Йәмғиәт
23 Июль 2021, 08:42

Ғәҙәти булмаған һөнәр эйәһе

Гөлиә МӘСӘҒҮТОВА – Бөрйән ҡыҙы. 1992 йылдың 22 апрелендә Байназар ауылында донъяға килә.

 Белеме буйынса эколог булһа ла, Гөлиә күңеленә ятҡан эш һайлай: яғыулыҡ станцияһында оператор булып эшләй. Осраҡлы ғына эләгә ул был өлкәгә, әммә ошо һөнәргә бар йөрәктән ғашиҡ булырға өлгөрә.

“Был һөнәрҙе үҙләштерер алдынан, эш нескәлектәренә өйрәттеләр. Уҡыу ваҡытында операторлыҡ хеҙмәтенең, хатта бензин еҫенең оҡшағанын аңланым”, – ти Гөлиә.

Ҡыҙ төрлө матурлыҡ конкурстарына ла битараф түгел, был йәһәттән яулаған үрҙәре лә етерлек: “Мәктәп йылдарынан алып матурлыҡ бәйгеләрендә ихлас ҡатнаша килдем. 2010 йылда 11 класта уҡығанымда “Бөрйән һылыуы” конкурсында Гран-при яулағандан һуң, бейегерәк үрҙәргә ынтылырға ҡарар иттем, һәм “Һылыуҡай” республика матурлыҡ бәйгеһенең финалында “Зауыҡлы һылыуҡай” номинацияһын алдым. Артабан “Мисс Башҡортостан” моделлек агентлығында уҡыным, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша башланым. “Башҡортостан гүзәле”ндә “Грация һылыуы” номинацияһына, “Башҡортостан ынйы­һы”нда 1-се урынға лайыҡ булдым”.

Гөлиәнең тормош девизы – ауыр­лыҡтарға бирешмәй алға барыу, “Минең бөтәһе лә килеп сығасаҡ!” тигән яҡты уй менән тормош ҡороу.

Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фотоһүрәтегеҙ менән бергә үҙегеҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ. Беҙҙең электрон адрес:

bashkortostan.gazeta@mail.ru

1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра.  2-се турға сығыусылар интернет киңлек­тәрендә тауыш йыясаҡ.

Финалға үтеүселәрҙе жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында билдәләнәсәк.

Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙәйәсәк.

 

- Рубриканы Айгөл ЙӘМИЛЕВА алып бара.

Читайте нас