

Йәмле йәйҙең бер көнөндә Мәсетле районының Тайыш ауылында мәктәбебеҙҙең ҙур байрамы – 100 йыллығы тантаналы итеп үткәрелде. 2008 йылда ошо белем усағын төҙөүҙә ул саҡтағы Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов ҙур ярҙам күрһәтте. Ике ҡатлы иркен мәктәп әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Әммә шуныһы күңелгә ауыр булды: уҡыусылар һаны аҙ, бер тиҫтә генә. Уҡытыусы Рәмилә Ғәзиз ҡыҙы Мөхәмәтйәнова балаларға төплө белем биреү өсөн бар тырышлығын һала. Балалар тырышып уҡый, олимпиадаларҙа ҡатнаша, йыр, шиғыр, бейеүгә бик оҫталар. Уларҙың шундай ҡыйыу, һәләтле булыуҙарын күреп, шатланып ултырҙым.
Ҡайҙа ҡарама, тәртип, таҙалыҡ: ауыл да, мәктәп тә үҙ балаларын матур әҙерлек менән ҡаршы алды. Артабан байрам Ҡарағол тауы итәгендә, Ыҡ менән Әй йылғалары ҡушылған урында, дауам итте. Гүзәл тәбиғәт ҡосағында тирмә ҡоролдо, уның эсе ысын музейҙы хәтерләтте: ҡомартҡы әйберҙәр бик күп ине.
30 йыл самаһы эшләп килгән “Әхирәттәр” ансамбле байрамдың йәме булды. Бөгөнгө көндәге етәксеһе – Рәмилә Рауил ҡыҙы Вәхитова. Бик уңған, талапсан ханым, үҙе йырлай, бейей, баянда уйнай. “Әхирәттәр” ансамбленең башҡорт милли кейемдәре күҙҙең яуын алырлыҡ, иҫ киткес матур. Уларҙың һәр сығышы алҡыштарға күмелде. Ансамблдә йәштәрҙең күп булыуына ҡыуандым. Улар араһында килендәр ҙә, ауылда тыуып үҫкән ҡыҙҙар ҙа бар. 78 йәшлек ағинәй Зәлифә Нурый ҡыҙы Ғәлимова тураһында айырып әйтке килә: ул, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, матур йырлай, бейей, һүҙ оҫтаһы ла булып танылған. Ошо бәрәкәтле ергә килен булып төшкәндән алып, сәхнә түрен биҙәй.
Байрамға ҡайтҡан ауылдаштар менән аралашып алырға ла форсат таптым. Вәрис Сабиров ағай Татарстан яҡтарынан тыуған төйәген һағынып ҡайтҡан. Ул төрлө инструменттарҙа уйнай, үҙенең сығышы менән байрамға йәм өҫтәне.
Сараны юғары кимәлдә ойоштороусыларҙы айырым телгә алып үткем килә. Йонос ауылы хакимиәте башлығы Рәүф Мөғин улы Ниғмәтуллин, Тайыш ауылы старостаһы Рәсүл Илһам улы Әбүбәкиров, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәриҙә Әсләм ҡыҙы Әбүбәкирова, ауыл клубы мөдире Нәзир Венер улы Мостафинға ҙур рәхмәт! Шундай әүҙем, рухлы кешеләр булғанда ауылыбыҙ һүнмәҫ, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Бындай ҙур байрамды ойоштороу яңғыҙ кешенең эше түгел, халыҡ менән эшләй белеү һәм ойоштороу һөҙөмтәһе.
Байрам шул тиклем матур үтте. Ҙур-ҙур ҡаҙандарҙа танауҙы ҡытыҡлап тәмле аштар беште. Бөтә ҡунаҡтарҙы ихлас һыйланылар. Шул ваҡытта тәбиғәтте иркәләп, бер-береһен һағынып йыйылған ауылдаштарҙы сәләмләп, йылы ямғыр яуып үтте. Ҡунаҡтар ҡайтырға ашыҡманы.
Шул уҡ көндә, бөтә ҡунаҡтар йыйылған саҡта, ауылыбыҙҙа мәсет асыу тантанаһы үтте. Был эш тә халыҡтың берҙәм көсө менән башҡарылды. Мәсет манараһының айын Азамат Мөхәмәтнур улы Вәхитов эшләтеп алып ҡайтҡан.
Был көндө тағы ла бер сауаплы ғәмәл башҡарылды: 1921 йылда аслыҡтан үлгән туғандарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылды. Аслыҡ ҡорбандарын иҫкә алыу барыбыҙҙың да күңелен тетрәндерҙе.
Халҡыбыҙ элек-электән берҙәм булған, шатлыҡты ла, ҡайғыны ла уртаҡлашып йәшәгән. Ошоноң ише осрашыу-күрешеүҙәр – үҙе бер ғүмер бит. Бындай күркәм йолаларҙы киләһе йылдарҙа ла уҙғарырға кәрәк, тигән фекерҙә ҡалдыҡ. Улар йәш быуында берҙәмлек, туғанлыҡ ҡиммәттәренә хөрмәт тәрбиәләй, тарихыбыҙҙы онотмаҫҡа булышлыҡ итә.
Зөлхизә САДИҠОВА-ШӘМСЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.