

Күптән түгел сираттағы брифингта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе. Уларҙы һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
– Соvid-19 менән сабыйҙар сирләйме?
– Эйе, уларҙың сирләүе ихтимал, тик, ғәҙәттә, ул билдәһеҙ, еңел формала үтә. Һирәк осраҡтарҙа уртаса ауырлыҡта булыуы бар, әммә ҡурҡыныс эҙемтәләр теркәлмәй. Әлеге ваҡытта 50 бала яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләй, ҡатмарлы осраҡтар юҡ.
– Ни өсөн вакцина яһатҡан кешеләр битлек кейергә тейеш?
– Прививка яһатҡан граждандар, организмдағы антиесемдәр күләменә ҡарамаҫтан, популяцион иммунитет барлыҡҡа килгәнсе битлек кейергә тейеш. Вакцина сирләп китеүҙән, ауырыған осраҡта ла, уның ауыр эҙемтәләренән һаҡлай, шул ук ваҡытта прививка яһатҡан кешенең, еңелсә сирләгән хәлдә, башҡаларға коронавирус инфекцияһын йоҡтороуы ихтимал.
– Ни өсөн төбәккә “КовиВак” һәм “ЭпиВакКорона” кеүек вакциналар аҙ килтерелә?
– Был етештереү күләменә бәйле. Республикаға “КовиВак” даими килтерелә. Күптән түгел йәнә 30 мең доза килде. “ЭпиВак” һәм “КовиВак” сикләнгән күләмдә етештерелә. Ә ниндәйен яһауҙы фәҡәт табип хәл итә.
– Инвалид балаларҙы реабилитациялау алдынан ПЦР-тесты бушлай тапшырыу мөмкинме?
– Әгәр медицина күрһәткестәре булһа, әлбиттә.
– Сирләгәнсе, прививка яһатыу яҡшыраҡмы?
– Уйлап ҡараһаң, ысын һуғыш яланына эләккәнсе, уҡыу яланында көрәшеү еңелерәк. Вакцина сирҙең моделен булдыра, ул еңел формала, эҙемтәһеҙ кисерелә һәм иммунитет барлыҡҡа килә. Прививка иммун системаһын ошо ҡуҙғытҡысҡа ҡаршы көрәшергә өйрәтә. Шуға ла иммун системаһы, сираттағы тапҡыр коронавирус менән осрашһа, күпкә һөҙөмтәлерәк яуап бирәсәк. Унан тыш, вакцина иммун системаһын коронавирусҡа ҡаршы тороуға булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, вирусты көсһөҙләндерә лә. Вакцина яһатҡандан һуң иммун системаһы сиргә ҡалҡан була ала, ул күпкә еңел кисереләсәк йә иһә бөтөнләй йоҡмаясаҡ.
– Мин коронавирустан прививка яһаттым, ревакцинация кәрәкме?
– Сир киң таралған осорҙа прививканы ярты йыл һайын эшләтеү кәңәш ителә. Был йәһәттән Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының һәм Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының методик кәңәш-тәҡдимдәре бар. Рәсәйҙә коллектив иммунитет өлкән йәштәге халыҡтың 60-70 процентына еткәс, вакцина ҡәҙимге, планлы тәртиптә, йылына бер тапҡыр эшләнәсәк.
Илебеҙҙә теркәлгән теләһә ҡайһы препарат менән коронавирустан ҡабаттан прививка яһатырға ярай. Ревакцинация өсөн антиесемгә анализ талап ителмәй. Беренсе яһалған вакцинаның тәьҫире ауыр булған осраҡта, пациент уны икенсе препарат менән алмаштырыуҙы талап итә ала.
- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әҙерләне.