

24 июлдә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Урал аръяғында булды: Әбйәлил районындағы мәрмәр заводын ҡараны, Сибай филармонияһындағы ремонт барышы менән танышты.
Былтыр мәрмәр заводы корпустарының ҡыйыҡтары йүнәтелеп, ваҡытлыса йылытыу системаһы сафҡа индерелгәйне. Был иһә цехтар эшен йыл әйләнәһенә тәьмин итте. Әле заводты йылытыу системаһын реконструкциялау һәм был йәһәттән даими газға күсеү маҡсатында үҙгәртеүҙәр бара.
Андрей Назаров предприятиеның тулы ҡеүәттә эшләй башларға тейешлеге хаҡында белдерҙе, әммә бының өсөн ҡоролмалар һатып алырға кәрәк. "Заводты рентабелле итеү, ҙур күләмдә продукция етештереү зарур. Бының өсөн заманса ҡоролма һатып алыу талап ителә. Ул сатнаған таштарҙы заманса технологиялар буйынса йәбештерергә булышлыҡ итәсәк. Тотош донъя шулай эшләй. Яҡын арала ошондай ҡоролманы табыу, һатып алыу һәм проблеманы хәл итеү бурысы ҡуйылған", -тине Премьер-министр.
Ул шулай уҡ заводта республика муниципалитеттары өсөн стелалар әҙерләү буйынса пландары менән уртаҡлашты.
Сибайҙа Премьер-министр филармониялағы ремонтты, төҙөлөш эштәре барышын ҡараны.
"Был - Урал аръяғы ғына түгел, тотош республика өсөн мөһим объект. Янғындан һуң республика Башлығы Радий Хәбиров менән объектты тергеҙеү генә түгел, мәҙәни үҙәктең яңы билдәһен булдырыу хаҡында ла ҡарар ҡабул ителгәйне. Яҡын арала төҙөлөш, объектты ҡоролмалар менән тултырыу тамамланасаҡ тип әйтергә мөмкин", - тине Андрей Назаров. Ул шулай уҡ 11-12 сентябрҙә Сибайҙа Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында киләсәге тураһында ла белдерҙе.
Эш сәфәре аҙағында Премьер-министр Сибайҙа эшлекле кәңәшмә үткәрҙе. Унда “Урал аръяғы-2021” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын үткәреү, 6-сы урта дөйөм белем биреү һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн коррекция мәктәбе төҙөлөшө кеүек мәсьәләләр ҡаралды.
Фото: pravitelstvorb.ru