашырыла.

 

- Илдар АҠЪЮЛОВ.

Читайте нас