

Рәсәй Хөкүмәте документтар әҙерләү һәм күсемһеҙ мөлкәтте кадастр иҫәбенә ҡуйыу һәм уға милек хоҡуғын теркәү менән бәйле айырым маҡсатлы берҙәм моделде раҫланы. Унда Рәсәй төбәктәрендәге инвестиция шарттарына йоғонто яһаған 30 күрһәткес ҡарала.
Айырым маҡсатлы күрһәткестәр иҫәбенә “Росреестр”ҙың электрон хеҙмәттәре өлөшөнөң һәм ведомство-ара электрон бәйләнештең артыуы, элегерәк иҫәпкә ҡуйылған күсемһеҙ милек объекттарының хоҡуҡи вариҫтарын, кадастр хаҡын билдәләү өсөн кәрәкле күсемһеҙ милек объекттары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе асыҡлау, күсемһеҙ милек реестрында һыу һаҡлағыстарҙың, һыу баҫыу зоналарының сиктәрен теркәү һәм башҡалар инә. – Әле Башҡортостан Республикаһында айырым маҡсатлы моделдә билдәләнгән 30 күрһәткестең 23-өнә өлгәшелгән. Мәҫәлән, 1 июлгә күп йәүнәлешле үҙәктәрҙә “Росреестр” хеҙмәттәре буйынса документтарҙы ҡабул итеү һәм уларҙы сканерлау сифаты буйынса талап үтәлде, – тине “Росреестрҙың” башҡортостандағы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марина Мартынова.
Йыл аҙағына тиклем “Росреестр” һәм урындағы үҙидара органдары алдында территориаль зоналарҙың, муниципаль берәмектәрҙең һәм биләмәләрҙең сиктәрен иҫәпкә ҡуйыу, Башҡортостан менән биш төбәк араһындағы сикте билдәләү, электрон хеҙмәт күрһәтеүҙе арттырыу бурысы тора.
Фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52198
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52198