Йәмғиәт
23 Июль 2021, 06:22

Нефтселәр төбәге төҙөкләнә

90 йыллығын лайыҡлы ҡаршылаясаҡтар

Автор фотоларыАвтор фотолары
Фото:Автор фотолары

Республиканың һәр ҡалаһы үҙенсә матур һәм ҡабатланмаҫ, әммә Ишембай улар араһында айырыуса мөһим урын тота. Уның  атамаһы тәүге тапҡыр тарихҡа 1815 йылда килеп инә – Ишембай ауылына нигеҙ һалына. 1932 йылдың 16 майында иртәнге 11 сәғәт 30 минутта 702-се скважинанан, 680,15 метр тәрәнлектән, 36 метрлыҡ нефть фонтаны һауаға атыла, 4 сәғәт эсендә 20 тоннаға яҡын нефть ер өҫтөнә бәреп сыға. Аҙаҡ уны “Икенсе Баҡы” тип атайҙар. Шулай итеп, бәләкәй генә башҡорт ауылы янында ҙур нефть ятҡылығы асылыу һөҙөмтәһендә яңы ҡала ҡалҡып сыға.  Хәҙерге Ишембай – ҙур сәнәғәт һәм мәҙәниәт үҙәге. 

Бөгөн ҡалаға Илшат Салауат улы ШАКИРОВ етәкселек итә. Юл төшкәндә ҡала хакимиәте башлығы менән осрашып, Ишембайҙағы үҙгәрештәр тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

 – Илшат Салауат улы, әле Ишембай ҡалаһы төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Был күләмле эштәр ниндәй программаларға ярашлы алып барыла?

– “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса Ишембай ҡалаһы үҙәген – Ленин урамын – йүнәтәбеҙ. Әлеге көндә төҙөлөштө “Башкиравтодор” алып бара. Был объектта асфальт түшәйбеҙ, гранит бордюрҙар ҡуябыҙ, яңы билдәләр, яҡтылыҡ фонарҙары, кәртәләр урынлаштырабыҙ. Аҙаҡ инде юл һыҙаттары һәм яһалма тигеҙһеҙлек һалы­насаҡ.

“Башҡорт ихаталары” төбәк проекты буйынса быйыл беҙ дүрт ихатаны төҙөкләндерәбеҙ: тро­туарҙар, бордюрҙар һәм кәртәләр ҡуйыла, асфальт түшәлә, майҙансыҡтарға резина япма һалына. Ғөмүмән, программа буйынса ҡуйылған талаптарҙың барыһы ла үтәлә. Был эштәрҙе башлағанда йәмәғәт тыңлауҙарында әйтелгән халыҡ фекере иҫәпкә алынды, йәғни барыһы ла уларҙың теләгенсә буласаҡ.

Республиканың территориаль заказ программаһына ярашлы, ҡалала ете юлды яңыртыу ҡаралған. Улар буйынса тендер үтте, бында ла, подрядсы ойошма булараҡ, “Башкиравтодор” еңеп сыҡты. Июль аҙаҡтарында юлды төҙөй башлаясаҡтар. Бынан тыш, Ишембай ҡалаһына ингән торлаҡ биҫтәһендә юлдар яңыртыласаҡ.

Әйткәндәй, быйыл бөтә көсөбөҙҙө үҙәк юлға һалырға тырыштыҡ. Былтыр иһә 17 биләмәне яңырттыҡ, асфальт түшәнек. Унан тыш, ҡаланың шәхси йорттар урынлашҡан биҫтәләрендә юлдарға ҡырсынташ һалына. Был эштәр буйынса аукционда “Башкиравтодор” генераль подрядсы ойошма булып тора.

 – Ағиҙел ярын төҙөкләндереү эштәре ҡасан тамамлана?

– “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса төҙөкләндерелгән яр буйындағы эш ике этапҡа бүленде. Тәүге этабы былтыр башланды, әле дауам итәбеҙ. Ағиҙел күперенән башлап, 500 метр самаһы оҙонлоҡта тротуар буласаҡ, һыу инеү урыны, спорт ҡорамалы менән йыһазлан­дырылған майҙансыҡтар эшләү ҡаралған. Контракт буйынса август аҙаҡтарына уларҙы эшләп бөтөргә тейештәр. Федераль программаға ярашлы 28,3 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса – 80 миллион һум, территориаль заказ буйынса таш түшәүгә – 10 миллион һум, асфальт һалыуға 24,8 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. 

 – Ҡала стадионын ремонтлау мәсьәләһе лә хәл ителәме?

– Стадион мәсьәләһе менән райондың спорт комитеты шөғөлләнә. Мәғлүм булыуынса, әле проект төҙөү эше алып барыла. Дөйөм алғанда, ҡалала спортҡа иғтибар ҙур. Быйыл боҙһарай астыҡ. Был объектты төҙөүҙә ярҙам иткәне өсөн республика Башлығы Радий Фәрит улына ҙур рәхмәт.

Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа ҡаланы төҙөкләндереү йүнәлешендә бик күп эш атҡарыла. Мәҫәлән, Ленин майҙанын яңырттыҡ. Уға 80 миллион һумдан ашыу федераль аҡса һалынды.

Киләһе йыл нефтселәр ҡалаһы юбилейын билдәләйәсәк. Уға 90 йыл тула. Ошо айҡанлы Башҡорт нефтен беренсе асыусылар майҙанын яңыртасаҡбыҙ. Ошо мәсьәлә буйынса ике тапҡыр халыҡ менән кәңәшмәгә йыйылдыҡ.

– Бер быуатҡа яҡын тарихы булған, илгә меңдәрсә тонна “ҡара алтын” биргән Ишембай ҡалаһы балҡып торорға тейеш, әлбиттә.

– Дөрөҫөн әйткәндә, ҡала нефт­селәр әүҙем эшләгән саҡта төҙөл­гән, үҫкән. Һуңғы йылдарҙа, “Башнефть” айырылғас, был яҡ әллә ни ҡаралмаған. Республи­каға етәксе булып Радий Хәбиров ҡайтҡас, ул Ишембайға даими килә, ярҙам итә башланы.

– Ҡала халҡын һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр бармы?

– Торбаларҙы яңыртыуҙы проект буйынса алып барабыҙ. Яңы төҙөлгән Кузьминовка биҫтәһендә былтыр һыу селтәре һуҙа баш­ланыҡ, эштәр ике этапта алып барыласаҡ. Унда һыу ҙа, газ да була­саҡ. Былтыр Юрматы биҫтә­һендә һыу һәм газ селтәре төҙөнөк. Әле яңы Нефтселәр биҫтәһе барлыҡҡа килде. Унда проект эштәре алып барыла, ошо биләмәлә лә һыу һәм газ буласаҡ. Биҫтәлә социаль категорияға ҡараған күп балалы ғаиләләргә, инвалидтарға ер бүленгән. Ә ҡа­лаға килгәндә, беҙ капиталь ремонт буйынса торбаларҙы даими яңыр­тып, ремонтлап торабыҙ.  

– Подъездарҙы ремонтлау буйынса эш алып барыламы?

– Пандемияға бәйле, быйыл беҙҙең ҡалаға подъездарҙы ремонтлауға аҡса бүленмәне уның ҡарауы, “Башҡорт ихаталары” проектына эләктек. Былтыр күп фатирлы 12 йортта подъездар ремонтланды. Әле сиратта торған йорттар ҙа бар.

– Ҡала янында шәхси йорттар даими төҙөлә, әммә күп фатирлы йорттар төҙөлөшө күҙгә салынманы...

– Әле үҙебеҙҙең Еңеү паркы алдындағы майҙансыҡты, проект документтары әҙерләп, аукционға ҡуйҙыҡ. Подрядсы билдәле булғас, унда һәм бульварҙа күп фатирлы яңы йорттар һалыу башланасаҡ. Быға тиклем ундай төҙөлөштәр алып барылманы.

Шулай булһа ла, беҙҙә, башҡа ҡалалар менән сағыштырғанда, торлаҡҡа хаҡ түбән.

Был ҡала халҡының шәхси йорт төҙөп йәшәүҙе хуп күреүенә бәйлелер. Әле ҡаланың бер осонан икенсеһенә биш-ун минутта барып етергә мөмкин. Халыҡ шуға ла яңы биҫтәләрҙә матур йорттар төҙөй. Мәҫәлән, Юрматыла, Кузьминовкала төҙөлөш йылдам бара. Торлаҡҡа мохтаж социаль категория өсөн ер майҙаны бушлай бирелә, һатып алыусылар ҙа күп.

– Ниндәй уй-ниәттәрегеҙ бар?

– Пландар күп инде ул. Быйыл Ленин урамын яңыртһаҡ, киләһе йыл Губкин урамын ремонтлау бурысы тора. Федераль программаларҙа ҡатнашып, ҡала майҙанын, үҙәк паркты тулыһынса үҙгәртеп ҡорорға уйлайбыҙ.

Беҙҙә “Алға” махсус иҡтисади зонаһын булдырыу ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ, яңы эш урындары булдырыласаҡ. Әле беҙҙә өс инвестор эшләй – “ЗУР”, “Аркада”, “ЗаСпорт” йәмғиәттәре. Киләсәктә ундай предприятиелар тағы ла артыр тип көтәбеҙ, сөнки беҙҙә бының өсөн уңайлы мөхит булдырылған. 

– Илшат Салауат улы, тимәк, Ишембай 90 йыллығын лайыҡлы билдәләһен өсөн барлыҡ саралар күрелә. Нефтселәр ҡалаһына уңыштар теләйбеҙ!

- Рәмилә МУСИНА әҙерләне.

Читайте нас