Йәмғиәт
28 Июль 2021, 11:30

Эш башлаусы фермерҙарға дәүләт ярҙамы

Мишкә районынан шәхси эшҡыуар, крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Виктория Хәзиева былтыр дәүләттән 3 миллион һум күләмендә грант ярҙамы алған. 

Эш башлаусы фермерҙарға дәүләт ярҙамыЭш башлаусы фермерҙарға дәүләт ярҙамы
Эш башлаусы фермерҙарға дәүләт ярҙамы

Башҡортостанда “Агростартап” проекты сиктәрендә фермерҙарға инвестиция ярҙамы күрһәтеү маҡсатында быйыл 154,27 миллион һум аҡса йүнәлтелде.

БР Ауыл хужалығы министрлығының конкурс комиссияһы грантҡа лайыҡ булыусыларҙы һайлап алыу эшен тамамланы.

200 дәғүә итеүсенән бизнес-пландары иң күп балл йыйған 50 фермер үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн 2021 йылда дәүләт субсидияһына эйә буласаҡ.

“Төбәгебеҙгә бөгөн ауыл хужалығы продукцияһын етештереп кенә ҡалмай, уны эшкәртеп баҙар шарттарында киң һорау менән ҡулланған тауар етештерә алған ауыл эшҡыуарҙары кәрәк. Дөйөм алғанда, киләсәктә беҙ ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү күләмен ике тапҡырға арттырырға ниәт итәбеҙ, “Агростартап” грантына эйә булыусыларҙың был процеста әүҙем ҡатнашырҙарына шигебеҙ юҡ”, - тине БР Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Мишкә районы шәхси эшҡыуары, крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Виктория Хәзиева һөйләүенсә, былтыр дәүләттән 3 миллион һум күләмендә грант ярҙамы күрһәтелмәһә, ул инвестицион маҡсаттарын тормошҡа ашыра алмаҫ ине. Умартасылыҡ менән шөғөлләнгән фермерҙың проекты 2,5 йылда ҡапланасаҡ.  Грант аҡсаһына ул балды фасовкалау буйынса линия һатып алған. Эшҡыуар йылына төрлө файҙалы ҡатнашмалар ҡушып (прополис һ.б) 2,5 тонна бал фасовкаларға планлаштыра. Бынан тыш, хужалыҡ бал ҡорттары күстәрен һатып алған һәм планға ярашлы, 700 ҡорт күсе һатҡан.

“Ярҙамһыҙ ауырға тура килер ине. Ауыл хужалығы министрлығы хәстәре ярҙамында маҡсаттарыбыҙға өлгәшеп, алға ынтылабыҙ. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә һөҙөмтәләр ҙә күренә”, - ти Виктория Хәзиева.

Әйткәндәй, былтыр эш башлаған 68 фермер “Агростартап” гранты сиктәрендә 211,5 миллион аҡсаға эйә булғайны. Грант “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты акселерациялау” төбәк проекты сиктәрендә бүленә. Уға фермер хужалығы проектын грамоталы итеп төҙөгән һәр эш башлаусы фермер дәғүә итә ала. Һайлап алыу буйынса комиссияның һәр ултырышы онлайн-режимда күрһәтелә.

 

Фото: zebra-tv.ru

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас