Йәмғиәт
27 Июль 2021, 10:30

Барыһы ла күҙәтеү аҫтында буласаҡ

Берҙәм һайлау көнө яҡынлаша, йәмәғәт. Шуға күрә сәйәси әүҙемлек тә көсәйә бара. Бөгөн Өфөлә ошо ваҡиғаға арнап үткәрелгән ҙур “түңәрәк өҫтәл”, исеменән үк күренеүенсә, етди әҙерлек барыуын аңғарта.

Барыһы ла күҙәтеү аҫтында буласаҡБарыһы ла күҙәтеү аҫтында буласаҡ
Барыһы ла күҙәтеү аҫтында буласаҡ

Берҙәм һайлау көнө яҡынлаша, йәмәғәт. Шуға күрә сәйәси әүҙемлек тә көсәйә бара. Бөгөн Өфөлә ошо ваҡиғаға арнап үткәрелгән ҙур “түңәрәк өҫтәл”, исеменән үк күренеүенсә, етди әҙерлек барыуын аңғарта.

“Сәйәси партияларҙың һәм йәмәғәтселек көстәренең 2021 йылдың сентябрендәге берҙәм һайлау барышына күҙәтеүҙе тәьмин итеү буйынса хеҙмәттәшлеге” – ошолай тип аталған был сараны Һайлауҙы күҙәт буйынса йәмәғәтселек штабы, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы Рәсәй Федерацияһының сәйәси партияларының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәләренең партия-ара советы менән берлектә ойошторған.

“Түңәрәк өҫтәл”дә сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре, “Бойондороҡһоҙ йәмәғәтселек мониторингы”  ассоциацияһы, Башҡортостандың йәмәғәтселек палатаһы ағзалары, эксперттар һәм политологтар ҡатнашты. Яҡынлашап килгән һайлау кампанияһына арналған лекциялар циклы әҙерләнә, улар ниндәй булырға тейеш? Был ҙур кампанияла “Роспотребнадзор”ҙың талаптары нисек күҙәтеләсәк?  Сәйәси партияларҙың һәм Һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса оператив штабтың хеҙмәттәшлеге нисек буласаҡ? Сара ошо һәм башҡа һорауҙар буйынса фекер алышыуға ҡоролдо. Был темаларға 2021 йылдағы һайлауҙарҙағы күҙәтеү буйынса Йәмәғәтселек штабы етәксеһе, Башҡортотандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ольга Панчихина, Рәсәйҙең сәйәси партияларының Башҡортостандағы төбәк бүлексәләренең Партия-ара советы рәйесе Валех Аббасов һәм башҡалар сығыш яһаны. Ошо “тәүәрәк өҫтәл” тураһындағы тулы мәҡәлене гәзитебеҙҙең алдағы һандарының береһендә уҡый алаһығыҙ.

Фото: БР Йәмәғәт палатаһы сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас