

Ҡорттоң инәһе ҡайҙа ҡунһа, күсе шунда һырыр.
Халыҡ әйтеме.
Бал ташыусы ҡорттарға үрсеүҙең ике юлы хас. Беренсеһе — айырылып тороусы бал ҡорто күсенең һәр затын яңыртыу. Был юл бал ҡорттарының даими йәшәүе өсөн кәрәк, ләкин үрсеү процесы булып тормай. Икенсеһе – бөтә бал ҡорто ғаиләһе берҙәм үрсеү өсөн эшләй. Һөҙөмтәлә ҡорттарҙың билдәле бер өлөшө, йәғни тәүҙә — төп инә ҡорт, икенсе күстәрҙә йәш инә ҡорт менән айырылып, яңы йәшәү урыны эҙләп сәфәр сыға.
Күс айырыу билдәләре
Был күренеш – күс айырыу, ҡорттарҙың бүленеп сыҡҡан өлөшө күс тип атала. Ҡорттарҙың мираҫ үҙенсәлектәренә, инә ҡорттоң тоҡомона, сифатына, ҡорттар ғаиләһенең тормош шарттарына ҡарап, уларҙың күс айырыуға һәләте төрлөсә баһалана. Күс айырыу – нәҫел үҙенсәлеге ул. Тәбиғи шарттарҙа күс айырыу бал ташыусы ҡорттарҙың йәшәүенә булышлыҡ итә.
Күс айырыуға әҙерлек күпкә алдан башлана. Ҡорттар ояһында ҙур үҙгәрештәр була. Ҡышлауҙан һуң ҡорттар яңы ғына инәктәрҙән сыҡҡан йәш ҡорттар менән алмаштырыла. Йәш ҡорттар, ҡышлап сыҡҡан ҡорттарға ҡарағанда, ҡарышлауыҡтарҙы дүрт тапҡырға күберәк ашарға һәләтле. Был ҡорт ғаиләһенең тиҙ үҫеүенә булышлыҡ итә. Умартала инә ҡорт тәүлек эсендә йомортҡа һалыуын арттыра бара, ғаилә бик тиҙ нығына. Унда ҡорттар үрсемен ашатыу менән шөғөлләнмәгән йәш ҡорттар күп туплана. Әгәр ҙә был мәлдә тәбиғәттә сәскә һуты бүленмәһә, эш менән мәшғүл булмаған ҡорттар уны йыйыуға ҡушыла алмаһа, ул сағында ғаиләлә күп ҡорт эшһеҙлеккә дусар була. Бал ҡорто ғаиләһендә эшсәнлек кәмей.
Бал ҡорто ғаиләһенең күс айырыуға әҙерләнеүен ул балауыҙ һауыттар, йәғни буласаҡ инә оялары, көбөләренең нигеҙен төҙөүенән, инә ҡорттоң уларға йомортҡа һалыуынан белеп була. Ҡорттар 10-ға тиклем һәм унан да күберәк инә көбөләре төҙөй. Кәрәҙ, яһалма балауыҙ төҙөлөшө туҡтала, ҡорттарҙың һут, һеркә өсөн осоуы кәмей.
Эшсе ҡорттар башта ата ҡорттар күҙәнәктәрен төҙөй, һәм ғаиләлә ата (әре) ҡорттар үрсеме күбәйә. Инә ҡортто ашатыусы ҡорттар һаны кәмей, ул иһә йомортҡа һалыуҙы аҙайта, еңеләйеп китә һәм осорға һәләтле була. Күс менән осоп сығыусы ҡарт инәләрҙең ауырлығы ҡайһы саҡта хатта аталанмаған икенсе, өсөнсө һәм артабанғы күстәр менән осасаҡ йәш инәнең ауырлығынан да кәмерәк була.
Йомортҡа һалыуҙың кәмеүе умартаның аҫтында һалынып, ҡайһы саҡта умартаның ян-яҡ стеналарында йомғаҡ рәүешендә ойошоп торған (йәй көнө күҙәтеп ҡарағыҙ) эшһеҙ ҡорттарҙың артыуына килтерә. Был ҡорттар көс туплай һәм физиологик йәһәттән йәш ҡорттар булып ҡала. Тупланған көстө (уны күс айырыу энергияһы тип атайҙар) ҡорттар яңы оя төҙөүгә йүнәлтә.
