

Межгорье ҡалаһында йәшәгән өс үҫмер һыуға батып барған малайҙы ҡотҡарған. Был турала бөгөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Хәл былай була. 2 июлдә бишенсе класта уҡыған Филатов Дмитрий, Ҡазбулатов Арслан һәм Скулкин Максим исемле дуҫтар Бәләкәй Инйәр йылғаһы буйында ял итә. Көтмәгәндә улар икенсе ярҙан ярҙам һорап ҡысҡырған тауышты ишетә. Кемдеңдер һыуға батып барыуын күргән үҫмерҙәр, юғалып ҡалмайҙар, тиҙ генә ярҙамға ташланалар.
“Шунда уҡ уға табан йөҙҙөк. Арслан һыуға сумып, баланың аяғын ләмдән таҙартып өҫкә этте, Максим сәсенән һөйрәне, Дима ҡулынан тартты”, - тип һөйләй геройҙар был хәл тураһында. Өсәүләп улар батып барған баланы тартып сығара. Шул арала ярҙамға ололар ҙа килеп етә.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре һүҙенән, һәр кем кешене ҡотҡарырға һыуға һикермәй. Батыр йөрәкле үҫмерҙәрҙе бүләкләү мәсьәләһе ҡарала.
Фото:Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.