

Һуңғы осорҙа коронавирустан вакцина яһатыу-яһатмау көнүҙәк мәсьәләгә әүерелде. Уның мөһимлеген халыҡтың аңына туҡыған һайын, икеләнеүселәр генә түгел, вакцинаның зыяны хаҡында төрлө имеш-мимеш таратыусылар ҙа күбәйҙе. Антиреклама таратыусыларҙың ҡотҡоһо, ана шулай итеп, ваҡыттың һуҙылыуына, сирҙең ҡотороуына сәбәпсе була ла инде. Баймаҡ дауаханаһы табиптары үҙ миҫалында вакцинаның халҡыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуҙың берҙән-бер ысулы икәнен иҫбатларға тырыша. Нисекме? Үҙҙәренә һүҙ бирәйек.
Таһир МӘҮЛИТОВ, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы:
– Бөгөн был вирусты тамырынан ҡоротоу өсөн бер генә вариант бар – вакцина яһатыу. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ: донъялағы ҡот осҡос ҙур эпидемия һәм пандемияларҙы, йоғошло сирҙәрҙе күмәк вакцинация ярҙамында ғына еңгәндәр һәм ул кешелектең ғүмерен оҙонайтыуға булышлыҡ иткән. Бала тыуғас та уға тейешле прививкаларҙы эшләй башлайбыҙ, был бер ниндәй ҙә бәхәс тыуҙырмай, ә иң ҡот осҡос сирҙән үҙебеҙҙе һаҡлау бурысы торғанда – икеләнәбеҙ, кемделер әрләйбеҙ. Мин үҙем дә, яҡындарым да прививка яһаттыҡ, сөнки алдағы көндәрҙә туғандарымдың, дуҫтарымдың, һөнәрҙәштәремдең көләс йөҙҙәрен, йылмайыуҙарын күреп, тормошҡа ихлас ҡыуанып йәшәгебеҙ килә. Улар миңә ҡәҙерле!
Гөлнур ЛАТИПОВА, инфекционист, ковид госпиталендә эшләй:
– Бер тапҡыр ауырып ҡараныҡ бит инде, пандемия көсәйеп китеп, күптәр яҡындарын юғалтты. Ауырып тын ала алмай ятҡанда ни эшләргә лә белеп булмай! Ҡабат сирләмәҫ өсөн вакцинаны мотлаҡ яһатырға кәрәк! Мин үҙем ныҡ ауыр үткәргәс, ваҡыты үтеп бөтмәһә лә, прививкаға барҙым. Вакцина эшләткәндәр ҙә ҡабаттан ауырый, әммә улар сирҙе күп тапҡырға еңелерәк үткәрә. Әлеге ваҡытта беҙҙә “Гам-КОВИД-Вак”, йәғни “Спутник V” вакцинаһын эшләйҙәр.
Яман шеш, туберкулез менән сирләгәндә һәм хроник ауырыуҙар көсәйгән осорҙа ғына вакцина эшләтергә ярамай, ҡалған осраҡта бөтәһенә лә мотлаҡ кәрәк! Хатта баҙар көнөндә Баймаҡ баҙарында ла эшләйҙәр, теләк кенә булһын!
Былтырғы менән сағыштырғанда тажзәхмәттең яңы төрө ныҡ ауыр, сөнки инкубация осоро ни бары ике-өс көн генә, йәғни кеше ковидтан сирләүсе менән аралашҡандан һуң ошо ваҡыт эсендә ауырып китә. Симптомдары ла айырыла: шулай уҡ температура күтәрелә, тамаҡ ауырта, әммә был юлы тағы ла эс ауырта һәм эс китә. Артабан сирле тын ала алмай башлай. Әммә былтырғы кеүек тәм, еҫ һиҙеү юғалмай, шуға күрә быйыл ул төп симптом булып тормай.
Гөлсинә МӨХӘМӘТОВА, поликлиниканың өлкән шәфҡәт туташы:
– Мин һис икеләнеп тормай вакцина эшләттем, сөнки ковид менән бик ныҡ сирләнем һәм ундай һынауҙы ҡабат кисергем килмәй. Вакцина яһатҡас, киләсәктә был сирҙе йоҡторған хәлдә лә, уның еңел үтәсәгенә ышанам. Шуға күрә прививканы ауырыуҙы туҡтатыуҙың иң һөҙөмтәле сараһы тип ҡабул итәм.
Рәзилә ИМАНОВА, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мөдире:
– Халыҡта коронавирусҡа ҡаршы коллектив иммунитет булдырыу, организмды һаҡлау һәм үлемесле вирусты күмәкләп еңеү өсөн вакцина яһатыу мотлаҡ! Мин эшләттем, бер ҡыйынлығын да тойманым. Аңымдың кәрәк тигәнен организмым да еңел ҡабул иткәндер, моғайын.
Илһам БАҺУМАНОВ, дауахананың водителе:
– Сир ҡотора башлағас та, бер нәмәгә лә ҡарамайынса, прививка эшләттем, сөнки ғаиләм ҙур – тормош иптәшем менән дүрт бала тәрбиәләйбеҙ. Уларҙы аяҡҡа баҫтырыу, хатта бөтә донъябыҙҙың именлеге вакцинаға бәйле икән, ниңә икеләнергә? Мин шулай уйлайым.
* * *
“Бәйләнештә” селтәрендә Айнур Сәғитов исемле дуҫымдың вакцина яһатыуға бәйле яҙмаһын күреп ҡалдым. Учалы районының Рысай ауылы егете, Сорғот ҡалаһында 11 йыл эшләп, әле Өфө ҡалаһына күсеп йөрөй икән. Прививканың беренсе компонентын Сорғотта эшләткән, икенсеһен Өфөлә ҡаҙатырға йыйына. Ковид сирен былтыр май айында ғаиләһе менән үткәргәндәр.
– “Спутник” менән вирус та ҡурҡытмай. Ныҡ ихтирам иткән бер танышым әйткәнсә, башҡаларға ҡарап, сирҙең нимәгә еткеререн күҙ алдына килтереп, ҡотоң осоп йөрөгәнсе, прививка яһатып тынысланыуың күпкә ҡиммәтерәк, – ти аҡыллы егет.
- Айгөл ИҘЕЛБАЕВА яҙып алды.