Йәмғиәт
24 Июль 2021, 13:00

"Йүкәләрҙе һаҡлап ҡалғанығыҙ өсөн рәхмәт"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Совет урамындағы бөгөнгө үҙгәрештәр тураһында бәйән итте.

"Йүкәләрҙе һаҡлап ҡалғанығыҙ өсөн рәхмәт""Йүкәләрҙе һаҡлап ҡалғанығыҙ өсөн рәхмәт"
"Йүкәләрҙе һаҡлап ҡалғанығыҙ өсөн рәхмәт"

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.

“Беҙ аҙымлап тигәндәй Өфөнөң тарихи үҙәген тәртипкә килтерәбеҙ. Бөгөн – Совет урамын техник ҡабул итеү. Әлегә барыһын да эшләп бөтмәгәнбеҙ, әммә стиль барлыҡҡа килде. Йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар, уңайлы мөйөштәр күбәйҙе, дөрөҫ эшләнгән скверҙар асылды. Коммуникацияларҙы үҙгәрттек, яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр ҡуйҙыҡ – бына ошондай заманса ял итеү урыны барлыҡҡа килде.

Хәҙер Совет районында кафелар, ресторандар, йәйге верандалар төҙөү өҫтөндә эшләйбеҙ. Бөгөн миңә урында йәшәүселәр килде һәм үҙгәртеп ҡороу, йүкәләрҙең күбеһен һаҡлап ҡалған өсөн рәхмәт белдерҙе. Тәүге этапта ағастарҙы киҫеп ташлап, яңыларына алмаштырырға тейештәр ине. Урында йәшәүселәр быға ҡырҡа ҡаршы булды, уларҙы тыңланыҡ һәм серек, ҡарт йүкәләрҙе генә алдыҡ.

Өфөнөң был өлөшөндәге, шул иҫәптән Совет майҙанындағы реконструкцияны тулыһынса тамамлаһаҡ, ҡалала йәшәгәндәр өсөн ял итеү, осрашыуҙар, күрешеүҙәр өсөн яңы урын барлыҡҡа киләсәк”, - тип яҙҙы республика Башлығы.

* * *

Билдәле булыуынса, Совет майҙанын реконструкциялау былтыр йәй башланды, әле дауам итә. Төҙөүселәр биләмәне алты метрға киңәйтте, подрядсы ойошма белгестәре фонтанды көйләүҙе тамамлай. Тиҙҙән бында видеокүҙәтеү камералары һәм интернетҡа инеү өсөн базалы станциялар монтажланасаҡ. Йәнә, билдәле булыуынса, Совет майҙанында Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ. Был ҡарарҙы Радий Хәбиров 2019 йылда V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында еткерҙе.

* * *

Совет урамын заманса үҙгәртеү проектында – юлды яңыртыу, канализацияны, тротуарҙарҙы төҙөкләндереү, яҡтыртыу системаһын монтажлау, шулай уҡ БДПУ, Н. Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе алдында скверҙар булдырыу. Тағы ла ағас-ҡыуаҡтарҙы урындағы халыҡ үҙе һайлағандарға өлөшләтә алмаштырыу ҡаралған. Улар араһында – декоратив саған, миләш, сирень һәм башҡалар.

Совет урамындағы төп төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланды тиергә мөмкин. Һөҙөмтәлә тротуарҙар киңәйтелде, люминесцент лампаларҙы файҙаланып тышҡы яҡтыртыу системаһы ҡуйылды, үҙенсәлекле формалы эскәмйәләр ултыртылды.

Бынан тыш, Радий Хәбиров ял көндәрендә Пушкин урамынан Октябрь революцияһы урамына тиклемге өлөштә транспорт хәрәкәтен сикләү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Шулай итеп, Совет майҙаны һәм уның эргәһендәге биләмәнең йәйәүлеләр өсөн зонаға әйләнеүе мөмкин.

– 1 сентябргә тиклем Өфөнөң тарихи үҙәгендәге был өлөштө төҙөкләндереүҙең төп этабы тамамланырға тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Совет майҙанын һәм уның эргәһендәге йәмәғәт биләмәһен ҡала халҡы өсөн хәүефһеҙ итеү, төҙөлөш ҡалдыҡтарын йыйыу, транспорт өсөн сикләү һәм бордюрҙар ҡуйыу мөһим.

Фото: glavarb.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас