

24 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге “Ҡашҡаҙан” паркы биләмәһен төҙөкләндереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда баш ҡала хакимиәте һәм подрядсы ойошма вәкилдәре ҡатнашты.
Был парк биләмәһен яңыртыу 2019 йылда башланғайны. Төҙөүселәр күлде таҙартты һәм тәрәнәйтте, канализация һалды, биләмәне төҙөкләндерҙе. Күл периметрында кәмәләр ҡуйыу, ял итеү, балыҡ тотоу урындары барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, ҡомло пляж, яҡтыртҡыслы-музыкаль фонтан эшләнәсәк. Республика Башлығы Радий Хәбиров барыһын да 2021 йылдың 11 октябренә тиклем тамамларға ҡушҡайны.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Грековтың белдереүенсә, объектта 70 тирәһе кеше эшләй. Төҙөкләндереү графикка ярашлы бара. Сентябргә тиклем күлде таҙа һыу менән тултырасаҡтар.
"Был – Башҡортостандың баш ҡалаһы өсөн мөһим объект. Уны бер нисә этапта тормошҡа ашырасаҡбыҙ", - тине Сергей Греков.
Башҡортостан Башлығы парк эргәһендәге биләмәне мотлаҡ төҙөкләндереү һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарын тормошҡа ашырыуға шарттар тыуҙырырға ҡушты.
- Шәп проектты тамамлайбыҙ. Уға ярашлы, бик ҙур биләмәне тәртипкә килтерҙек, - тине Радий Хәбиров. – Унда халыҡҡа уңайлы ял өсөн барыһы ла булырға тейеш.
Фото: glavarb.ru