

Башҡортостан Журналистар союзы “Вирусты бергәләп еңәйек!” тип аталған вайндар, мемдар, видеороликтар конкурсы иғлан итә. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Номинацияларҙың береһендә еңгәндәр аҡсалата приз аласаҡ: 1-се урынға – 50 мең һум, 2-се урын өсөн – 30 мең һум, 3-сө урынға 20 мең һум ҡаралған.
Ҡатнашыу ваҡыты: 27 июль – 26 август.
Ҡатнашыу шарттары:
1) вайндар һәм видеороликтар төшөрөп, мемдар уйлағыҙ;
2) @mass_media_rb билдәһе аҫтында социаль селтәрҙәргә һалығыҙ;
3) #вместевируспобедим, #язавакцинацию хештегтарын ҡуйығыҙ.
Конкурс ҡағиҙәләре һәм шарттары Башҡортостан Журналистар союзы сайтында баҫылған. Заявка һәм эшегеҙҙе ошо электрон адресҡа ебәрегеҙ: journalist-rb@yandex.ru
Хат темаһына “Конкурс_Вместе вирус победим!” тип яҙығыҙ. Исем-шәрифегеҙҙе күрһәтегеҙ. Белешмәләр өсөн телефон: 218-07-83.
Фото: Журналистар союзы сайты.