Йәмғиәт
26 Июль 2021, 07:00

Радий Хәбиров: "Был эште артабан да алып барасаҡбыҙ"

"Республика халҡы был теманы күтәреп йыш яҙа. Күптәр рәхмәт белдерә. Статистика күрһәткестәре беҙҙең яҡлы".

Радий Хәбиров: "Был эште артабан да алып барасаҡбыҙ"Радий Хәбиров: "Был эште артабан да алып барасаҡбыҙ"
Радий Хәбиров: "Был эште артабан да алып барасаҡбыҙ"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдереүенсә, 2020 йылда спиртлы эсемлектәр менән ағыуланып 73 кеше һәләк булған. 2018 йыл менән сағыштырғанда, был күрһәткес 38-гә аҙыраҡ.

"Мине нисек кенә әрләмәнеләр һәм шелтәләмәнеләр, тик алкоголде йәшертен һатыусылар менән көрәште көсәйттек, артабан да ошо сәйәсәтте алып барасаҡбыҙ. Һөҙөмтә күренә. Алкоголдән ағыуланғандар һаны кәмей. Йыл дауамында дүрт мең литр тыйылған алкоголь кәштәләрҙән алынған. Кис һәм төнөн юғары градуслы эсемлектәр һатыуҙы тыйҙыҡ", - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Республика Башлығы билдәләүенсә, халыҡ күпләп йыйылған байрам көндәрендә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу ҙа ыңғай һөҙөмтә бирә. Мәҫәлән, төбәктә был талап һабантуй, сығарылыш кисәләре, Йәштәр, Белем көндәрендә ҡуйыла.

"Республика халҡы был теманы күтәреп йыш яҙа. Күптәр рәхмәт белдерә. Статистика күрһәткестәре беҙҙең яҡлы. Тыйылған алкоголь менән көрәште дауам итәбеҙ", - тип белдерҙе Радий Хәбиров.

фото: https://vk.com/radiyhabirov

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас