Йәмғиәт
28 Июль 2021, 15:00

“Йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән атҡараһығыҙ”

Республика Башлығы Радий Хәбиров "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостандағы идаралығы коллегияһы кәңәшмәһендә сығыш яһаны.

“Йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән атҡараһығыҙ”“Йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән атҡараһығыҙ”
“Йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән атҡараһығыҙ”

28 июлдә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостандағы идаралығы коллегияһы кәңәшмәһендә сығыш яһаны. Сара 2021 йылдың беренсе ярты йыллығы һөҙөмтәләре һәм төбәктәге санитар-эпидемиологик именлекте тәьмин итеүгә арналды.

- Тап һеҙгә кешеләр ғүмере сифаты, уларҙың сәләмәтлеге бәйле. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең һатып алынған тауарҙарға, йәшәгән йорттарыбыҙҙың ҡаралыуына һорауҙар күп әле. Экология, эскән һыу, һулаған һауа һәм башҡа проблемалар бар, - тине Радий Фәрит улы. – Шуны әйтергә кәрәк, һеҙ үҙегеҙгә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән атҡараһығыҙ.

Сарала республика Башлығы "Роспотребнадзор" менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығының көйлө эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә коронавирус инфекцияһы менән сирләүҙең артыуына юл ҡуйылмауы, 100-ләгән мең кешенең һаулығының, ғүмеренең һаҡлап алып ҡалыныуы һәм башҡалар хаҡында әйтте.

- Июль аҙағына мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостан COVID-19 менән сирләү кимәле буйынса 82-се урында. Республикала йәшәүселәр исеменән рәхмәт белдерәм, - тине Радий Фәрит улы.

Төбәк етәксеһе хеҙмәт уңғандарына дәүләт наградалары тапшырҙы, "Роспотребнадзор"ҙың бер төркөм хеҙмәткәрҙәренә маҡтаулы исемдәр бирелде.

Идаралыҡ етәксеһе Анна Казак 2021 йылдың беренсе ярты йыллығы һөҙөмтәләре менән таныштырҙы, төбәктә санитар-эпидемиологик именлекте тәьмин итеү тураһында һөйләне. Алты айҙа контроль эшмәкәрлеге буйынса халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеге, шул иҫәптән коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү менән бәйле 12,5 мең хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡланды һәм кисектерелгән

Вице-премьер – республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостандағы идаралығы эшмәкәрлеген юғары баһаланы.

Фото: glavarb.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас