Йәмғиәт
23 Июля 2021, 07:51

Фатихалы Фәриха

Заманында Әтек мәҙрәсәһен тамамлап, хәлфә дәрәжәһен алған Мансур Сәйетбатталов менән иренә һәр яҡтан йәп килеп торған инсафлы, ипле Фәтиха инәйҙең ишле ғаиләһендә тыуып үҫкән бала ул Фәриха апай. Ҡарындаш туғандары ла, ғилемле кешенең балалары булараҡ, матур һәм кәрәкле һөнәр алырға ынтылып үҫә. Шуға был күркәм ғаиләнән төҙөүсе-инженер ҙа, уҡытыусы ла, медицина хеҙмәткәрҙәре лә, хисапсы ла сыға. 

Ғүмер инеше – иманлы ғаилә

 Фәриха Мансур ҡыҙы иһә медицина өлкәһен һайлай. Һөнәренә тоғролоҡто ғүмер буйы һаҡлай: алты йыл – Яңы Мөсәт ауылында, йәнә алты йыл – Ағиҙел ҡаса­ба­һында, ике йыл – Байназар дауа­ханаһында, аҙаҡ ике тиҫтә йылға яҡын ауылдың балалар баҡса­һында медицина хеҙмәткәре булып эшләй. Күп йыллыҡ хеҙмәте “ Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән баһалана.

“Тимерҙән район үҙәгенә ҡайт­ҡас, атайым кис тәҙрәләрҙе ҡороп, ишекте бикләп: “Йоҡламай тороғоҙ, мин Ҡөрьән уҡып алайым”, – тиһә, беҙ ятҡан урындан тороп ултырып тыңлай инек. Ул илай-илай уҡыр булды. Минең дә тиҙерәк ҙурайып, дини китаптар өйрәнгем, Ҡөрьән уҡығым килә торғайны. Шуға 43 йәшемдә доғалар, аят-сүрәләр ятлай башланым. Ул осор Ҡөрьәндәр күрен­мәй ине, шуға күрә төрлө китап­сыҡтарҙан уҡыным. Әммә атайым шикелле кешенән йәшерҙем. Аҙаҡ “Йә Син”, “Тәбәрәк”те ятлап алдым, намаҙға баҫтым. 2013 йылда ғәрәп телен үҙаллы өйрәнә башланым.

2015 йылда Данияр хәҙрәт ҡулында уҡыным. Ошо йәшәйеш-торошома шөкөр генә итәм...” – ти икән заман ағинәйе – был хәҡиҡәттең үҙе.

 Иренә – терәк, балаларына кәрәк

 Ике тиҫтә йыллыҡ журналислыҡ дәүерендә күп кеше менән осра­шырға, улар хаҡында яҙырға тура килде. Ер шарын урап сығырлыҡ яҙмалар, һүҙҙәр араһында йөрәккә уйылып тетрәндергәндәре, мәңге онотолмаҫтайҙары аҙ барыбер.

Шуларҙың береһе – Фәриха апайҙың ире – Азат Малаҡаев ағай бер мәл редакцияға килеп ин­де. Ҡулында яҙмаһы ла бар. Ун­да – йөрәк аһтары, күңел төбөн­дә ғүмер буйы йөрөткән рәхмәт һүҙҙәре, ихлас яратыу сағылышы...

“Ғүмеремдә ҡулыма ҡәләм тотоп яҙышҡаным булманы. Ҡатыным Фәриха менән бергә йәшәүебеҙгә – 30 йыл. Уның менән етем ҡалған өс улымды, уның ике ҡыҙын буй еткереп, уҡытып, башлы-күҙле итеп, йорттар һалып, һәр яҡлап ярҙам итеп, үҙаллы тормош юлына сығарҙыҡ. Тормошобоҙҙоң тәүге көндәренән үк Фәрихамды улдарым “әсәй” тине, уның ҡыҙҙары миңә “атай” тип өндәште.

Ике ярсыҡтан бер бөтөн булып, бынамын тигән йәшәнек. Мин, ветеринар булараҡ, йәйге осорҙа йәйләүҙәрҙән ҡайтып инмәнем, Фәрихам баҡсаһына ла, йорт эштәренә лә, балаларға ла, хөкү­мәт эшенә лә өлгөрҙө. Бик сабыр, уңған, иҫ китмәле аҡыллы ҡатын ул – Аллаһ Тәғәләм унан айыр­маһын, беҙгә тиң ғүмер насип итһен инде” тигән йылы һүҙҙәр яҙылған, аҙағына иһә:

“Рәхмәт, Фәрихам, мең-мең

рәхмәт!

Шат күңелдәр менән ғүмер ит.

Ергә ҡояш нисек кәрәк булһа,

Һин дә миңә шулай кәрәк бит!” – тигән шиғри юлдар өҫтәлгәйне. Кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтен аңлатыуға башҡа һүҙҙәр был осраҡта артыҡтыр, тим.

Бер-береңдең күңелен аяп-ҡурсып, яратып йәшәүгә ни етә? Ма­лаҡаевтарға ошо бәхет Раббы­быҙҙан мул өлөш итеп бирелгән.

 Изге әсә лә ул

 “Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул” тигән йыр һүҙҙәре нәҡ Фәриха апайға арнап яҙылғандыр кеүек. Ауыртүләк, ипле һүҙле, донъя көтөр өсөн тырышып ятҡан, юҡтан бар яһарға ғына торған Фәриха апайға ҙур баһа – Азат ағайҙың уландарының уға “әсәй!” тип өҙөлөп тороуы. Азат ағайҙың өс балаһын үҙенекеләй күреп, ҡанаты һынған иргә – ҡояшы һүнгән ғаиләгә – йөрьәт итеп килгән оло йөрәкле ҡатын-ҡыҙ ул. Уландарын – әсәйле, ағайыбыҙҙы ҡатын наҙлы, тәрбиәле иткән, ҙур ғаиләне бергә туплап, өй йылыһын, усаҡ утын һаҡлаған изге йән дә ул.

“Минең бер ваҡытта ла буш ваҡытым булманы – ҡайғыны эш менән баҫып йәшәнем. Ҡура тулы, ферма малылай, ишле мал булды. Биш балам өсөн үрһәләнеп, улар өсөн өҙөлөп торҙом. Шөкөр, улар үҙ-ара татыу булды. Элек аҙна­һына бер генә ял бирелде бит. Ишек алдын тултырып кер йыуып эләм. Көн аша 8 икмәк һалам.

Уландарыбыҙҙың олоһо Абдрахман юғары уҡыу йортон тамамланы, Айбулат ветеринария техникумын бөттө, Илшат – шофер-тракторсы, Наилә – журналист, Гөлназ – табип-гинеколог”.

Донъя тотҡаһы – барыбер ҙә ҡатын-ҡыҙ. Малаҡаевтарҙың ҡапҡа ишеген асып ингәс тә, ҡараулы донъяға, йәнде имләр хозурлыҡҡа, тәрбиәле тәртипкә юлығаһың. Ниндәй генә гөл-сәскә үҫтереп, ихата-баҡсаһын йәмләмәй ҙә ниндәй йәшелсә, еләк-емеште тәрбиәләп мул уңыш алмай был ғаилә?! Мал-тыуары ишле, ҡош-ҡорто үрсемле, өҫтәле һыйлы, балалары ҡараулы булды уның ғүмер буйы.

Йыр-моңға ғашиҡ Фәриха апай сәхнәлә халыҡ йырҙарын һыҙҙырһынмы, ауыл көйҙәрен башҡарып, күңелдәрҙе иләҫ-миләҫ итһенме – барыһына ла өлгөрә.

Уның матур сифаттарына туған йәнле булыуын, тартымһаҡлығын, ике яҡ туғандарҙы айырмай ҡара­уын да өҫтәмәү яҙыҡ булыр. Ингән-сыҡҡанға асыҡ сырайы, йылы һүҙе, мул һыйлы табыны һәр саҡ әҙер. Кешегә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, ололарын – ололап, кесеһенә кеселекле булып йәшәгәс, ауылда, районда абруйы ла ҙур. Уны һанлайҙар, һүҙенә ҡолаҡ һалалар, “беҙҙең Фәриха” тип кенә торалар.