Ҡорттарҙа ҡатмарлы күс айырыу инстинкты барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итеүсе сәбәптәр:
l ояның эш менән мәшғүл булмаған йәш ҡорттар менән тулып китеүе;
l ҡорттар торлағындағы ҡыҫынҡылыҡ;
l ояла ҡарт (ике йәштән өлкән) инә ҡорттоң булыуы;
l ояны ваҡытында киңәйтмәү һәм уны насар елләтеү;
l ояның (умартаның) ҡояш нурҙары йоғонтоһонда артыҡ йылынып китеүе;
l умартаның көпләнгән, өлгөргән үрсемдәр менән тулып китеүе;
l ояла иҫке, көңгөрт, ҡара кәрәҙҙәр булыуы;
l насар, өҙөп-өҙөп бал йыйыу;
l ауырыуҙың ныҡ аҙып китеүе, ҡорт тәнендә күп һанда талпандар;
l варроатоз булыуы;
l бал ҡорто ғаиләләренең нәҫел үҙенсәлектәре (ҡорттарҙың урта Рәсәй тоҡомо һәм уның популяцияһы – башҡорт, йәғни бөрйән ҡорттары, күс айырыуға бигерәк әүәҫ).
Йыш ҡына ҡорттар ғаиләһендә күс айырыу йәш ҡорттарҙың эш менән тулыһынса мәшғүл булмауы һәм эшкә егелмәгән йәш ҡорттарҙың – ашатыусыларҙың кәрәгенән артыҡ тупланыуы арҡаһында килеп сыға.
Күстең осоп сығыуы
Күс айырғанда ҡорттар ғаиләһе сама менән ике тигеҙ өлөшкә бүленә. Күс менән төрлө йәштәге ҡорттар осоп китә. Уларҙың бөтә һанының 80 проценты самаһын 24 көнгә тиклемге ҡорттар тәшкил итә. Айырым осраҡта күс менән бергә 7 процентҡа тиклем әре ҡорттар китә.
Тәүге күс ҡарт инә ҡорт менән (ул һауыттарға инә ҡорт йомортҡалары һалғандан һуң 8-се, 9-сы көндә була был хәл) осоп сыға. Был ваҡытта тәүге инә оялары көпләнгән була. Күстең айырылып сығыуы ямғыр һәм һыуыҡ көндәр арҡаһында тотҡарланырға ла мөмкин. Ул саҡта ҡарт инәнән башҡалары, йәғни инә көбөләренән әле генә сыҡҡан йәш инә ҡорттар күс менән осоп китә. Тәүге күс көндөң беренсе яртыһында (сәғәт 9-10-дарҙа ла мөмкин) йәки төш еткәс сыға һәм айырым ҡорттарҙың сигналы буйынса ел өрмәй торған урынға йыйыла. Әгәр ҙә ҡорттарҙың торлаҡ һайларға форсаты булһа, был саҡта улар 25 саҡрымға тиклем һәм унан да күберәк араға осоп китә. Беренсе күстәр, ғәҙәттә, ағасҡа, ҡыуаҡҡа, ҡоймаға йәки ерҙән бейек булмаған Т рәүешле кәкре әйбергә (махсус эшләргә мөмкин) ҡуна. Бер нисә (2-3) сәғәткә тиклем, разведка яһаусы ҡорттар яңы торлаҡ урыны тапҡансы, ошонда ҡалалар һәм аҙаҡтан ғына яңы урынға осоп китәләр.
Беренсе күс айырылып сыҡҡандан һуң, төп ғаилә инә ҡортһоҙ тороп ҡала, уның ҡарауы, инә ҡорт көбөләре була. Әгәр ҙә тәүге күс айырылып сыҡҡас, бер иң эре, килешле инә ҡорт көбөһөнән тыш, ҡалған инә ҡорттарҙың ояларын юҡ итмәһәң, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы күстәр айырылып сығыуы ихтимал. Күпләп күс айырыу ғаиләне бик ныҡ көсһөҙләндерә.
Икенсе һәм артабанғы күстең осоп сығыуы
Күс сығарып ебәргән ғаиләлә ҡорттарҙың бер өлөшө, төрлө кимәлдә үҫешкән үрсемдәр һәм инә ҡорт ҡарышлауыҡтары тороп ҡала. Көбөләге үрсемдән сыҡҡан ҡорттар икенсе күстең төп өлөшөн тәшкил итә.
Тәүге йәш инә ҡорт көбөнө кәпләп ҡуйғандан һуң һигеҙенсе көндә оянан сыға. Йәш инәле икенсе күс, әгәр ҙә көндәр торошо беренсе күстең сығып китеүенә тотҡарлыҡ яһамаһа, тәүге күстән һуң туғыҙынсы көндә айырыла. Икенсе һәм артабанғы күстәр сығыуҙан бер-ике тәүлек элек инә ҡорттарҙың сигнал тауыштарын ишетергә мөмкин. Инә ҡорттарҙың был “йырын”, ғәҙәттә, кис һәм иртүк ишетеп була.
Инә ҡорт “йыры” буйынса улар әле оялағы көбөләрҙә көндәштәренең барлығын белә. Икенсе күстәр тәүгеһенә ҡарағанда йонсоу көндәргә аҙыраҡ иғтибар итә. Шуға ла ул көслө ел иҫеп торһа ла, ҡояш балҡып торған көндә лә осоп сығырға мөмкин. Күстә иһә инә ҡорттар ояһынан бер ваҡытта сыҡҡан ике-өс инә ҡорт була.
