Йәмғиәт
27 Июль 2021, 07:06

Иң тәмле ҡорот ҡайҙа? Һаҡмар-Наҙарғолда!

Кәримә УСМАНОВА.Кәримә УСМАНОВА.
Фото:Кәримә УСМАНОВА.

Һәр төбәктең үҙенә генә хас үҙенсәлектәре булған кеүек, һәр ауылдың йөҙөн билдәләгән кәсеп-шөғөлдәр, брендлы саралар, уңған кешеләр, матур ғаиләләр була.

Район үҙәгенән йыраҡта урынлашҡан Һаҡмар-Наҙарғол ауылы халҡы үҙенең уңғанлығы һәм тырышлығы менән башҡаларҙан бер аҙ айырылып тора. Бында дәртле, сәмле, тырыш һәм уңған халыҡ йәшәй. Халыҡ телендә ауылды Бүре тип тә атап йөрөтәләр. Бүреләр төбәктә иң тәмле ҡорот эшләүселәре менән дан тота. Аҡъяр баҙарында Һаҡмар-Наҙарғол ауылының уңған хужабикәләре әҙерләгән аҡ ризыҡтарын, ҡорот һәм эремсекте эҙләп, һорап алалар.

Ә ҡороттоң  ниндәй генә төрҙәрен әҙерләмәй улар?! Сейәле, муйыллы, еләкле булһынмы, әсеме, сөсөмө, кипкәнме, ыҫланғанмы – барыһын да үҙҙәре әҙерләгән өс быуын уңғандары менән осрашырға насип булды. Ҡәйнәле-киленле Мәсүрә һәм Гөлиә Шәриповаларға хәҙер ялға ҡайтҡан ҡыҙҙары Гөлсәсәк тә ихлас ярҙамлаша.

Ауыл ерендә йәшәүселәр ҡорот ҡайнатыуҙың төп үҙенсәлеген, йәғни уның мотлаҡ аласыҡта йәки тыштағы ҡаҙанда ҡайнатҡанда ғына тәмле булыуын беләлер, моғайын. Бала саҡтан Маһира өләсәйем, оҙон япмалы күлдәгенең бер итәген ҡыҫтырып, аласыҡ соланындағы ҡаҙанда көн һайын тиерлек ҡорот ҡайнатҡанда, уның күбеген ялау өсөн буяуы бер аҙ иҫкергән ағас ҡалаҡтарыбыҙҙы тотоп, янында өйөрөлөп йөрөүебеҙҙе әле булһа хәтерләйем. Шуға күрә ауылдар буйлап командировкаға сыҡҡанда, ихаталарында урын алған ҡаҙан ултыртылған мейесте күрһәм, бала сағым иҫкә төшә.

Был юлы ла ап-аҡ итеп ағартылған ҡаҙанда Мәсүрә Әҙеһәм ҡыҙы бер нисә көн болғап, бер аҙ әсегән ҡатыҡты ҡойоп, ташып китмәһен өсөн сүмес менән һапыра-һапыра ҡорот ҡайнатҡанын ниндәйҙер бер ихласлыҡ менән күҙәттем. Уңған килене Гөлиә Әсҡәт ҡыҙы ла ҡәйнәһен ҡарап ҡына ултырманы: бынан бер көн алда ҡайнатылған ҡоротто таҫтамал тоҡсайға һалып, һыуын һарҡытыу өсөн элеп ҡуйылған ерҙән алып, тәрән алдырға бушатып, йомарлай башланы.

Ҡыҙҙары Гөлсәсәк, еләҫ урынға елләтергә ҡуйылған ваҡ ҡына итеп йомарланған ҡороттарҙың әҙер булыуын күреп, уны махсус һауыттарға бушатырға тотондо. Әйтерһең дә, Шәриповтар ихатаһында ҡорот эшләү цехы булдырылған. Кемдер уны ҡай­ната, икенселәр  әҙер ҡоротто тасҡап йомарлай, өсөнсөләре кипкәнен йыя. Берәүгә лә әйтеү йәки өйрәтеү  кәрәкмәй: һәр береһе үҙ эшен белеп, бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап башҡара. Әйткәндәй, был эш көн һайын тиерлек ҡабатлана, берәү ҙә йыбанмай ҙа, арымай ҙа.

– 23 йылдан ашыу  киленем менән бергә йәшәйбеҙ. Хәҙер үҙемдең ҡы­ҙым кеүек булып та китте инде, – тип һүҙ башланы ҡәйнә кеше. – Тағы бер киленем Аҡъярҙа Арыҫлан улым менән йәшәй. Зөфәр улым олоһо бул­һа ла, атай нигеҙен ташламаны, мал­сылыҡ һәм йылҡысылыҡ эшен дауам итә. Әле улар ейәнем менән бесәндә, беҙ йорттағы тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ  мәшәҡәттәр менән мәж киләбеҙ.

Гөлиә менән Зөфәр Шәриповтарҙың шәхси ихатаһында 20-нән ашыу һыйыр малы, 50-нән ашыу йылҡы тотола. Йорт хужаһы малды итләтә һатыу менән булышһа, уңған хужабикәләр иһә көндәлек аҡты һауып, һөт ризыҡтары етештерә. Сифатлы, хәләл ризыҡты район халҡы ғына түгел, Ырымбур өлкәһендә йәшәүселәр ҙә  үҙҙәре үк килеп ала.

– Теләүселәрҙең һорауын иҫәпкә алып, муйыллы йәки сейәле, әсе йә иһә сөсө ҡорот әҙерләйем. Уларҙы пластик һауыттарға һалып, туңдырғысҡа ҡуйып барам, шуға күрә йәйен-ҡышын аҡ ризыҡтан өҙөлгән юҡ, һатыуға элегерәк алып сыға торғайным, хәҙер клиенттар өйҙән үҙҙәре килеп ала. Тик әҙерләп кенә өлгөрт, – ти Гөлиә Әсҡәт ҡыҙы.

Бәхетле ғаиләнең биҙәге булған ҡыҙҙары Гөлсәсәк Башҡорт дәүләт университетының беренсе курсын тамамлаған. Рухлы, сибәр ҡыҙ мәктәп йылдарында уҡ төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, алдынғы урындар яулай, “Урал батыр” эпосын һөйләү буйынса Гран-приға ла лайыҡ була. Бөгөн  ул “Тау-тау хәбәр” балалар тапшырыуында эшләргә лә, университет тормошонда ҡайнап йәшәргә лә өлгөрә.

Улдары Сыңғыҙ Зәки Вәлиди исемендәге Ишембай гимназияһының 10-сы класын тамамлаған, әле атаһының уң ҡулы, төп ярҙамсыһы. Бәләкәйҙән техниканы ярата, дүртенсе кластан тракторға ултырып, бесән тырматҡан егет тә ул.

Бына шундай матур һәм уңған ғаилә йәшәй Һаҡмар-Наҙарғол ауылында. Йорт хужаһы улы менән хужалыҡ эштәрен алып барһа, ҡатыны Гөлиә ҡәйнәһе һәм ҡыҙы менән йорт эштәрен башҡара. Татыу ғаилә йөктө тигеҙ тартҡанға күрә, тормоштары ла етеш, донъялары ла күркәм, табындары мул, йәшәйештәре матур.

Кәримә УСМАНОВА.

Читайте нас