Хаҡлы ялға сыҡҡас та тик ултырмай ауыл ағинәйе – мәсет, мә­ҙәниәт тормошонда әүҙем ҡат­наша. Ауыл байрамдарында бер нисә тапҡыр “Өлгөлө ғаилә”, “Өлгөлө йорт” исемдәренә лайыҡ Малаҡаевтар – бында ла бөтмөр хужабикәнең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

2017 йылда, Экология һәм айырыуса һаҡланыулы тәбиғәт билә­мәләре йылында, “Тыуған яғым – алтын бишек” марафонында әүҙем ҡатнашҡан өсөн диплом менән бүләкләнә улар. Моңло ханым өлкәндәр өсөн үткәрелгән “Күңелдәрҙә беҙҙең яҙ әле” район халыҡ ижады фестивалендә яңғыҙ башҡарыусылар араһында өсөнсө урынды яулай.

 Хөрмәтле ағинәй

 “Йәш саҡ нисек тә үтә ул, ҡартлыҡта бәхетле булырға кәрәк” тигән әйтемдә лә хаҡлыҡ бар – йәшлегендә нужа күрмәй, байлыҡ-муллыҡта, кәйеф-сафала типтереп йәшәгәндәрҙең ҡартлығы ҡайғы сылбырынан торғаны ла бар. Аллам һаҡлаһын.

Ни генә тиһәң дә, ҡартлығыңа нигеҙҙе шул вайымһыҙ йәшлектә һалаһың барыбер.

Фәриха Малаҡаеваның балаларын бәхетле итәм тип янып-көйөүҙәре, иренә һәр яҡлап терәк-таяныс булырға тырышыуы, үҙе­нең солғанышындағыларға матур мөғәмәләһе, Раббыбыҙға кескенә бәхете, шатлыҡ-ҡыуанысы, ғүмер байрамы, һый-ниғмәте, биргән өлөшө өсөн рәхмәтле булыуы бушҡа сыҡмаған. Бөгөн ул – ауылдың абруйлы, һүҙе үтер ағинәйе, иренең һөйөклө ҡатыны, ғәзиз балаларының ҡәҙерле­ләрҙән-ҡәҙерле әсәһе, ейән-ейәнсәрҙәренең яратҡан өләсәһе.

Ҡасан ҡарама, ул яратҡандары солғанышында. Йә ейән-ейәнсәр­ҙәренә Ҡөрьән сүрәләре ятлатып, доғалар, йолалар өйрәтеп йөрөй, йә булмаһа, замандан артта ҡал­маҫ өсөн компьютерҙы ла белергә кәрәк, тип заман техникаһын “йүгәнләү” менән мәшғүл.

Быйыл районда төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы Ҡөрьән сүрәләрен ятлау конкурсында ла бик уңышлы сығыш яһап, күп кенә сүрәләрҙе ятҡа белеүе, моңло итеп Ҡөрьән уҡыуы менән һоҡлан­дырҙы ул. Абруйлы жюри уның сығышын икенсе урын биреп баһаланы.

 Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр

 Был ҡанатлы һүҙҙәр нәҡ Фәриха Мансур ҡыҙына төбәп әйтелгән кеүек. Эйе, башҡорт ҡатынының сабыр-түҙемлелеген, тырыш­лы­ғын, сәмселлеген, тәүәк­кәл­леген, салт аҡылын, күндәмлеген, саялы­ғын үҙ эсенә алған ошо кәлимә һүҙ.

Байназарҙар ихтирам иткән уңған ағинәй, бәхетле ҡатын-ҡыҙ, шәп әсәй, абруйлы ханым хаҡында ошонан да тапҡыр әйтеп булмайҙыр ҙа.

Раббыбыҙҙан үҙенә тәғәйен ошо бәхете, бәрәкәте, кешеләр рәхмәте ташламаһын уны.

 - Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.

 Бөрйән районы.

Читайте нас