Икенсе күс сыҡҡандан һуң, икенсе йәки өсөнсө көндә аталанмаған йәш инә ҡорттар менән өсөнсө күс тә осоп сығырға мөмкин. Артабан һәр күс айырған һайын ҡорттар һаны кәмей бара. Күс айырыу туҡтағандан һуң йәки ҡапыл көслө бал йыйыу (бигерәк тә йүкәнән, ҡандала үләненән, көнбағыштан) башланған осраҡта ҡорттарҙа көслө аҙыҡ әҙерләү – һут йыйыу инстинкты “эшләп китә”. Был иһә үрсеү — күс айырыу процесын туҡтата, һәм ҡорттар, шунда уҡ инә ҡорттарҙың көбөләрен кимереп, улар эсендәге инәләрҙе юҡ итә. Йәш инә ҡорт, тыуып 7 көн үткәс, умартанан осоп сыға һәм умарталыҡтан 1-2 йәки 5-6 саҡрым самаһы алыҫлыҡта һауала әре ҡорттар менән осрашып ҡушыла (бер нисә инә ҡорт 6-8 әре ҡорт менән “ҡауышып” аталана), һәм ғаиләлә яңынан ғәҙәти тәртип урынлаша.
Бал ҡорттары бал йыйыу насарыраҡ, өҙөк-өҙөк барһа ла, ул бөтөнләйгә туҡтап ҡалмаған осраҡта, күс айырыуға әүәҫ була, сөнки улар үҙҙәре менән аҙыҡ запасын – балды һәм һеркәне бер нисә көнлөк алып китә. Ә йыйым булмағанда йәки көслө бал йыйыу мәле килеп етһә, улар күс айырыуҙы туҡтата.
Ғәҙәттәге күс айырыу бал ҡорттары ғаиләләренең көслө үҫеше мәленә, уларҙа өлкән һәм үҫешеп килгән айырым ҡорттарҙың ныҡ күбәйгән осорона тура килә, ләкин айырым йылдарҙа күс айырыу бик иртә (20-25 майҙа уҡ) башланырға мөмкин. Күс айырыу осоро, ғәҙәттә, 2–6 аҙна дауам итә, әммә һуңғы йылдарҙа ул 2 айға һуҙылды, аҙаҡҡы күстәр 20–25 июлдә сыҡты. Бындай хәл умартасылыҡта йыл да булмай.
Тәбиғи күс айырыуҙың ыңғай яҡтары һәм етешһеҙлектәре
Айырылып сыҡҡан күстәрҙең ҡорттары яңы кәрәҙ төҙөүҙә һәм балауыҙ бүлеүҙә бик юғары эшсәнлеккә эйә. Күс ғаиләләре (күс ҡорттары), аҙыҡтың ҙур запасын туплап, бал йыйған саҡта ифрат ҙур егәрлелек күрһәтә. Был – уларҙың ыңғай сифаты.
Етешһеҙлектәргә килгәндә, бөтәһенән элек улар:
u стихиялы процесс һанала, йылдың-йылы тирбәлеп тора;
u был иһә ҡорт ғаиләләре һанын планлы арттырыуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙыра;
u ғаилә күс айырыу хәленә күскәндән һуң инә ҡорттоң йомортҡа һалыуы кәмей, ә һуңыраҡ бөтөнләйгә туҡтап ҡала, быларҙың барыһы ла ҡорттарҙың үрсеүсәнлеген кәметә;
u ҡорттар күс айырыу хәлендә һүлпән була, һутты һәм һеркәне бик әкрен йыя, кәрәҙҙәр төҙөмәй. Күс айырыу мәле мул бал йыйыу (мәҫәлән, йүкәнән) мәленә тура килгәндә, бал йыйыуҙы шаҡтай кәметә;
u күстәрҙе тотоу һәм уларҙы умартаға ябыу өсөн күп хеҙмәт түгеү талап ителә;
u айырым йылдарҙа күс айырыу шул тиклем көслө була, әгәр ҙә сараһын күрмәһәң, ҡорт ғаиләләре, бер нисә тапҡыр күс айырып, аҙ ғына ла бал бирмәҫкә мөмкин;
u тоҡомсолоҡ эшен ауырлаштыра, сөнки күңелгә хуш килмәгән сифатҡа эйә булған ҡорттарҙың ғаиләләре лә күс айыра;
u тәбиғи күс айырыу умартасының хеҙмәт етештереүсәнлеген кәметә, иң мөһиме – бал ҡорттары аҫрауҙың интенсив технологияһын индереүгә ҡамасаулай.
Әгәр ҙә бал ҡорто ғаиләләре тейешле саралар күргәндән һуң да күс айырыу хәленә килһә, уларға был мөмкинлекте бирергә кәрәк.
- Рафиҡ НОҒОМАНОВ, “Умартасы кәңәштәре” китабынан.