Йәмғиәт
24 Июль 2021, 12:00

Улар ҙур иғтибарға лайыҡ

Өфөлә һуғыш осоро балалары өсөн В.И. Альбанов исемендәге Полярсылар музейында экскурсия үткәрелде.

Улар ҙур иғтибарға лайыҡУлар ҙур иғтибарға лайыҡ
Улар ҙур иғтибарға лайыҡ

Өфөлә һуғыш осоро балалары өсөн В.И. Альбанов исемендәге Полярсылар музейында экскурсия үткәрелде.

Эпидемиологик хәл сәбәпле, сарала биш ветеран ҡатнашты. Улар өсөн экскурсия ойошторолдо һәм “Һуғыш осоро балалары” танытмаһы тапшырылды.

Әлеге сара Өфөлә, ошо категорияға ҡараған граждандарҙың һәр береһенә музейҙы күрһәтеү өсөн, көн һайын тиерлек ойошторола. “Был кешеләр Бөйөк Ватан һуғышы осоронда тыуған, шул замандың барлыҡ ауырлыҡтарын үҙ иңендә татыған. “Һуғыш осоро балалары” статусының рәсмиләштереүе аҡсалата түләү генә түгел, башҡа социаль ташламаларға ла хоҡуҡ бирәсәк”, - тип белдерҙе “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәктәге башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Мельников танытмаларҙы тапшырғанда.

Осрашыуға килгәндәр экспозицияларҙы ихлас ҡараны. Күптән түгел асылған музей баш ҡаланың Свердлов урамындағы сауҙагәр Соловьевтар усадьбаһында урынлашҡан. Ул легендар тикшереүсе, сығышы менән Өфөнән булған Валериан Альбановтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында булдырылды.

“Музей ныҡ оҡшаны. Уны илһамланып эшләгәндәре күренеп тора. Музейҙың йәнә яңы экспонаттар менән тулыланыуын теләйем”, - тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты Өфөнән Валерин Ёлхин.

Әле республикала 189 меңдән ашыу "Һуғыш осоро балаһы” йәшәй.

Фото: социаль селтәрҙән.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас