Йәмғиәт
23 Июль 2021, 08:27

ЙОНДОҘНАМӘ (26 июль – 1 август)

ҠУҘЫ

Дөйөм алғанда, аҙна һәйбәт үтер. Шул уҡ ваҡытта күп нәмәгә өмөт итмәгеҙ. Осорҙо тыныс үткәрегеҙ, ялға өҫтөнлөк бирегеҙ. Аҙна башында мул ғына аҡса төшөр.

 БУҒА

Шәхси мөнәсәбәттәрҙе көйләү өсөн бик ҡулай мәл. Хәҙер әүәлге мәсьәләләрҙе хәл итеү мөһим. Эштә оҙаҡламаҫҡа тырышығыҙ: өйҙәгеләргә һеҙ бик кәрәк. Тышҡы ҡиәфәтегеҙгә иғтибар итегеҙ.

 ИГЕҘӘКТӘР

Был арала тормоштағы ваҡиғаларға уйҙарығыҙҙың йоғонтоһо ҙур булыр. Аҙна аҙағында бөтә мәшәҡәттәрҙе ҡуйып, бер аҙ ял алыу зыян итмәҫ. Сәфәрҙәр уңышлы үтер, тик юлға сығыуҙы алдан уҡ планлаштырығыҙ.

 ҠЫҪАЛА

Юҡ-бар сәбәп арҡаһында һүҙгә килешеү хәүефе бар. Күңел асыу сараларынан бер аҙға баш тартырға кәңәш ителә. Уның ҡарауы ремонт менән шөғөлләнергә мөмкин. Оҫталар ялларға итһәгеҙ, уларҙы ентекле һайлағыҙ.

 АРЫҪЛАН

Осор бер аҙ көсөргәнешле булмаҡсы. Электр приборҙары менән һаҡ булығыҙ. Ял көндәрендә аҡсағыҙҙы бушҡа сарыфламағыҙ, тиҙҙән ҙур ғына сығымдар көтөлә.

 ҠЫҘ

Аҙна әүҙем эш менән үтер. Өйҙә лә, эштә лә мөһим ваҡиғалар булмаҡсы. Кесаҙнала документтар, кредит карталары менән иғтибарлы булығыҙ. Осор аҙағында юлға сығыуығыҙ ихтимал, сәфәр тәьҫораттарға бай булыр.

 ҮЛСӘҮ

Шишәмбе шәхси тормошоғоҙҙа яңы мөмкинлектәр күҙалланыр. Был аҙнала аҙыраҡ һөйләп, күберәк эшләргә тырышығыҙ. Ялҡаулыҡҡа юл ҡуймаһағыҙ, уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Килем алыу мөмкинлеге ҙур.

 САЯН

Күп нәмәне үҙегеҙҙең файҙаға бора алырһығыҙ. Әле һеҙгә бер аҙ ғына тырышлыҡ кәрәк, уңыш оҙаҡ көттөрмәҫ. Һөйгәнегеҙгә шикләнеп ҡарамағыҙ, эске тойомлауға ышанығыҙ. Күберәк ваҡытты яҡындарығыҙ менән үткәрегеҙ.

 УҠСЫ

Был аҙнала һәр мәғлүмәтте ныҡлы тикшерергә кәңәш ителә, алдауҙары ихтимал. Һүҙегеҙҙе уйлап һөйләгеҙ, юғиһә һеҙҙе яңылыш аңлауҙары бар. Эш башларға ниәтләһәгеҙ, ышаныслы партнерҙар һайлағыҙ. Ял көндәренә пландарҙың бер аҙ үҙгәреүе мөмкин.

 ЫЛАҠ

Ҡулса буйлап йөрөүҙе туҡ­татып, ниһайәт, үҙгәрештәр алдына килеп баҫырһығыҙ. Киле­шеүҙәр төҙөү, мөһим документтар тултырыу өсөн ҡулай осор. Көтмәгәндә үткәндәрҙә ҡалған кеше менән осрашырһығыҙ.

 ҺЫУҒОЯР

Хыялдарҙы тормошҡа ашыра башлау өсөн уңышлы аҙна. Маҡсаттарығыҙҙы теркәп ҡуйыу ҙа зыян итмәҫ. Әле һеҙҙе аҙым һайын ымһындырғыс нәмәләр көтөп тора, уларҙан баш тарта алһағыҙ, аҙаҡ үҙегеҙгә рәхмәттәр уҡырһығыҙ.

 БАЛЫҠ

Был аҙнала ашыҡмаҫҡа кәңәш ителә. Теләктәрегеҙҙе аныҡ билдәләп, алдығыҙға өлгәшерлек маҡсаттар ғына ҡуйығыҙ. Эштә көнсөлдәр, көнәркәштәр барлыҡҡа килеүе ихтимал, шуға һәр талапты аныҡ үтәгеҙ.

Читайте нас