

Халыҡтың күп һанлы мөрәжәғәттәренән һуң, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Өфө һәм баш ҡаланың Совет районы хакимиәттәренә Урмансылар паркы биләмәһен тәүлектең ҡараңғы ваҡытында (кис һәм төндә) яҡтыртыу мәсьәләһен хәл итеү йәһәтенән йоғонтоло сара күреүҙе һораны.
Баш ҡала хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығынан белдереүҙәренсә, урман паркында яҡтылыҡ селтәрҙәренә капиталь ремонт яһарға кәрәк, шул уҡ ваҡытта был селтәрҙәр бөгөн Өфөнөң муниципаль милкенә һәм “Өфөгорсвет” ҡарамағына инмәй. Улар муниципаль милеккә тапшырылыу менән подряд ойошмаһы тарафынан хеҙмәтләндерелеү өсөн аукцион документтарының техник бурыстары иҫәбенә индереләсәк.
22 июлдә баш ҡаланың Совет районы хакимиәтенән дә яуап килде. Унда әйтелгәнсә, парк Өфөнөң “Горзеленхоз” учреждениеһына рекреация эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн даими файҙаланыуға тапшырылған. Ҡала хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы мәсьәләне йылдам хәл итеү өсөн “Горзеленхоз”ға хат ебәрҙе. Унда паркты муниципаль милеккә тапшырыу өсөн биләмәһен яҡтыртыу документтарын тапшырыуҙы һорайҙар.
“Документтар баш ҡала хакимиәтенә барып етеү менән объектты балансҡа алып, килешеү төҙөләсәк һәм паркты йәнә яҡтыртасаҡтар. Әйткәндәй, паркка ингән ерҙә яҡтыртыу ваҡыты күрһәтелгән мәғлүмәт таҡталары ҡуйылһа, шәп булыр ине. Мөрәжәғәттәр ҙә кәмер ине, бәлки", – тине Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Святослав Дрейман.
Фото: op.bashkortostan.ru/presscenter/news/382941/
Сығанаҡ: op.bashkortostan.ru/presscenter/news/382941/